Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 14:30

Ленин паркын төҙөкләндерергә кәрәкме?

Был мәсьәлә буйынса халыҡ араһында фекер айырмалығы күҙәтелә. 

Ленин паркын төҙөкләндерергә кәрәкме?Ленин паркын төҙөкләндерергә кәрәкме?
Ленин паркын төҙөкләндерергә кәрәкме?

Белеүебеҙсә, 28 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө халҡына баш ҡаланың ниндәй парктарын тәү сиратта төҙөкләндереү буйынса фекерҙәрен еткерергә тәҡдим иткәйне.

Баш ҡала халҡы парктарҙы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы тауыш биреүен дауам итә. Әлеге мәлдә иң күбе Нефтехимиктар паркы өсөн йыйылған (34 процент). Дим районындағы Үҙәк парк һәм Инорстың Йылы күле янындағы парк зонаһы өсөн бирелгән тауыштар һаны 20-шәр процент тәшкил иткән. Башҡалар әлегә 10 процентлыҡ сикте үтә алмай. Урмансылар паркы – туғыҙ, Якутов исемендәге парк – ете, Мәжит Ғафури исемендәге парк – дүрт, Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы – ете, Ленин исемендәге парк өс процент тауыш йыйыуға өлгәшкән.

Һуңғы парк буйынса фекерҙәр айырмалығы күҙәтелә. “Ленин паркын исемлектән алырға кәрәк. Унда нимәне төҙөкләндерергә мөмкин? Бары тик магазин һәм кафе ғына етмәй”, - тип яҙа Өфөнән бер кеше. “Емерек урындарҙы рәтләргә кәрәк, ә Ленин паркы сағыштырмаса яҡшы торошта”, - ти баш ҡалала йәшәгән икенсе берәү. “Ленин паркы – бик матур урын, әммә унда, ArtTerria аллеяһынан башҡа, ҡарарлыҡ ер юҡ. Бында инфраструктураны үҫтерергә кәрәк”, - тип билдәләгән бер ханым.

Ленин исемендәге парк – Рәсәй халыҡтарының төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫы объекты. Уға 1867 - 1872 йылдарҙа Өфө губернаторы Сергей Петрович Ушаковтың бойороғона ярашлы нигеҙ һалына. Уға тиклем бында мал көтөү урыны булған. Губернатор резиденцияһының тәҙрәләре ошондай йәмһеҙ күренешкә ҡарап тормаһын өсөн был урында парк төҙөргә ҡарар итәләр. Уны Ушаков паркы тип атап йөрөтә башлайҙар. Ҡалалағы тәүге мәҙәни ял урыны була ул. Йылдар үтеү менән паркта каруселдәр, сауҙа нөктәләре, “Мир” йәйге кинотеатры барлыҡҡа килә. Ошонда уҡ ямғыр ваҡытында йүгереп барған үҫмерҙәр һынландырылған “Тәүге һөйөү” исемле беренсе фонтан асыла.

Паркка йәнәш кенә Софьюшка аллеяһы, Зыя Нуриев исемендәге сквер, Ленин урамындағы йәйәүлеләр биләмәһе, ArtTerria аллеяһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң скверы урынлашҡан.

Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас