

Йәйҙең һуңғы көнөндә Рәсәй эстрадаһында үҙенсәлекле ҡылыҡтары, йырҙары менән дан алған рэпер - Өфө егете Моргенштерн өйләнде. Һөйгәне Дилара Зиннәтуллина менән Мәскәү ЗАГС-тарының береһендә яҙылышҡан улар.
Туйҙы мөмкин тиклем ябай итеп ойошторорға тырышҡандар: ҡыҙҙы һатып алыу, туйҙың төп өлөшө 90-сы йылдар стилендә, ябай костюмдар кейеп, стеналары ҡубып торған ябай подъездан башланған.
Тамада итеп билдәле алып барыусы, шулай уҡ үҙенсәлекле кеше Ксения Собчак тәғәйенләнгән. "Һап-һары күлдәк кейҙем, мин Өфөнән килгән йыраҡ туғандары ролендәмен", - тип яҙған Собчак үҙ сәхифәһендә.
Туйҙа иң аптыратҡаны кейәүҙең, йәғни Моргенштерндың кәләшенең туй күлдәген кейеп сығып йырлауы булғандыр. Әйткәндәй, беренсе тәҡдимде лә Дилара үҙе яһаған икән, синагогала йөҙөк бүләк итеп, кейәүе булырға саҡырған. Бының хаҡында рэпер Инстаграмдағы сәхифәһендә бүлешкән.
Туй мәжлесе кораблдә дауам иткән, шуға ла туй күлдәге кейгән рэперҙың сығышын фанаттарға ярҙан күҙәтеү мөмкинлеге булған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: туйҙың аҙағы ла 90-сы йылдарға хас тамамланған: полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, ҡоторған туйсыларҙы ҡулға алған һәм бер сәғәттән кире ебәргән.
Йәштәр нисек йәшәр, тойғолары ныҡлымы - ваҡыт күрһәтер.
Фото йырсының сәхифәһенән.