

25 августа Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалының башланыуы тураһында гәзитебеҙҙең үткән һанында күләмле мәҡәлә баҫтырғайныҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ысынлап та, сара баш ҡалабыҙҙың иң күркәм урындарының береһе “Торатау” конгресс-холы битләүендәге “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа асылды. Эңер төшөүенә ҡарамаҫтан, халыҡтың күплеге хайран итте.
Кесе йома иһә милли беренселектең финалы “Йәш һөнәрмәндәр” паркында (Өфө ҡалаһы, Рубеж урамы, 178 адресы буйынса урынлашҡан) дауам итте, шул уҡ ваҡытта “Торатау” конгресс-холында төрлө йүнәлештә фекер алышыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, еңеүселәрҙе бүләкләүҙәр һәм әллә күпме башҡа саралар ойошторолдо. Өҫтәүенә, “Ватан” паркындағы мәҙәни программалар өфөләрҙең, чемпионат финалында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Шул иғтибарға лайыҡ: милли беренселек финалы күптән инде Рәсәйҙә иң күләмле ярыштарҙың һәм айырыуса сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Әлбиттә, илебеҙ кимәлендәге ҙур сарала коронавирусҡа бәйле бөтә санитар-эпидемиологик талаптар тулыһынса үтәлде. Битлек режимы, ҡулдарҙы махсус шыйыҡса менән йыуыу, ПЦР-тест үтеү һәм башҡа төрлө хәүефһеҙлек саралары күрелде. IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы ҡатнашыусыларына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ялҡынлы ҡотлау сәләм ебәреүе сараның абруйын икеләтә арттырҙы. Шул уҡ ваҡыттта милли беренселек финалын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгендә тотоуы уның ни хәтлем юғары кимәлдә икәнен күрһәтте. Ысынлап та, илебеҙ етәкселегенең йәштәрҙең киләсәген хәстәрләүе, алмашты ҡайғыртыуы һәр йәһәттән дә шатлыҡлы.
Бәйгенең Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылына тура килеүе айырыуса ҡыуаныслы ине.
Башҡортостанда IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы барған осорҙа, ирекһеҙҙән, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе һәм Өйрәнсек” хикәйәте иҫкә төштө. Фәһемле әҫәрҙе мәктәптә үткәйнек. Форсаттан файҙаланып, көршәк яһау оҫтаһы Хасбулат ҡарт тураһындағы хикәйәттән өҙөк килтерәйек.
...Был ауылда Өйрәнсек менән йәнәш тағы ла бер оҫта йәшәгән. Ул да, балсыҡтан һәм ҡомдан әүәләп, сәй эсә торған касалар яһаған. Ауылдаштары был кешене ныҡ яратҡан, хөрмәт иткән, сөнки ул үҙенең был шөғөлөнә бөтә йәнен биреп, бар йөрәген һалып эшләгән. Ул яһаған касалар шул хәтлем нәфис, йоҡа, еңел булған. Уның эсенә яһаған сәй тәмле лә, татлы ла икән. Халыҡ уға хөрмәтләп һәм ҙурлап Һөнәрсе тип ҡушамат биргән. Был яҡта ул заманда, күрәһең, ошонан да ҙурыраҡ һөнәр булмағанға күрә, һөнәрсе иң оло һәм хөрмәтле һүҙ һаналған.
...Ә Һөнәрсе һис тә тынғы белмәгән, бер ҡасан да эшенән дә ҡәнәғәт булмаған. Һәр саҡ эҙләнгән, өйрәнгән, бүтән оҫталарҙың эштәре менән танышҡан. Шуға күрә лә үҙ һөнәрендә көндән-көн үҫкән һәм камиллашҡан. Һәр каса уның өсөн яңы асыш, яңы уңыш һаналған. Үҙен борсоған һорауҙарға даими яуап эҙләгән. Ахыр сиктә, ул теләгенә ирешкән – тәбиғәт уға үҙенең йәшерен серҙәрен асҡан. Берҙән-бер көндө Һөнәрсе мөғжизәле көршәкте эшләү бәхетенә ирешкән. Ысынлап та, уға хәтлем бындай матур көршәкте эшләүсе табылмаған. Ул иҫ киткес оҫта ҡуллы булған. Көршәктәре яңы ғына бөрөләнгән томбойоҡ сәскәһеме ни! Күҙҙең яуын алырлыҡ!..
