Йәмғиәт
31 Август 2021, 12:00

Һәр ҡайһыһы лайыҡлы

Бүләкләнеүселәр араһында ер эшсәндәре, билдәле мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, табиптар, спортсылар, тәжрибәле идарасылар һәм етештереүселәр бар.

Һәр ҡайһыһы лайыҡлыҺәр ҡайһыһы лайыҡлы
Һәр ҡайһыһы лайыҡлы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ордендар, маҡтаулы исемдәр һәм почет грамоталары йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләрендә эшләгән 40-лап алдынғы хеҙмәткәргә бирелде.

– Бөгөн һеҙҙең менән, ысын хеҙмәт геройҙары менән бергә булыуы бик күңелле. Республика һеҙҙең кеүек кешеләр менән ғорурлана. Арағыҙҙа ер эшсәндәре, билдәле мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, табиптар, спортсылар, тәжрибәле идарасылар һәм етештереүселәр бар, – тине ул.

Етәксе белдереүенсә, ауырлығына ҡарамай, республика 2021 йылды яҡшы, үҫешкә йүнәлтелгән кәйеф менән уҙғара. Башҡортостанда донъя һәм ил кимәлендә ҙур саралар булды: VI Бөтә донъя фольклориадаһы, юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге. Ял көндө генә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы ябылды. Республикала сәнәғәт һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә. Ҡоролоҡҡа ҡарамай, ауыл хужалығында ла тотороҡло күрһәткестәр һаҡланған. Барлыҡ социаль бурыстар үтәлә.

Александр Сидякин белдереүенсә, был уңыштарҙа ошо залда ултырған кешеләрҙең дә өлөшө бар. Ул ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр тураһында айырым һөйләп үтте. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылынан Анастасия Шапошникова ла бар. Шәфҡәт туташы янып торған йорттан өс баланы ҡотҡарған. Уларҙы сығарғас иһә, кире инеп, утты һүндереүгә өлгәшкән һәм күп балалы ғаиләнең милкен дә һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе ғалим Геннадий Юхин, агропредприятие хужаһы Азат Хаҡов, Мәләүез һөт-консерва комбинатында эшләгән Нәзирә Емилова, уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм уйлап табыусы Юрий Ергин һәм хәрби Владимир Трофимовтың да хеҙмәттәрен юғары баһаланы.

Бөгөн награда алғандар араһында мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре байтаҡ булды. Рәсәй Президенты Указы менән Дуҫлыҡ орденына билдәле актер, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма академия театры режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Иҙрис Ғәзиев лайыҡ булды.

– Минең өсөн был ҙур награда. Мин йәшәгән музыка донъяһындағы дуҫлыҡ сикһеҙ һәм барыбыҙҙы ла берләштерә, – тине Иҙрис Ғәзиев.

Хөрмәтулла Үтәшев барлыҡ коллегаларын юғары наградалары һәм етеп килгән Белем көнө менән ҡотланы һәм халыҡты театр спектаклдәренә саҡырҙы.

Хеҙмәттәштәребеҙ ҙә был көндө иғтибарһыҙ ҡалманы. “Молодежная газета” баҫмаһының баш мөхәррире Елена Киселева менән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы фотохәбәрсеһе Олег Яровиков "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" исемен алды.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булып китте. Ул был награданы бар Мәҙәниәт министрлығының һәм 15 меңлек мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре армияһының хеҙмәтенә баһа тип ҡабул итте.

“Башлығыбыҙ Радий Хәбировтың командаһы, берҙәм һәм көйләнгән механизм кеүек, иңгә-иң терәп эшләй. Радий Фәрит улына, Хөкүмәттән коллегаларыма беҙҙең мәҙәниәткә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтәм. Матур республикабыҙҙың һәр мөйөшө тағы ла күркәмерәк булһын”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас