

Һуңғы йылдарҙа донъяла һәр ваҡиғаға ҡағылышлы мәғлүмәт ағымының айышына төшөнөү ауырайҙы, сөнки араһында ялғандары ла бик күп. Ҡайһыһы дөрөҫлөккә тура килгәнен эксперттар ҙа тиҙ генә аңлата алмай. “Береһен асыҡлап өлгөрмәйһең, яңылары күбәйә”, – тиҙәр. Бигерәк тә социаль селтәрҙәге яңылыҡтарҙың байтағына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйһең.
Ундайҙар тиҙерәк тарала
Күптән түгел “Edelman Trust Barometer” агентлығы үҙенең сираттағы йыллыҡ отчетында ғәжәп һандар килтерҙе: һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 83 проценты интернетта маҡсатлы рәүештә таратылған ялған яңылыҡтарҙың дәүләт-ара ыҙғыштарға алып килеү ихтималлығынан ҡурҡа икән. Был осраҡта бөтә кешенең 73 проценты тәғәйен хәбәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме-юҡмы икәнлеген айыра алмауы тураһында әйткән.
Ошондай агентлыҡтар үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ялған мәғлүмәт дөрөҫ хәбәргә ҡарағанда уртаса ете тапҡырға тиҙерәк тарала! Элек ышанып килгән һәм күнегелгән хәлде “баштүбән әйләндереп” аңлатыуҙары кешене нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра икән.
Һуңғы бер-ике тиҫтә йыл эсендә мәғлүмәт таратыу тиҙлеге ныҡ артты, был иһә социаль ысынбарлыҡты боҙоп күрһәтеүгә алып килә, ти эксперттар. Мәғлүмәттән файҙаланыусылар төрлө яҡтан ағылған яңылыҡтар “бутҡаһы”нан ялҡа, арый һәм, белгестәр әйткәнсә, “хроник мәғлүмәт токсикозы” барлыҡҡа килә.
Дезинформация яңы күренеш түгел. Уға ҡаршы көрәш элек-электән алып барыла, әммә һанлы технологияларҙың үҫеше быға хәтлем булған көрәш ысулдарын юҡҡа сығара бара. Әлбиттә, был йүнәлештәге ынтылыштар туҡталмай. Германияла 2017 йылда социаль селтәрҙә дөйөм нәфрәт таратыуға ҡаршы йүнәлтелгән закон, мәҫәлән, интернет ҡулланыусыларға ниндәй ҙә булһа сайттағы хәбәргә ҡарата ялыу биреү мөмкинлеген тыуҙыра. Унда шулай уҡ йөкмәткеһендә күрәләтә ялған хеҙмәтләндереү тураһында һүҙ барған реклама тексы урынлаштырыусыларға яза ла ҡаралған икән.
Был ҡанунда шулай уҡ янау, мыҫҡыллау, дәүләтте кәмһетеү, дингә ҡаршы йүнәлтелгән һәм башҡа насар хәбәрҙәр өсөн Германияның Енәйәт кодексында ҡаралған егерменән ашыу статья буйынса яуаплылыҡ тәғәйенләнгән. Бындай осраҡтарҙа социаль селтәр хужалары ғына түгел, ә мессенджерҙар ҙа яуап бирергә тейеш икән. Һөҙөмтәлә, Facebook күптән түгел хәбәр иткәнсә, законһыҙ контентҡа ҡарата ҡырҡа күбәйгән ялыуҙар менән эш итеү өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына бер нисә йөҙ хеҙмәткәрҙе ялларға тура килгән. Улар, тәбиғи, эшенең һөҙөмтәһен дә күрһәтергә ынтыла. Мәҫәлән, яңыраҡ Titanic сатирик сайтының аккаунтын япҡандар. Бөтә был һәм башҡа бөгөнгө саралар ташҡын булып ағылған мәғлүмәтте дөрөҫлөккә тап килеү, килмәү күҙлегенән көйләй алырмы – уныһын ваҡыт күрһәтер.