“Йәш һөнәрмәндәр” паркы бал ҡортолай гөжләне
Эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тибеҙ. Тырыштарға, ныҡышмалдарға эш ҡарышмай, ундай сәмселдәр һәр ваҡыт уңыштарға өлгәшә. Бәләкәй ҡаласыҡты хәтерләткән “Йәш һөнәрмәндәр” паркында беҙ быға тулыһынса инандыҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, милли беренселек финалында юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студенттары (16–25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнашты.
Мәртәбәле бәйгелә ҡыҙҙар һәм егеттәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡараны) буйынса көс һынашты. Компетенциялар ете блокка бүленгәйне: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлештәре.
Йәш һөнәрмәндәрҙең бәйгеһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән вәкилдәрҙе күрҙек, яҡынса 1800 кеше, шул иҫәптән 600 үҫмер үҙенең көсөн һынап ҡараны. Бынан тыш, беҙгә ике мең тирәһе эксперт килде. Сараны 30 меңдән ашыу тамашасы күҙәтте, алты меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһына һөнәри йүнәлеш майҙанына инеү хоҡуғы бирелде.
Башҡортостан йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнде, шул иҫәптән 100 белем усағынан – 280 ҡатнашыусы һәм 218 эксперт. Яҡташтарыбыҙ 103 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен самаланы.
Шул иғтибарға лайыҡ: IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалында Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урынды алды һәм бер йыл эсендә республика үҙенең һөҙөмтәһен алты позицияла яҡшыртҡан. Көслө тәүге ун команда исемлегендә – Красноярск һәм Краснодар крайҙары, Новосибирск, Кемерово, Свердловск, Силәбе, Сахалин, Һамар, Төмән өлкәләре һәм Саха (Яҡут) Республикаһы.
Татарстандан Алина Шәймөхәмәтова “Лаборатория медицина анализы” компетенцияһында иң күп балл (1523) йыйған, Брянск өлкәһенән Илья Куликов иһә 1062 балл туплаған. Бынан тыш, “Виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ” компетенцияһында тәүге бишәү араһында – Мәскәүҙән Кирилл Рунасов һәм Олеся Лаухина (икеһендә лә – 938 балл), шул уҡ ваҡытта “Мебель етештереү” компетенцияһында Петр Евтюгиндың эшен 933 балға баһалағандар.
Үҫмерҙәр араһындағы бәйге еңеүселәренә һәм призерҙарға сертификат тапшырылды. Был уларға “Профиль техноотрядтары” тематик сменаһында ҡатнашыу хоҡуғын бирә.
Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса иң яҡшы унау иҫәбенә түбәндәгеләр инде: Башҡортостан (280 кеше), Мәскәү (193), Татарстан (164), Санкт-Петербург (110), Кемерово өлкәһе (45), Силәбе һәм Свердловск өлкәләре (44-әр кеше), Красноярск крайы (38).
Ярышта сибәр заттарҙың ҡатнашыуы сараға бигерәк тә балҡыш һәм йәм өҫтәне. Иң зауыҡлы һаналған “Мода технологияһы” компетенцияһында шыр ҡыҙҙарҙың йыйылыуы – шуға асыҡ миҫал. Унда Башҡортостандан Юлиә Девятерикованы күреү ҡыуаныслы ла, ғорурлыҡ та ине. Яҡташыбыҙ ҡушылған эште еренә еткереп башҡарҙы. Әйтеүҙәренсә, Юлиә – үҙе күптәр өсөн матурлыҡ һәм сибәрлек өлгөһө. Ағасты япраҡ биҙәһә, әҙәм балаһын хеҙмәт биҙәй, тиҙәр. Уҡытыусыһы һөйләүенсә, Юлиә белем усағында төрлө йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, бынан тыш, бүтән төрлө эштәрҙә лә һәр саҡ алда. Хеҙмәт яратҡаны өсөн дә әхирәттәре һәм тиҫтерҙәре араһында абруй ҡаҙанған. Әйтәләр бит, кеше был донъяла үҙенең намыҫлы хеҙмәте һәм эш һөйөүсәнлеге арҡаһында маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ тип. Яҡташыбыҙ үҙенең күңеле һөйгән һөнәрҙе үҙләштереү өсөн ныҡ тырыша.
