

Чехияла мәктәп системаһы беҙҙекенән ныҡ айырыла: иң таралғаны “zakladni Skola”, йәғни төп мәктәп тип атала. Кластарҙа балалар күп түгел. Ошо төп мәктәпте 10 – 15 бала тамамларға мөмкин, сөнки ғаиләләрҙә балалар бер-икенән артмай. Бындай мәктәптә туғыҙынсы класҡа тиклем белем алалар һәм артабан кем ниндәй йүнәлештә уҡырға теләй, үҙе хәл итә. Кем юғары белем алырға теләмәй, берәй һөнәргә уҡып, эшкә урынлаша йә үҙ эшен аса.
Әҙәби-мәҙәни дәрестәр
Уҡыу йылы бында июнь бөткәнгә тиклем дауам итә, күрше Германияла иһә 15 июлдә тамамлана. Балалар ике ай ял иткәндән һуң, яңы уҡыу йылы башлана.
Йыл һайын уҡыу тамамланыр алдынан бында ЮНЕСКО тарафынан хупланған мәҙәни саралар уҙғарыла. Унда уҡытыусыларға өс тема тәҡдим ителә: экология, тарих һәм мәҙәниәт – мин һуңғыһын һайланым. Ә килеп эләгеүемә чех интернетындағы Башҡортостандың 100 йыллығына арналған мәҡәләләрем сәбәпсе, мин уларҙы бынан өс йыл элек ҡуйғайным. Шул уҡ йылда ошондай сарала ҡатнашырға тәҡдим яһанылар. Темаһы ла ҡыҙыҡ ине: “Төрки һәм фин-уғыр халыҡтарының милли-мәҙәни үҫеше”. Әммә ваҡыт етмәү сәбәпле баш тарттым.
Быйыл иһә тағы ла тәҡдим иттеләр. Был юлы ризалаштым һәм Босковице ҡалаһындағы төп мәктәптә илдәр һәм халыҡтар дуҫлығына арналған әҙәби-мәҙәни дәрестәр уҙғарҙым. Уны “Дуҫлыҡ йылмайыуҙан башлана” тип атаным, таҡтаға Чехия һәм Башҡортостан республикаларының флагтарын да элеп ҡуйҙым, сараны ҡурай моңон тыңлатыуҙан башланым.
Һайлаған тема өҫтөндә эшләү миңә еңел бирелмәне, сөнки мин үҙ илемдә йәшәмәйем. Шулай ҙа Рәсәй менән Чехия араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яҡшырыуына үҙ өлөшөмдө индерергә теләгәнлектән, Тыуған илем һәм Башҡортостан Республикаһы, унда йәшәгән халыҡтар дуҫлығы хаҡында һөйләгем, белдергем килде. Башта мәктәп хакимиәте менән һайлаған тема буйынса һөйләшеү булды, шунан рәсми килешеү төҙөнөк. Унда был сараны уҙғарыу өсөн миңә биш сәғәт ваҡыт бүленеүе, сәйәсәт, һуғыш һәм башҡа тыйылған нәмәләр тураһында һөйләргә тейеш түгеллегем, яуаплылығым тураһында әйтелгәйне. Ҡултамғамды ҡуйғас, эшкә керештем. Ошо биш сәғәтте нисек тә йөкмәткеле һәм иҫтәлекле итеп ойоштороу өсөн бер аҙна әҙерләнергә, күп көс түгергә тура килде.
...Бындағы мәктәптәрҙә дәрестәр иртәнге һигеҙҙә башлана, ата-әсәләр балаларын машинала килтерә һәм дәрестәрҙән һуң ҡаршы ала. Мин дә һигеҙенсе яртыға тиклем мәктәптә булырға тейешмен, шуға иртәнге алтыла уҡ класс етәксеһе Итка Киршнерова менән мәктәпкә елдерҙек.
Класҡа тәүгеләрҙән булып Якуб менән Давид исемле малайҙар килеп инде. “Аһой! (һаумыһығыҙ, сәләм!)” – тип иҫәнләштеләр.
– Һаумыһығыҙ! – тип яуапланым. – Бәй, һеҙҙең телдә лә, башҡорт телендә лә “һ” өнө бар бит, исемдәрегеҙ ҙә беҙҙеке төҫлө икән – Яҡуп менән Дауыт, – тигәс, бик аптыраштылар, милләтемде һоранылар.
– Мин – башҡорт, Башҡортостандан, – тип яуапланым һәм, бында ҡабул ителгәнсә, ҡул биреп күрешкәс, ике аралағы кәртәләр юҡҡа сыҡты.
Туҡһанынсы йылдарҙа социализм ҡоролошо емерелеп, чехтар тәртәләрен капитализмға борғас, бындағы мәктәптәрҙә рус теле бик аҙ уҡытыла, шул арҡала Рәсәй хаҡында балалар аҙ белә. Хәҙер йәштәр инглиз телен өйрәнә, американдарса йәшәү өлгөһөн үҙҙәренә эталон итеп алғандар, шуға күрә улар өсөн күптән онотолған Европа – Азия сиген, Урал тауҙарын иҫкә төшөрөргә, картанан күрһәтергә тура килде. Шулай һөйләшеп торған арала башҡалар ҙа килеп етте.
Чехияла бөгөн Рәсәйҙән утыҙ меңдән ашыу кеше йәшәй, әммә урындағы халыҡ беҙҙәге милләттәрҙе белмәгәнлектән, барыһын да рустар тип уйлай. Элекке союздаш республикалар халҡынан башҡаларын бөтөнләй белмәйҙәр, шуға миңә йә “руска учителка” (русская учительница), йә “руска пани” (русская госпожа) тип мөрәжәғәт иттеләр, күрше кабинеттарҙан ҡыҙыҡһынып инеп ҡарап сыҡтылар, хатта бергәләп фотоға төшөүселәр ҙә булды.
Миҙалдың ике яғы бар...
Мин эшләйәсәк класта бишенсе, алтынсы, етенсе һәм һигеҙенсе класта уҡыусы ун бер бала ине. Класс етәксеһе – Брно университетының философия факультетын тамамлаған, аспирантка Итка Киршнерова исемле тәжрибәле уҡытыусы. Ул чех теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта: бер дәрестә төрлө класта уҡыусы балалар менән программала ҡаралған темаларҙы аңлатып та, эшләп тә өлгөрә. Икенсе төрлө әйткәндә, һәр бала менән индивидуаль эшләй. Бында беҙҙәге төҫлө дөйөм класс журналы тотмайҙар, һәр баланың айырым журналы бар. Унда уҡытыусы баланың программаны нисек үҙләштереүен билдәләп бара, аҙнаға бер тапҡыр Мәғариф министрлығына отчеттар яҙа. Башҡортостандан күпкә бәләкәй Чехияла бөтәһе 5600 ҡала һәм ауыл иҫәпләнһә лә, беҙҙәге төҫлө район мәғариф бүлектәре лә юҡ. Мәғариф мәсьәләләре буйынса министрлыҡтағы белгестәр шөғөлләнә.
Беҙҙә уҡытыусы – белем биреүсе лә, тәрбиәсе лә. Бында иһә уҡытыусылар балалар менән тәрбиә сәғәттәре лә уҙғармай, эш сәғәте бөтөү менән өйөнә ашыға, тәрбиә эше – ата-әсәнеке, тип иҫәпләй. Минеңсә, был дөрөҫ түгел, сөнки Чехияла тәрбиә мәсьәләһенең түбән ҡуйылышы бөгөн кире эҙемтәләргә килтергән һәм уҡытыусы-уҡыусы мөнәсәбәттәренә кәртә ҡуйған. Был хәл уларҙа 90-сы йылдарҙа Америка “азатлығына” һоҡланыуҙан башланған, бында хәҙер көн-төн демократия һәм коммунизмға ҡаршы, көн-төн ирек һәм демократия өсөн көрәшәләр.
