Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 12:15

Башлыҡтар кәңәшмәгә йыйылды

Бөгөн Реcпублика йортонда төбәктең муниципалитет етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә уҙҙы.

Башлыҡтар кәңәшмәгә йыйылдыБашлыҡтар кәңәшмәгә йыйылды
Башлыҡтар кәңәшмәгә йыйылды

Бөгөн Реcпублика йортонда төбәктең муниципалитет етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә уҙҙы. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Етәксеһе муниципалитеттар миҫалында төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең яҡынса йомғаҡтары менән таныштырҙы, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу күрһәткестәре, Берҙәм һайлау көнөн уҙғарыу буйынса һәм башҡа төп бурыстарҙы билдәләне. Айырыуса коронавирустан вакцинациялау тиҙлеген арттырыу зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар биләмәләрҙең социаль инфраструктураһы үҫеше, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, урындағы ҡаҙнаның килем өлөшөн арттырыу, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеште юлға һалыу мәсьәләләре хаҡында һөйләште.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас