

23 августан 29 авгусҡа тиклемге ваҡыт арауығында Республикаға идара итеү үҙәгенә халыҡтан 5 615 мөрәжәғәт килгән. Был үткән аҙналағынан 337-гә күберәк. Иң көнүҙәк тема вакцина яһатыуға ҡағылған.
Икенсе урында – төҙөкләндереү, үткән аҙна менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр 688-гә артҡан. Өсөнсөлә – юлдарға ҡағылған мәсьәләләр. Социаль хеҙмәтләндереүгә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙар ҙа байтаҡ.
Үткән аҙнала Республикаға идара итеү үҙәге системалары социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан алынған 5 278 хәбәрҙе теркәне.
Фото: BashNews