Миҫалдар килтереп үтәйек: уҡыусылар мәктәпкә шортикта, майкала йөрөй, ҡыҙҙарҙың түше асыҡ, биттәренә косметика яғылған, барыһының да сәстәре буялған, тырнаҡтары үҫтерелгән, яһалма ҡаштар, күҙҙәренә лә яһалма керпектәр эленгән. Быға уҡытыусылар иҫкәрмә яһай алмай, сөнки баланың хоҡуғын боҙоу буласаҡ. Шулай уҡ балаларҙы мәжбүри уҡытыу һәм тәрбиәләү юҡ, иҫкәрмә яһалмай, киреһенсә, балаға үҙаллылыҡ һәм һүҙ ирке бирелгән.
Тәнҡитләһәң, ул быны “хоҡуғын боҙоу” тип аңлаясаҡ һәм, көндәлегендәге телефон буйынса шылтыратып, уҡытыусы өҫтөнән ялыу ебәрергә мөмкин. Шулай итеп, балалар, хоҡуҡтарын белһәләр ҙә, бурыстарын белмәй үҫә. Был иһә үҙ сиратында уҡытыусылар менән уҡыусы, бала менән ата-әсә араһына кәртә ҡуя.
Әйткәндәй, мәктәптә оҙон итәк кейгән берҙән-бер уҡытыусы булдым, шуға күрә барыһы ла миңә ғәжәпләнеп ҡараны.
Чех Республикаһы мәктәптәрендә бөгөн “Гусак балалары” (Чехословакия компартияһының һуңғы генераль секретары), йәки социализм осоронда тәрбиәләнгән быуын уҡытыусылары эшләй. Уларҙың барыһы ла алда әйтелгәндәр менән килешмәй һәм киләсәк өсөн борсолоу белдерә. Йыйып әйткәндә, миҙалдың икенсе яғы булған кеүек, бындағы уҡыусыларҙың үҙ хоҡуҡтарынан артыҡ файҙаланыуы үҙ бурыстарын онотоуға килтергән, шуға күрә, ике тиҫтә йыл мәғариф системаһында эшләгән кеше булараҡ, был турала һөйләшкәндә мин дә, сағыштырып, чех уҡытыусыларына Башҡортостан мәғарифы, уҡытыу һәм тәрбиә системаһы тураһында һөйләнем, үҙебеҙҙәге ыңғай яҡтарҙы миҫалға килтерҙем. Һәм, әлбиттә, дәрестәремде, килешеүҙә яҙылғанса, юғары кимәлдә “иҫкәрмәләрһеҙ уҙғарырға” тырыштым.
Бындағы дәрестәр ҡырҡ биш минуттан тора, тәнәфестәр 10-15 минут, бер тапҡыр 20 минутлыҡ оҙон тәнәфес була. Унда балалар ашханала ашай, ҡыҫҡаларында ҡапҡылап ала, сәй, һут эсә. Сәй бушлай, сәйнүктәр өҫтәлдәргә ҡуйылған. Кем күпме теләй, шунса эсә.
