Йәмғиәт
1 Сентябрь 2021, 04:45

Өфө парктарын һайлап үҫтерәсәктәр

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфөлә парк зоналарын үҫтереү тураһындағы башланғысы тикшерелде.

Өфө парктарын һайлап үҫтерәсәктәрӨфө парктарын һайлап үҫтерәсәктәр
Өфө парктарын һайлап үҫтерәсәктәр

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфөлә парк зоналарын үҫтереү тураһындағы башланғысы тикшерелде.

Ултырыштың модераторы булараҡ Комиссия рәйесе Алия Әхмәҙуллина сығыш яһаны. Комиссия эксперты, “Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдарын үҫтереү институты” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте белгесе Дарья Ефремова Радий Хәбировтың Өфөлә парктарҙы һайлап алып үҫтереү мәсьәләләрен республика халҡы менән кәңәшләшеп хәл итеү буйынса башланғысын хупланы.

Ошо уҡ институт эксперты Эльмира Низамова граждандарҙы биләмәләрҙе төҙөкләндереү эшенә этаплап йәлеп итеү кәрәклеге тураһында һөйләне: тәүҙә тауыш биреү, артабан ҡайһы проектҡа өҫтөнлөк биреү кәрәклеген асыҡлау, проектты төрлө кимәлдәрҙә тикшереү, проект-смета документтарын әҙерләү, подрядсылар һайлау һәм башҡалар.

 

Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас