

Бөгөн Шишмә районының Келәш ауылында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтте. Белеүебеҙсә, был сара “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды тарафынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары менән берлектә уҙғарыла.
Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙен уңайлы мөхиттә тойоу, иғтибар һәм йылылыҡ менән солғаныу, һәләттәрен, тәбиғи асылын асыу, сетерекле һорауҙарға белгестәрҙән яуап, кәңәш алыу мөмкинлеге биргән бындай саралар Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторола.
Йолаға ярашлы, был юлы ла ла тематик биләмәләр эшләне. “Ижад биләмәһе”ндә Шишмә оҫтабикәләре ҡул эшенә һәм башҡа маһирлыҡтарын күрһәтте. “Ҡыҙыҡһыныусан ҡатын-ҡыҙҙар биләмәһе”ндә “үҫмер менән дуҫлашыу” темаһы күтәрелде. Ҡатнашыусыларға “Үләндәр, аш-һыу һәм аш эшкәртеү” темаһына ойошторолған һөйләшеү ҙә бик оҡшаны. “Яман шешкә нигеҙ булған миңдәрҙе нисек асыҡларға?”, “Зауыҡлы гардероб – ябай ҙа, уңайлы ла”, “Осрашыу шатлыҡ килтерһен!” (адреслы матди ярҙам саралары тураһында) әңгәмәләр ҙә күптәр өсөн фәһемле, файҙалы булды.
Тар йүнәлештәге табиптарға 200 самаһы кеше күренә алды. Айырыуса флеболог, маммолог һәм балалар аллергологына төбәп килгәндәр күп ине.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең эшендә проекттың авторы, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. "Минең күптән һеҙҙең ауылда булырға теләгем бар ине. Бында килеү менән йылы мөхиткә юлыҡтыҡ. Бөгөн һәр кем үҙе өсөн ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алғандыр тип ышанам. Шишмә ерендә дуҫтарыбыҙҙың бөгөн икенсе тапҡыр “Изге эштәр мәле” акцияһын уҙғарыуы ҡыуандыра", - тип билдәләне Каринэ Хәбирова.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” 16-сы туҡталыш урыны итеп Келәш ауылын юҡҡа һайламаны. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылында талантлы, ижади ҡарашлы, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Ҡунаҡтарҙы шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова ла тәбрикләне.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға тәғәйенләнгән “Изге эштәр мәле” хәйриә акцияһы – “Мәрхәмәтлек баш ҡалаһы” һәм “Балалар донъяһы” хәйриә фондтары менән “ФармЭко”, “МС Интермарк Авто” компаниялары берлектә ойошторған проект. Уның маҡсаты – етемдәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалған ишле, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ярҙам итеү. Ҡатнашыусы компаниялар балалар йорттарына, социаль үҙәктәргә гигиена саралары, уйынсыҡтар, кейем, йыһаз, коляскалар, спорт тауарҙары алып бара. Өфөгә улар 32 паллет күләмендәге йөк – балалар өсөн 2000-дән ашыу кәрәкле әйберҙәр алып килде.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нә компанияларҙың етәкселәре – “Изге эштәр мәле” акцияһының меценаттары килде һәм гуманитар йөктө артабан балалар учреждениеларына бүлеү өсөн “Бәхет биләмәһе” фондына тапшырҙы. Бөгөн үк Шишмә районындағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына һәм Шишмә район үҙәк дауаханаһына ярҙам күрһәтелде.
– “Изге эштәр мәле” хәйриә проектында “ФармЭко” компаниялар төркөмө дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша. Быйыл беҙ биш ҡаланы – Санкт-Петербург (Павловск), Өфө, Курск, Воронеж, Новосибирскиҙы алдыҡ. Өфөлә икенсе тапҡырбыҙ. Былтырғы йылдағыса, йөк ҙур ғына, шуға күрә уны бөтә республиканың учреждениеларына бүләсәкбеҙ. “Изге эштәр мәле” акцияһы дауам итә, илебеҙ төбәктәрендә тағы ла осрашырбыҙ әле, - тине “ФармЭко” компаниялар төркөмө Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Геннадий Дюмин.
“Беҙҙең даими партнерҙарыбыҙға – “ФармЭко”, “МС Интермарк авто”, “Балалар донъяһы” компанияларына ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙҙең уртаҡ тырышлығыбыҙ матур һөҙөмтәләргә өлгәштерә – балаларҙың бәхетле көлөү тауыштарын һәм ихлас йылмайыуҙарын бүләк итә”, - тип саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты “Мәрхәмәтлек баш ҡалаһы” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Владислав Федотов.
“Беҙҙең “Изге эштәр мәле” хәйриә башланғысы уңышлы үҫешә һәм яңы биләмәләргә тарала. Былтыр беҙ партнерҙарыбыҙ менән бергә туғыҙ төбәккә дөйөм алғанда 27 миллион һумға торошло ярҙам күрһәттек, быйыл да булышлыҡ күләмле һәм файҙалы буласаҡ. Проект киләсәктә лә сәскә атыр һәм һөйөү-хәстәрлеккә мохтаждарға бәхет бүләк итер тип ышанабыҙ”, - тип билдәләне “Балалар донъяһы” хәйриә фондының проекттар буйынса менеджеры Диана Альбертовна Облог.
Рәсәй Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылыш депутаты Павел Качкаев та академияның ҡунағы булды.
"Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә сәләмәтлек, әсәлек, үҙ-үҙеңде үҫтереү биләмәләрен берләштерә алыуы ҡыуандыра. Гүзәл зат ныҡлы ғаиләһе, яратҡан ире һәм балалары булғанда бәхетле. Беҙҙең ике балабыҙ хәҙер үҙҙәре ғаиләле, ете ейәнебеҙ үҫә. Улар сирләп китһә, беҙ ҙә борсолабыҙ. Һуңғы йыл ярым ваҡытта, пандемия сәбәпле, яҡшылап күрешә лә алмайбыҙ.
Һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың күңеленә ятҡан, уны арытмаған, ғаиләһенә ваҡыт бүлергә мөмкинлек ҡалдырған эше булыуы мөһим. Шулай уҡ гүзәл заттың үҙе өсөн матурлыҡ тыуҙырырға, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән танышырға, уларҙан ниндәйҙер ҡыҙыҡлы нәмәләргә өйрәнергә лә мөмкинлеге булырға тейеш", - тине сара ҡунағы.
Фото: Шишмә районы хакимиәте.