Башҡорт, рус, чех телдәрендә
Ашханала ла демократия һәм тигеҙлек һаҡлана. Был хәл уҡытыусыларҙың да, балаларҙың да бер сиратҡа тороуында күренә, беҙҙәге кеүек өҫтәл япҡан дежурный уҡыусылар ҡуйылмай. Һәр кластың үҙ өҫтәле бар. Ашханала әҙерләнгән ризыҡтың ҡайһыһын теләйһең һәм күпме теләйһең – һайлап алалар, ашнаҡсылар бала теләгәнсә һалып бирә. Комплекслы төшкө ашҡа итле, йәшелсәле аштар – уны беҙҙә “первое” тиҙәр, икенсегә – кнедликтар, гуляш, өсөнсөгә шоколадлы муфли, сырҙар, һут, колачтар бирелә. Балалар менән бергә мин дә ашаным. Өҫтәл артынан торған балалар, таныш булмаған уҡытыусылар: “Доброу хуть!” (Ашығыҙ тәмле булһын!) – тип әйтеп китә, рус телендә ниндәйҙер һүҙ әйтергә тырыша. Барыһы ла йылмайып һөйләшә, һытыҡ йөҙлө кешеләр салынманы. Ашхананан сыҡҡанда мин дә ашнаҡсыларға рәхмәттәр әйтеп, һаулыҡ теләп хушлаштым.
Дуҫлыҡ дәрестәре башҡорт, рус һәм чех телдәрендә барҙы, һәр дәрес бер темаға арналды. Тәүге дәресте “Күргәҙмәлә осрашыу” тип атаным. Чех уҡыусыларына йәмғеһе өс төрлө күргәҙмә тәҡдим иткәйнем, шуның тәүгеһендә Өфөнән алып килгән тирмә, ҡымыҙ, башҡорт балы, “Урал батыр” эпосы, ҡумыҙ, ҡурай кеүек халҡыбыҙҙың рухи байлығын танытҡан ҡиммәттәр хаҡында һөйләнем. Һөйләү барышында Рәмил Ғәйзуллиндың ҡумыҙҙа уйнауын, өзләүен тыңланыҡ, Салауат Юлаевтың “Уралым” йырын башҡарып, үҙем дә ҡумыҙҙа уйнап күрһәттем.
Башҡортостандың билдәле рәссамы Юлай Әминевтең “Урал батыр” эпосына төшөргән картиналарын, башҡорттарҙың йола байрамдары, башҡорт легендалары хаҡында ла һөйләштек. “Сыңрау торна” йырын тыңлағандан һуң, уның легендаһын һөйләнем, шунан “Ете ҡыҙ” бейеүен ҡараныҡ. “Ете ҡыҙ”ҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары башҡарыуын әйттем. Данлыҡлы бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсинаның, уның ире ҡурайсы Әнүәр Ишбирҙиндең, улдары Хәлил Ишбирҙиндең фотоларын күрһәттем. Уҡыусылар ҙа, сараны ҡараған чех уҡытыусылары ла йыр-бейеүҙәребеҙҙе ныҡ оҡшатты.
“Һунарсы”, “Зарифа”, “Заһиҙә” бейеүҙәрен ҡарағанда артистарҙың кейеменә һоҡландылар, үҙемдең дә бейеп күрһәтеүемде үтенделәр һәм дәррәү ҡул сабып һорай башланылар. Мин быны көтмәгәйнем, шуға бер аҙ юғалып ҡалдым, әммә костюмһыҙ булһа ла бейеп күрһәттем. Оҙаҡ итеп ҡул саптылар. Әйткәндәй, компьютерымдағы проблемаға бәйле, башҡорт бейеүҙәрен “һаҡлай” алманым. Аптырағас, дуҫтарым Илмира Әһлиуллина, Илгиз Ишбулатов, Зөбәржәт Яҡупова, Алһыу Хафизова, Ишбикә һәм уның улы Илшат Фәйзрахмановтарҙан һораным. Барыһы ла ярҙам итте.
Күргәҙмәнең икенсе өлөшө лә үҙе бер дәреслек булды. Унда уҡыусыларҙы сағыу, төҫлө һүрәттәргә бай “Башҡортостан панорамаһы”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ватандаш”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Толпар” журналдары, үҙем авторҙаш “Здесь встречается Европа с Азией”, “Уфа – любовь моя”, “Башҡортостан” кеүек 2009 – 2010 йылдарҙа нәшер ителгән китап-альбомдар менән таныштырҙым. Уларҙы был баҫмаларҙағы башҡорттар тарихы һәм мәҙәниәте, атап әйткәндә, башҡорт тирмәһе, һунарсылыҡ, башҡорт балы, Шүлгәнташ, Торатау, Ямантау, Ирәмәл, Ағиҙел, Арҡайым тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырҙым, сәйәхәт иткәндә үҙем төшөргән видеофильмдарҙы һәм фотоларҙы күрһәттем. Әңгәмә барышында балалар, Ағиҙел аша һалынған күперҙе күргәс, уны Прага уртаһынан аҡҡан Влтаваға оҡшатыуҙары, Өфө тауҙарын, Ғәҙелша шарлауығын, Шүлгәнташ мәмерйәһен Чехияның ҡырҡ километрғаса һуҙылған Слоупско-Шошувка мәмерйәләренә тиң күреүҙәре шатландырҙы. Шулай ҙа Өфөлә уҡыусыларға иң оҡшаған урын Салауат Юлаев һәйкәле булды, уны ла балалар Прага үҙәгендәге Изге Вацлав һәйкәле менән сағыштырҙы.
Әле әйткәнемсә, һөйләшеү-әңгәмәләр йыр-моң менән үрелеп барҙы. Шундай мәлдәрҙең береһендә Рәмил Ғәйзуллиндың өс йәшлек улы башҡарған “Любезники-любизар” йырын тыңлаттым. Уны барыһы ла йылмайыу ҡатыш тыңланы һәм аҙаҡтан һорауҙар яуҙырҙы. Башҡорттарҙың 1812 йылда француздарҙы ҡыуып, Парижғаса барып етеүҙәрен һәм йыр тарихын ҡыҫҡаса һөйләп биргәс, “маладис”, ”любезники-любизар” һүҙҙәренең мәғәнәләрен аңлатҡас, йырҙы күмәкләп йырлап ҡараныҡ. Быны эшләү миңә ауырлыҡ тыуҙырманы, сөнки балалар донъя тарихына ингән 1805 йылғы рус-француз һуғышын белә ине.
Был һуғыш Брнонан алтмыш саҡрымда ятҡан Славков ҡалаһы янында була, унда фельдмаршал Кутузов француздарға ҡаршы һуғыша. Ошо һуғыштан һуң яу уҙған ерҙә һәләк булған ярты миллион һалдат ерләнә һәм “Тыныслыҡ ҡәберлеге” барлыҡҡа килә.
Тыныслыҡ булһын!
Чехтар – спорт һөйгән ғәжәп халыҡ: Башҡортостан егете Ғабдрахман Ҡадировтың Чехияла етештерелгән “Ява” мотоциклында алты тапҡыр донъя һәм Европа беренселектәрендә еңеүен, “Аҡбуҙат” ипподромында халыҡ-ара аттарҙа ярышыу саралары уҙғарылыуын да балалар ҡыҙыҡһынып, бүлдермәйенсә тыңланы. Ҡасандыр Өфөлә чех яҙыусыһы Ярослав Гашектың йәшәүен, граждандар һуғышы йылдарында Александра Львова исемле яуҙашына өйләнеп, уны Прагаға алып китеүен, Быҙаулыҡ ҡалаһында һуғыш йылдарында СССР халҡы аҡсаһына генерал Людвиг Свободаның 1-се Чехословакия армияһы ойошторолоуы, данлы яҡташыбыҙ Даян Мурзиндың Чехословакияла Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар бригадаһына етәкселек итеүе һәм ошо бригадала һуғышҡан партизанка Милушка Зедничкова исемле ҡыҙҙың Өфөлә булыуы тураһында һөйләгәс, класс гөр килде. Үкенескә ҡаршы, уларҙың былар тураһында белмәүе – әлеге лә баяғы 90-сы йылдарҙа капиталистик юлдан киткән Чехословакияның социалистик үткәнен онотторорға тырышыу һөҙөмтәһе. Ә һорау биреүселәр күп булды, өлгөр генә!