Штраф ҙур
Рәсәй Федерацияһының 2019 йылдың 18 мартында ҡабул ителгән “Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 15.3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 31-се Федераль законы селтәр баҫмаһы булған ресурста дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт табылыуы айҡанлы уны йоҙаҡлауҙың махсус процедураһын билдәләгән. Рәсәйҙең Генераль прокуроры йәки уның урынбаҫары “Роскомнадзор”ға теге йәки был селтәр баҫмаһына ялған мәғлүмәтте алып ташлау хаҡында талап ебәрергә хоҡуҡлы.
Әгәр ҙә селтәр баҫмаһы редакцияһы ошо күрһәтелгән мәғлүмәтте кисекмәҫтән алып ташламай икән, “Роскомнадзор” элемтә операторҙарына әлеге селтәр баҫмаһының интернеттағы эшмәкәрлеген тыйыу тураһында талап ҡуя. Әммә шуныһы бар: был ялған тип табылған мәғлүмәт яңылыҡтар агрегаторы булған ресурстан алынған икән, уға һылтанма яһаған башҡа сайттарға яза бирелә алмай.
Яуаплылыҡ кимәле ярайһы уҡ юғары: Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында кодексының 13.15-се статьяһы дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт таратҡан өсөн граждандарға – 400 мең һумға саҡлы, вазифалы кешеләргә – 600 мең һумдан алып 900 мең һумға тиклем, ойошмаларға бер миллион һумдан алып 1,5 миллион һумға саҡлы штраф һалыуҙы күҙ уңында тота. Күрәләтә ялған хәбәр таратҡан ҡайһы бер сығанаҡтарҙың Рәсәйҙән ситтә урынлашыуы ла хәҙер һис сер түгел. Бындай осраҡта әлеге хәл өсөн граждандарға – 6,153 мең АҠШ доллары, вазифалы кешеләргә ҡарата 13,8 мең АҠШ доллары, ойошмаларға 23 мең АҠШ доллары күләмендә штраф һалына.
Фейк-яңылыҡтарға ҡаршы йүнәлтелгән законды ғәмәлгә индереү зарурлығы шуның менән аңлатыла: социаль яҡтан әһәмиәтле темаларға ҡағылышлы дезинформация тотош бер комплекс – финанс-иҡтисади һәм социаль-сәйәси өлкәләрҙән алып кешенең сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә саҡлы – хәүеф тыуҙырырға мөмкин. Хәлдең даими үҙгәреп тороуын иҫәпкә алып, был ҡанунды тормошта ҡулланыу тәжрибәһенә ҡарап камиллаштыра барыу күҙаллана. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Балаларға ярҙам буйынса милли үҙәк директоры Екатерина Мизулина белдереүенсә, илдең сит ил агенттарына ҡағылышлы ҡануниәтен камиллаштырыу фейктарға ҡаршы көрәштә мөһим аҙым була ала. Ә “Федераль яңылыҡтар хеҙмәте” хәбәр итеүенсә, ошо йүнәлештәге ҡануниәтте комплекслы реформалау һөҙөмтәһендә айырым кешеләр һәм киң мәғлүмәт саралары таратҡан имеш-мимеш хәбәрҙәр 40 процентҡа кәмегән.
Уйҙырмалар, уйҙырмалар...
Һәр төрлө уйҙырмалар “рейтинг”ында беренсе урынға коронавирус инфекцияһы тураһындағы ялған мәғлүмәтте ҡуйырға мөмкиндер, моғайын. Айырыуса 2020 йыл ундай хәбәрҙәргә бай булды. “Халыҡ-ара фактчекерҙар ассоциацияһы” (факттарҙың дөрөҫлөгөн тикшереүселәр) донъяның 40 телендә коронавирус тураһындағы туғыҙ меңдән ашыу фейкты фашлауы тураһында белдерҙе.