Милли чемпионат финалының бик ҡыҙыу барыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Һүҙ ҙә юҡ, сәмле ярышта көслөләр еңеү яуланы. Иң-иңдәр араһында Башҡортостан ҡыҙ һәм егеттәрен күреп, айырыуса һөйөндөк. Алға китеп, шуны еткерәйек: аҙаҡтан белеүебеҙсә, яҡташыбыҙ Булат Ниғмәтуллин “Сәнәғәт робот техникаһы” компетенцияһында алдынғылыҡты бирмәне. Егеттең һүҙҙәренә ҡарағанда, тап уға киләсәктә үҫеш өсөн ошо милли беренселектә еңеү кәрәк булған.
– Эйе, еңеү яуланым, һөйөнөсөм сикһеҙ, – ти Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты Булат Ниғмәтуллин. – “Авиатех” предприятиеһында даими эш урыным булыуы ифрат ярҙам итте. Был предприятие заман менән бергә атлай. Беҙҙең йыйылма команда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты, әммә ул һөйләшеүҙә мин була алманым, ярыштарҙа инем. Уйлауымса, Радий Фәрит улы менән осрашыуҙар алда буласаҡ әле.
Башҡортостандың Урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин ярышта ҡатнашыусыларҙы ситтән күҙәтте.
– Республикабыҙҙың урман хужалығы министрлығы ҡарамағында – “Ландшафт дизайны” һәм “Флористика” тигән компетенциялар, – тип һөйләне Азамат Носратуллин. – Ә Өфө урман-техник техникумы командаһы “Ауыр техниканы хеҙмәтләндереү” компетенцияһында ҡатнашты. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, егеттәребеҙҙең оҫталығына тик шатландыҡ ҡына. Башҡортостандың урман ведомстволары, уға беркетелгән учреждениелар конкурс заданиеларын үтәүгә кәрәк булған төрлө материалдар менән бәйгеселәрҙе тулыһынса тәьмин итте.
Юлдың алыҫлығына ҡарамай, Ҡырым ярымутрауындағы Севастополь ҡалаһынан да килгәндәр. “Плитә йәбештереү” компетенцияһындағы бәйге ҡыҙыу табаны хәтерләтте. Ташҡа йән өрөү ярышында егеттәр генә үҙ-ара көс һынашты. Мәҫәлән, Геловани исемендәге Севастополь сәнәғәт-технологик колледжының IV курс студенты Михаил Соловьев башкөллө мәшәҡәттәргә күмелгән, берәүгә лә иғтибар итмәй. Беҙгә иһә эксперт Елена Корякова менән һөйләшеү бәхете тәтене.
– Михаил быға хәтлем дә төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты, улай ғына ла түгел, һәр ваҡыт тәүге урындарҙы яуланы, – тине педагог Елена Корякова. – Мәктәптә тырышып белем эстәгән малай, IX класты тамамлағас, беҙҙең колледжға уҡырға инде. Шуға ҡыуанам: ул уҡыу йортонда – лидер.
Әңгәмәсем билдәләүенсә, Михаилдың үҙ эшенең оҫтаһы булыуы – барыһы өсөн дә ғорурлыҡ. “Ҡулы алтын, белмәгән эше юҡ” тип маҡтап ҡына торалар егетте. Ғөмүмән, йәштәргә һөнәр һайлағанда баҫым яһарға кәрәкмәй, ә бары тик йүнәлеш биреү шарт.
Ирекмәндәр әүҙем дә, ярҙамсыл да
Йәш һөнәрмәндәр бәйгеһен ирекмәндәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел ине. Мәртәбәле сараға илебеҙҙең 40-ҡа яҡын төбәгенән 1100-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителде.
– Өфөлә “ВорлдСкиллс” чемпионаты финалының ойошторолоуы тураһында, сараға ирекмәндәрҙе йыйыуҙарын интернеттан уҡып белдем, – ти Өфө ҡалаһының Башҡорт иретеп йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжы студенты Илья Тавокин. – Оҙаҡ уйлап тормай, илебеҙ кимәлендәге сарала ҡатнашырға теләк белдерҙем. Ҡыуанысым сикһеҙ, мине ҡуш ҡуллап алдылар. Бурысым – ошо чемпионат финалында ҡатнашыусыларға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү. Әйтәйек, әле кирбес һалыу компетенцияһында тейешле урынға материал ташыным.
