Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 07:46

Балың сифатлы булһын тиһәң...

Ғаиләне кәрәҙҙәр менән тәьмин итеү.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Төп бал йыйыу осорон оя яҡшы сифатлы кәрәҙҙәр менән тейешле күләмдә тәьмин ителгән хәлдә генә уңышлы файҙаланырға мөмкин. Ҡайһы саҡта умартасы ғаиләне ҡараған саҡта айырым кәрәҙҙәрҙә кәпләп ҡуйылмаған аҙ баллы күҙәнәктәр һәм өлөшләтә генә һут менән тултырылған күп күҙәнәктәр күрә. Шунан, ҡорттарға яңы һутты урынлаштырырға урын етерлек, тип яңылыш һығымта яһай ҙа ояны кәрәҙҙәр менән киңәйтмәй һәм бының менән бал йыйыуға төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә.

 

Юғалтыуҙар булмаһын

 

Әгәр ҙә кәрәҙҙәр менән бер тигеҙ тәьмин ителмәһәләр, көсө һәм эшкә һәләтлелеге буйынса бер тиң ҡорт ғаиләләре балды төрлөсә күләмдә йыясаҡ. Шулай, мәҫәлән, бал йыйыу осоро башланыу мәленә магазины менән бергә 12 рамлы (дадан) умартаны биләгән ике ғаиләнән өҫтәмә рәүештә икенсе магазин ҡуйыл­ғаны балды күберәк йыясаҡ.

Күҙәнәктәрҙең тултырылмаған булыуы ҡорттарҙың умартаға 40 проценттан алып 80 процентҡа тиклем һыулы шыйыҡ сәскә һуты килте­реүе менән аңлатыла. Уны балға эшкәрткәндә ҡорттар күп кенә дымды айырып ала (өлгөргән балда 20–21 процент тирәһе һыу бар). Ғәҙәттә, һутты бал итеп эшкәртеү биш-алты көн дауам итә. Өлгөргән бал менән ҡорттар кәрәҙҙең һәр күҙәнәген тулыһынса тултырып көпләп ҡуя. Бындай күҙәнәктәрҙә 0,43 грамм тирәһе бал була.

Әйткәндәй, ҡорттар яңы килтерелгән һут менән күҙәнәктең бары тик өстән бер өлөшөн генә тултыра (0,14 грамм тирәһе). Артабан һыу парланып сығыу һәм һут ҡуйыра төшөү менән күҙәнәктә ул тәүге хәленән аҙая төшә. Ҡорттар күҙәнәктәрҙең бер аҙ өлөшөн тултырырға ты­рыша, әммә бер ҡасан да төрлө көндәрҙә килтерелгән һутты бер үк күҙәнәккә һалмай.

Ҡорт ғаиләһенең һутты урынлаштырыу һәм эшкәртеү өсөн кәрәҙҙәргә талабы бал йыйыуҙың ниндәй булыуына бәйле. Уның көслөрәк булыуына ҡарап, һутты урынлаштырыу һәм балдың өлгөрөүе өсөн кәрәкле кәрәҙҙәргә лә талабы арта. Кәрәҙҙәр менән етерлек кимәлдә тәьмин итмәгән хәлдә етерлек тиклем өлгөрөп етмәгән бал ҡыуып алырға мәжбүр булаһығыҙ, сөнки умартаға көн һайын күберәк һут килтертеү яғын ҡарайһығыҙ бит.

Алдан алынған балдың дымлылығы юғары була һәм сифаты буйынса ла өлгөргән балдан айырылып тора. Ул тиҙ генә әсеп бара һәм насар һаҡлана, шуның өсөн дә ундай балды һатырға һәм һатып алырға ярамай.

Бал йыйыу көсәйгән һайын, бал ҡорто ғаиләһенең кәрәҙҙәргә ихтыяжы юғарыраҡ була, һәм улар умартаға ни тиклем әҙерәк ҡуйылһа, балды юғалтыуҙар ҙа күберәк тәшкил итә. Өҫтәмә магазиндарҙы умартаның корпусына элек ҡуйылған өҫтәмәнең аҫтына, йәғни оя корпусы менән ҡуйылған магазин араһына урынлаштыралар. Аҫҡы корпуста ҡорттар – яңы һутты, өҫкөһөндә өлгөргән балды урынлашты­расаҡ, сөнки ҡорттар балды һәр саҡта ла өҫкө корпустарҙа һәм магазиндарҙа урынлаштырырға тырыша. Әгәр ҙә һеҙҙең һаҡлыҡта төҙөлгән әҙер кәрәҙҙәрегеҙ булмаһа, магазин­дарҙа яртылаш төҙөлгән кәрәҙҙәр йәки бала­уыҙлы рамдар ҡуялар.

 

Бал йыйыу шарттарының үҙенсәлектәре

 

Төп бал йыйыу осоро түбәндәгесә бүленә. Башланыу ваҡыты буйынса: иртә – июндең икенсе ун көнлөгөнән алып, мәҫәлән, ҡурай еләгенән, аҡ кәрешкәнән, төрлө ялан үләндә­ренән (сабып алынғанға тиклем) һут йыйыу; уртаса — июндең аҙаҡтарынан июлдең беренсе яртыһына тиклем, мәҫәлән, йүкәнән, иртә сәселгән ҡарабой­ҙайҙан, ҡандала үләненән; һуң – июлдең икенсе яртыһынан августың уртаһына тиклем, мәҫәлән, көнбағыштан, ҡандала үләненең орлоғонан, кипрейҙан.

Ҡандала үләне һәм бо­лануттың сәскә атыуы июнь аҙағында башлана һәм 35–45 көн дауам итә, шуның өсөн һуңғы ике ваҡытты үҙ эсенә ала.

Дауамы буйынса: ҡыҫҡа – йүкәнән (7–12 көн), уртаса – ҡарабойҙайҙан (15–20 көн), дауамлы ҡандала үләненән, болануттан, ҡарабойҙайҙан, төрлөсә срокта сәселгән осраҡта (30–40 көн).

Йышлыҡ, йәғни үлсәүҙәге умартаның көндәлек артымы буйынса: һүрән – ике килограмға тиклем; уртаса – өс-дүртәр килограмм; көслө – биш-етешәр килограмм; бик көслө – һигеҙҙәр килограмм һәм унан күберәк.

Бал бирә торған үҫемлектәргә бәйле рәүештә төп бал йыйыу йүкә, йүкә-ҡарабойҙай, ҡарабой­ҙай, ҡарабойҙай-көнбағыш балы булыуы мөмкин. Юғарыла һанап кителгән бөтә үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, бал йыйыуҙың урындағы тибын һүрәтләргә мөмкин. Мәҫәлән, йүкә тибы йүкәлектәр ҙур майҙандарҙы биләгән ерҙәргә тура килә, йәғни ҡыҫҡа ваҡытлы, әммә бик көслө бал йыйыу мәле була. Ҡарабой­ҙай-көнбағыш тибы һуң, дауамлы, уртаса көслө бал йыйыу мәле булып тора. Ҡандала үләненән бал йыйыу – дауамлы, көслө.

Д.Т. Шакиров “Пчеловодство Башкирии” тигән китабында беҙҙең республикала йүкә, йүкә-ҡарабойҙай, ҡарабойҙай-көнба­ғыш тибын, шулай уҡ бал бирә торған төрлө ялан, баҫыу һәм урман аҡландарының үҫемлектә­рен айырым һүрәтләп яҙа һәм: “Башҡортостан территорияһы өс төп тәбиғи зонаға – тау-урман, урман-дала һәм дала зоналарына бүленә», — ти.

Ҡайһы бер авторҙарҙың мәғлүмәттәре буйынса, һәр зонаға аныҡ төп бал йыйыу тибы тура килә. Мәҫәлән, тау-урман зонаһына — йүкә, урман-далаға — ҡарабойҙай тибы һ.б. Ләкин беҙҙең тарафтан Башҡорт­остандың бал йыйыу шарттарын өйрәнеү шуны күрһәтте: һәр зонала бал йыйыуҙың күрһәтелгән ике, хатта өс тибы осрай. Шуның өсөн бал йыйыу буйынса оҡшаш типлы райондарҙы бер төркөмгә индерҙек, һөҙөмтәлә дүрт төркөм барлыҡҡа килде:

  1. Бал йыйыуҙың йүкә тибы өҫтөнлөк иткән райондар: Архангел, Благовещен, Ғафури, Иглин, Нуриман, Тәтешле һәм баш­ҡалар.
  2. Бал йыйыуҙың йүкә-ҡа­рабойҙай тибы өҫтөнлөк алған райондар: Ауырғазы, Бәләбәй, Борай, Йылайыр, Йәрмәкәй, Күгәрсен, Әбйәлил һ.б.
  3. Бал йыйыуҙың ҡарабойҙай-көнбағыш тибы өҫтөн булған райондар: Бишбүләк, Бүздәк, Дәү­ләкән, Миәкә, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Саҡмағош, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Шиш­мә, Әлшәй.
  4. Бер типҡа ла хас булмаған (яландарҙың, көтөүлектәрҙең, баҫыуҙарҙың һәм урман аҡ­ландарының төрлө-төрлө үлән­дәренән) бал йыйыу райондары: Баймаҡ, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Учалы, Хәйбулла, Шаран.

 

Һеҙ быны беләһегеҙме?..

 

l “Һут” һүҙе (нектар), грек теленән тәржемә итһәң, үлем­һеҙлек бүләк итә торған “аллалар эсемлеге” тигәнде аңлата.

l Бер ҡалаҡ бал (30 грамм) әҙерләү өсөн 200 ҡорт иң яҡшы йыйым осоронда көн буйы һут йыйырға мәжбүр. Яҡынса шунса уҡ ҡорт умартала һутты ҡабул итеү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ошо уҡ ваҡытта ҡорттарҙың бер өлөшө ҙур тырышлыҡ менән ояны елләтә, быныһы иһә һуттан артыҡ һыуҙы парландырыу ниәтенән эшләнә;

l Бер килограмм бал йыйыу өсөн ҡорттар 4500-гә тиклем осош яһарға һәм 6–10 миллион сәскәнән һут алырға тейеш. Көслө ғаилә көнөнә 5–10 килограмм бал (10–20 килограмм һут) йыя ала.

 

- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

Читайте нас