Был ялған мәғлүмәт буйынса топ-10 түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: 1) вертолеттарҙан коронавирустан дизенфикциялау препараттары һибелә. Уларҙы, йәнәһе, һынап ҡарау өсөн үткәрәләр, хатта был ҡалаларҙың һәм ҡасабаларҙың исемлеге лә бирелә. Коронавирусты контролдә тотоу һәм мониторинг алып барыу буйынса оператив штаб уйҙырманы бер нисә тапҡыр кире ҡаҡһа ла, хәбәр таралыуын дауам итте; 2) вакцина яһағанда кешегә чип ҡуйыла. Йәнәһе, “Microsoft”ҡа нигеҙ һалған Билл Гейтс ошо чип ярҙамында бөтә кешелекте контролдә тоторға йыйына; 3) күренекле Рәсәй педиатры һәм хирургы Леонид Рошаль коронавирусты һарымһаҡ менән дауаларға кәңәш итә. Кисектергеһеҙ ярҙам һәм балалар хирургияһы институты директоры үҙе ошо “мәғлүмәт”те бер нисә тапҡыр кире ҡағыуға ҡарамаҫтан, был хәбәр интернет буйынса ҙур тиҙлектә таралыуын дауам итте; 4) коронавирус араҡынан ҡурҡа. Италия медицинаһында, йәнәһе, 20 йыл эшләгән табиптың үҙен араҡы менән дауалауы һәм иҫ киткес шәп һөҙөмтәгә ирешеүе тураһындағы видеороликты күптәр ҡыуанып ҡаршы алды. Бының кире эҙемтәһе тураһында уларҙың уйларға ла теләмәгәнендә шик юҡ; 5) кеше талаусылар наркотик һөртөлгән битлек тарата. Йәнәһе, йортҡа уҡ килеп бушлай битлек таратыусыларға ышанмағыҙ, улар, һеҙҙе йоҡлатып, фатирҙы талаясаҡ; 6) 5G вышкалары кешенең иммунитетын көсһөҙләндерә һәм халыҡ күпләп коронавирус менән сирләй башлаясаҡ; 7) тест үткәреү һылтауы менән махсус рәүештә коронавирус йоҡторалар; 8) Рәсәйҙә хәрби режим индереләсәк; 9) серәкәйҙәр коронавирус тарата. Табиптар был хәбәрҙе кире ҡаға; 10) һау кеше һәм сирле битлекте төрлөсә кейергә тейеш...
Алдаҡсы алдай-алдай оҫтара
Дөйөм алғанда, ялған мәғлүмәт таратыусылар ике төркөмгә бүленә. Беренсеһе – интернеттағы шәхси аккаунтына мөмкин тиклем күберәк яҙылыусылар һанын йәлеп итергә ынтылыусылар. Бының өсөн улар теләһә ниндәй уйҙырманы урынлаштырырға әҙер. Икенсе төркөмдә – аңлы рәүештә йәмғиәттә ығы-зығы һәм властарға ҡарата ышанмаусанлыҡ тыуҙырырға маташыусылар.
“Федераль яңылыҡтар хеҙмәте” раҫлауынса, быйыл ялған мәғлүмәт таратыу күләме, былтырғы осор менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк буласаҡ. Сәбәбе – Рәсәй Дәүләт Думаһына сентябрҙә үткәреләсәк һайлауҙар. Губернатор һайлау үткәрелгән төбәктәрҙә һәр төрлө фальсификаторҙарҙың әүҙемләшеүе күҙәтелде лә инде.
“Эксперттар быйыл профессиональ төркөмдәрҙең бөтә Рәсәй буйынса фейктар таратыу механизмы булдырыу тураһында һөйләшеп килешә башлауын хәбәр итте”, – ти Елена Мизулина. Ә “Федераль яңылыҡтар хеҙмәте” провокаторҙарҙың тотороҡло аккаунттар һәм пабликтар селтәре төҙөүе тураһында яҙа, был өҫтөнлөктө улар киләсәктә лә файҙаланыр һәм әүҙемләштерә барыр, тип көтәләр. Тимәк, барыбыҙға ла уяу булырға кәрәк, теләһә ниндәй шикле хәбәрҙе таратырға, уларға ышанырға ашыҡмағыҙ.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.