Илья Тавокин шуға инанған: һөнәрле кеше бер ҡасан да аҡсаһыҙ булмай, киреһенсә, етеш һәм мул тормошта йәшәй.
Бер кем дә битараф ҡалманы
“ВорлдСкиллс” Рәсәй милли беренселеге финалына мәктәп уҡыусыларының көндән-көн күберәк килеүе иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Үҙҙәренең киләсәгенә битараф ҡалмаған ҡыҙ һәм малайҙар һөнәр һайлау алдында торғанда ошондай ярыштарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы колледждарына, юғары уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, хәҙерге ваҡытта конкурстың ҙурыраҡ икәнлеге билдәле булды. Хәйер, был хаҡта милли беренселек финалы барғанда “ЭР-Телеком Холдинг” В2G” проекты етәксеһе Искәндәр Мәхмүдов та белдерҙе.
– Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһенә эшселәрҙе йәлеп итеүе еңел, уның ҡарауы, квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе табыуы күпкә ауыр, – тине эксперт. – Шуның өсөн дә уларҙың эш хаҡы ныҡ юғары.
Искәндәр Мәхмүдов әйтеүенсә, Өфөләге ҡайһы бер һөнәрселек училищеларында, әйтәйек, радиоэлектроника буйынса белгеслеккә, конкурс ныҡ юғары, бер урынға 25 кеше тура килә. Шул уҡ ваҡытта шундай юғары уҡыу йорттары бар, уларҙа хатта бюджет урындарына ла абитуриенттар килмәй.
Мәктәп балаларынан тыш, ата-әсәләр ҙә күп күренде. Мәҫәлән, Ғәйшә менән Айбулат Хәйруллиндар “Йәш һөнәрмәндәр” паркына тиккә аяҡ баҫмаған. Тиҙҙән дүрт балалары ла үҫеп етеп, һөнәр һайлаясаҡ. Ҡайһы һөнәр иң кәрәклеһе, ниндәй эшкә ихтыяж ҙур икәнен өйрәнергә, белешергә килгәндәр.
– Игеҙәктәребеҙ Марат менән Ислам быйыл VIII класта уҡыясаҡ, IX кластан һуң, бәлки, берәй һөнәрселек училищеһына барырҙар, – тип һөйләй Хәйруллиндар. – Күңелдәренә ятҡан һөнәрҙе һайлаһалар, беҙ тик шатланасаҡбыҙ ғына. Сәлимә менән Кәрим өсөн ағалары һәр саҡ өлгө.
Эшлекле һөйләшеүҙәр күп булды
“Торатау” конгресс-холында дәүләт власы вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ғалимдар ҡатнашлығында төрлө йүнәлештә фекер алышыуҙар булды. “Үҫмерҙәр хәрәкәте: хәрәкәт үҫешенең статусы һәм киләсәге” тигән сессия, “Кадрҙар дефицитын бөтөрөү мәсьәләләре” тип аталған исем туйы, “Science Skillc” панель дискуссияһы, “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” исемле түңәрәк өҫтәл, “ВорлдСкиллс стандарттары буйынса демонстратив имтиханды үткәреүҙе методик йәһәттән оҙатыу” семинары, шулай уҡ бүтән төрлө стратегик сессиялар һәм башҡа бихисап саралар шул осорҙа даими үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Иҡтисади үҫештә компетенция эволюцияһы” тип аталған пленар ултырышта сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа модератор ролендә “Россия-24” телеканалының алып барыусыһы Роман Плюсов булды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бөгөн донъя дүртенсе сәнәғәт революцияһында йәшәй.
– Һәр сәнәғәт революцияһында, иң мөһиме, технологиялар үҙгәреше тип иҫәпләгәндә, ошо дисбаланс яйлап ҡына күтәрелә барҙы һәм катастрофик күләмдә артты, – тине Андрей Геннадьевич. – Һәм ошо хәтлем кеше ваҡытын белем эстәүгә сарыф иткән, әммә улар баҙарҙа кәрәкмәй булып сыҡты. Вакансиялар күп булһа ла, эшһеҙлек сәскә ата.
Андрей Назаров һөйләүенсә, Башҡортостандың үҙенең шәхси ҡыҙыҡһыныуы бар. Айырым алғанда, колледждарҙы техник яҡтан йыһазландырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Тиҙҙән белем усаҡтарына йөҙләгән оҫтахана килтереләсәк.