Дуҫлыҡ дәресенең бер өлөшө Өфөгә һәм Башҡортостанға, тыуған республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар дуҫлығына арналғайны. Унда республикабыҙҙағы төрлө милләттәр һәм милләт-ара дуҫлыҡ, туғанлыҡ хаҡында һөйләнем.
Башҡортостан Республикаһы 1557 йылдан башлап Рәсәй ҡанаты аҫтында йәшәй, шуға күрә дәресемде рус һәм башҡорт халыҡтарының дуҫлығы менән тамамларға булдым. Унда мин Мәскәү, Санкт-Петербург, бөйөк рус яҙыусылары А.С. Пушкин, Ф. Достоевский, Волгоград, Рәсәйҙең иң ҙур йылғаларынан Волга һәм Енисей, боронғо ҡалаларҙан – Владимир, Новгород, Ярославль менән таныштырҙым, Байкал күленә айырым туҡталдыҡ. Һөйләшеү һәм әңгәмә барышында сәйәхәттәр ваҡытында үҙем төшөргән видеофильмдарҙы, Рәсәй ҡалалары һәм тәбиғәте буйынса әҙерләнгән викторина һорауҙарына яуаптар эҙләнек, йомаҡтар ҡойҙоҡ, көләмәстәр һөйләнек, рус халыҡ әкиәттәрен иҫкә төшөрҙөк. Шуныһы шатлыҡлы: унда барыһы ла ихлас һәм теләп ҡатнашты.
Әлбиттә, биш дәрес йөкмәткеһе хаҡында бер мәҡәләлә һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Йомғаҡлау мәлендә уҡыусыларҙың фекерен, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙары булыуын һораштым. Уларҙың байрам дәресен оҡшатыуҙарын әйткәс, кәйеф күтәрелде. Саранан һуң самауыр сәйе ҡайнатып, дарыу үләндәре менән сәй бешереп, үҙем өйҙә ҡойоп килтергән башҡортса ҡоймаҡтар һәм ҡара бөрлөгәндән варенье, шоколадтар менән сәй эстек. Яҡшы яуаптары һәм әүҙемлектәре өсөн һәр уҡыусыға приздар әҙерләп килтергәйнем. Уларҙы тапшырғас, 2016 йылда Байкал күленән алып ҡайтҡан таштарҙы ла бүләк иттем. Быға барыһы ла бик шатланды, иҫтәлек итеп һаҡлаясаҡтары хаҡында әйтте, тағы ла килеүемде үтенде.
Сәйҙән һуң чехтарҙың “ЧЕхоМор” (Чехия һәм Морвия) тип исемләнгән фольклор ансамбленең халыҡ йырҙарын йырланыҡ, тәүге ике йырҙы үҙем йырлап ишеттерҙем, гармоникала “Ҡарабай”ҙы уйнап күрһәттем. Шунда инде туҡтаныҡ ҡына тигәндә Давид: “Пани учителька, руссалап, давайте споем “Катюшу!” – тигәс, бик ғәжәпләндем һәм йырлай башланым. Миңә башҡалар ҙа ҡушылды. Бик көслө йырлап ташлағанбыҙ, ахырыһы, кабинет ишеген асып, башҡаларҙың тыңлап торғанын күрмәгәнбеҙ.
Йырҙан һуң күмәкләшеп фотоға төштөк, класс етәксеһе был фотоларҙың мәктәп сайтына ҡуйыласағын әйткәс, барыһы ла шатланды. “Дуҫлыҡ” байрамының көтмәгәндә “Катюша” менән тамамланыуына үҙем дә ҡыуандым, тимәк, маҡсатҡа өлгәшкәнмен, дуҫлыҡҡа күпер һалынды – шулай була күрһен! Илдәр, халыҡтар араһында тыныслыҡ, бер-береңә хөрмәт булһын!
Миләүшә ГОДБОДЬ.