Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 08:03

Һаҡсыллыҡ серҙәре

original-present.ruoriginal-present.ru
Фото:original-present.ru

Мираҫ дуҫ-иштәре алдында һәр саҡ үҙенең аҡсаны тотона белеүе менән маһайырға ярата. Ғаилә бюджетын алып барыу тураһында күп уҡый, табыш менән сығымдарҙы  теүәл яҙып бара, аҙыҡ-түлекте акциялар буйынса алырға тырыша. Ҡатыны тәүҙә иренең был ғәҙәтенә көлөмһөрәп кенә ҡараһа, аҙаҡ бындай һаҡсыллыҡ йәненә тейә башланы.

Улдары донъяға килгәс тә, хәл әллә ни үҙгәрмәне – һаҡсыллыҡ балалар тауарҙарына күсте. Әнисә бошонманы, ҡасан да булһа иренең холҡо үҙгәреренә иҫәп тотто, өҫтәүенә  сабый тәрбиәләү күп ваҡытын алды, бәхәсләшеү өсөн форсат булманы.  Декрет ялында ултырғанда ла кейем яңыртмай булмауын аңлатыу ауырға төштө. “Аяҡ кейемдәре иҫкерҙе, пальто ярамай, ҡыҫа”, – тигәненә ире: “Һин бит урамдан ары китмәйһең, ниңә кәрәк һиңә яңы итек? Пальтоны эшкә сыҡҡас алырбыҙ”, – тип кенә яуапланы. Хатта  косметика алырға ла аҡсаһын йәлләгән ирҙең ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ, ғәрләнерлек хәл ине.  Барыһы ла ҡайныһының оло юбилей кисәһендә асыҡланды...

Әнисәнең күптән бындай ғаилә байрамдарында булғаны юҡ. Матур итеп кейенеп, балҡып йөрөгөһө килгән ҡатынға ҡыҙ саҡтағы күлдәген киңәйтеп тегеүҙән  башҡа сара ҡалманы.  Байрамға килгән ҡунаҡтар бер аҙ ултырғас, телдәре асылып китеп, эс серҙәре менән уртаҡлаша башланы. Мираҫтың атаһы улына һоҡланыуын йәшермәне: “Бындай “текә” машинаға нисек аҡса йыя алдың? Ә ниңә уны минең исемгә яҙҙырҙың?” – тине. “Шулай кәрәк, – тип кенә әйтеп ҡотолорға уйланы Мираҫ һәм, ғәҙәттәгесә, маҡтаныуҙан тартынманы. – Ғаиләлә һаҡсыллыҡ кәрәк, бөтәһенең дә минең кеүек ҡулынан килмәй шул”. Әнисәнең асыу-ярһыуы йөҙөнә сыҡһа ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәҫкә сабырлығы етте.

Иртәгәһенә әйберҙәрен сумаҙанға тултырған ҡатынын күреп, Мираҫ аптыраны: ”Ҡайҙа  йыйынаһың? Ашарға ла әҙерләмәгәнһең һаман”, – тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. “Бына һиңә һаҡсыллыҡтың тағы бер сере – ғаиләң ни тиклем бәләкәйерәк, аҡсаң шул тиклем күберәк яныңда ҡалыр”, – тип, сабыйын ҡулына алып, Әнисә ата-әсәһе янына юл тотто. Бер айҙан айырылышырға ғариза биргән йәш әсә тормошон өр-яңы биттән –  ҡоршауҙа тотҡан һаҡсыллыҡтан түгел, үҙ-ара хөрмәттән һәм аңлашып йәшәүҙән  башларға иҫәп тота.

- Динә Арыҫланова. 

Читайте нас