Был көндәрҙә бер нисә документҡа ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, “Профессиональ белемде үҫтереү институты” өҫтәмә профессиональ белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Түбәнге Новгород өлкәһенең Фән һәм мәғариф министрлығы һәм Томск өлкәһенең профессиональ белем биреү департаменты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Профессиональ белемде үҫтереү институты ректоры Максим Дмитриев һөйләүенсә, был өс юғары уҡыу йорто ла урта һөнәри белем биреү тәңгәлендә – лидер.
Бынан тыш, “Абилимпикс” үҙәге “Фабрика красок” берекмәһе һәм “ДискавеРуСкиллс” компанияһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Башҡортостан Хөкүмәте менән “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте араһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
Милли беренселек финалы уңайынан Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телеканалына интервью бирҙе, сараның файҙаһы тураһында бәйән итте.
– Иң ҙур файҙа беҙҙең өсөн, әлбиттә, йәш һөнәрмәндәр чемпионаты финалының Өфөлә ойошторолоуы, – тине Айбулат Хажин. – 170 мең квадрат метр майҙанды әҙерләү, 105 компетенцияны хәстәрләү, 750 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алыу... Һанап сығыу ғына анһат. Милли беренселек уҙғандан һуң ошо ҡорамалдарҙың бөтәһе лә республикабыҙҙың колледждарына таратып биреләсәк. Тимәк, белем усаҡтарында бынамын тигән оҫтаханалар эшләйәсәк.
Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, төрлө компетенциялар буйынса үҫешергә теләгән белем биреү учреждениеларына ярҙам итергә кәрәк. Быға хәтлем ҡайһы бер белем усаҡтары “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үҙгәртелгән дә инде.
“Торатау” конгресс-холында тәүге еңеүселәрҙе ҡотлау булды. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә өйрәтеүсе (наставник) номинацияһында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Мәҫәлән, Iурынға “НПП ОЗНА-инжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сыҡты, дипломды уның генераль директоры урынбаҫары Ришат Вәлитов сығып алды. II һәм III урындарҙы ”Нефтекама яһалма күн етештереү берекмәһе” менән “Благовещен арматура заводы” йәмғиәттәре бүлеште.
IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уның фекеренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ҡалаһында хеҙмәт байрамы, улай ғына ла түгел, эшсе һөнәрҙәр байрамы ойошторолдо.
– Мин бер нисә тапҡыр “Йәш һөнәрмәндәр” паркына барҙым, – тине Радий Хәбиров. – Сәмле бәйгелә ҡыҙ һәм егеттәрҙең нисек итеп хеҙмәт күрһәткәндәренә һәм ярышҡандарына шаһит булдым. Милли чемпионат республикабыҙҙың урта һөнәрселек уҡыу йорттарының үҫешенә ныҡлы этәргес бирҙе. Цивилизация эре аҙымдар менән алға табан бара, үҙ сиратында, өр-яңы һөнәрҙәр һәм компетенциялар барлыҡҡа килә. Беҙ республикабыҙҙа эшсе һөнәрҙәрҙе әүҙем рәүештә үҫтерәсәкбеҙ һәм һөнәрселек белем усаҡтарына ярҙам итәсәкбеҙ.
“Ватан” паркында алма төшөрлөк тә ер булманы
IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы 29 августа йәкшәмбе “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябылды. Шуға иғтибар иттек: милли беренселек финалы асылғанда амфитеатр майҙанында алма төшөрлөк тә ер табылманы, ә ябылыу ваҡытында халыҡ уға ҡарағанда ла күп ине.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Рәсәйҙең мәғрифәт министры Сергей Кравцовтың, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтовтың, Рәсәй Президентының эштәр идаралығының йәмәғәт проекттары буйынса начальнигы урынбаҫары Александр Журавскийҙың, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры Роберт Уразовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы.
Тантана илебеҙҙең 76 төбәгенең флагтары парады менән асылды.
Рәсәйҙең мәғрифәт министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, “Йәш һөнәрмәндәр” милли беренселеге – төп геройҙары мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм йәш белгестәр булған мөһим йәмәғәт сараһы.
– Бөгөн һеҙҙең менән Өфө ҡалаһында тотош аҙна һуҙымында барған ҙур сараны ябыу тантанаһында ҡатнашабыҙ, – тине федераль министр. – Ошо сараны ойоштороусыларға һәм, әлбиттә, милли беренселекте юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәшкәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтемде еткерәм. Шуға ныҡлы ышанам: чемпионат республиканың, дөйөм алғанда, илебеҙҙең үҫешенә ныҡлы булышлыҡ итәсәк. Был – эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалауға яҡшы этәргес.
– Шулай итеп, беҙҙең ҡатнашыусыларыбыҙ өсөн ошо ябай булмаған көндәр шаулап-гөрләп үтеп тә китте, – тип сәләмләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Һеҙҙең арала кемдер еңде, кемдер призер булды. Уның ҡарауы, ысынында һеҙҙең арағыҙҙа бер кем дә еңелмәне, сөнки барығыҙ ҙа – ысын профессионалдар. Һүҙ ҙә юҡ, был тәңгәлдә өйрәтеүселәрегеҙ һәм уҡытыусыларығыҙ ярҙам итте. Ошо көндәр һуҙымында һәммәбеҙ ҙә дуҫтарға әйләндек. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙгә, эш белеүегеҙгә һәм үҫмерҙәрсә йылғырлығығыҙға ғорурланабыҙ. Республикабыҙҙа һеҙҙе тағы ла ҡунаҡҡа көтәбеҙ.
Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов милли беренселек финалын уҙғарыуға тос өлөш индереүселәргә рәхмәтен әйтте, уның шул хәтлем юғары кимәлдә уҙыуына баҫым яһаны, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфө ҡалаһын WorldSkills йорто итеү теләген тулыһынса хупланы.
Рәсәй Президентының эштәр идаралығының йәмәғәт проекттары буйынса начальнигы урынбаҫары Александр Журавский әйтеүенсә, ул ошо көндәрҙә бихисап аҡыллы йәштәр менән осрашҡан, һуңғы йылдарҙа “ВорлдСкиллс” ярыштарында яңы көнүҙәк компетенциялар буйынса конкурстарҙың барлыҡҡа килеүенә ҡыуанған.
– Бәйгелә ҡатнашыусыларға рәхмәтем сикһеҙ. Өс көн буйы сығыш яһауы ауыр, ысынлап та, ҡатмарлы көрәштең шаһиты булдыҡ, – тине “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Роберт Уразов. – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә еңдегеҙ! Призер исемен алыу ҙа – мәртәбә, һис шикһеҙ, улар тулыһынса иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Әммә милли чемпионат финалында һәр ҡатнашыусы – шәхес. Һеҙ дөрөҫ йүнәлеште һайлағанһығыҙ. Һәр берегеҙ үҙ һөнәрегеҙҙе айырым үҫтерәһегеҙ, ә дөйөм алғанда, һәммәгеҙ ҙә ошо йүнәлеште ҡеүәтләйһегеҙ. Был – “ВорлдСкиллс Рәсәй” хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың миссияһы һәм беҙ бергәләшеп һеҙҙең менән уны эстафета итеп, тотош илебеҙ буйлап йөрөтәбеҙ. Ҡунаҡсыл Башҡортостанға, республика етәкселегенә, күркәм Өфө халҡына рәхмәт!
Рәсәйҙең мәғрифәт министры Сергей Кравцов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар милли беренселек еңеүселәренә һәм призерҙарына миҙалдар тапшырҙы. Дөйөм командалар зачеты буйынса Мәскәү ҡалаһының йыйылма командаһы WorldSkills милли чемпионаты финалының абсолют еңеүсеһе тип танылды. I урынға, миҙалдар һаны һәм 700 балл шкалаһы буйынса төбәк позицияһы рейтингы иҫәпкә алынып, Татарстан Республикаһы командаһы сыҡты. II урынды Башҡортостан Республикаһы менән Санкт-Петербург ҡалаһы командалары бүлеште. Ә III урын Мәскәү өлкәһе командаһына бирелде. Әйткәндәй, Башҡортостан йыйылма командаһына 280 конкурсант һәм 218 эксперт инде һәм ҡатнашыусылар араһында төбәк иң күренеклеһе һаналды.
Тамашасыларға “Голос Дети-2” телепроектында ҡатнашыусы Мария Мирова, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм Рәсәйҙең танылған коллективы “Dabro” дәртле йыр-моң бүләк итте. Байрам салютын олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡараны.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Өфө ҡалаһы.