Йәмғиәт
4 Сентябрь 2021, 15:30

Йәмәғәт урындары һәр йәһәттән уңайлы булырға тейеш

Парктарҙы төҙөкләндереү тураһында - Башҡортостан Башлығының йәмәғәт биләмәләрен һәм ҡала мөхитен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова. 

Йәмәғәт урындары һәр йәһәттән уңайлы булырға тейешЙәмәғәт урындары һәр йәһәттән уңайлы булырға тейеш
Йәмәғәт урындары һәр йәһәттән уңайлы булырға тейеш

Белеүебеҙсә, 28 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө халҡына баш ҡаланың ниндәй парктарын тәү сиратта төҙөкләндереү зарурлығын билдәләү буйынса фекерҙәрен еткерергә тәҡдим иткәйне. Республика етәксеһе, һөҙөмтәләр ике аҙнанан иғлан ителәсәк, тип белдерҙе.

“Башинформ” агентлығы парктарҙы төҙөкләндереү тураһында һорау менән Башҡортостан Башлығының йәмәғәт биләмәләрен һәм ҡала мөхитен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапуловаға мөрәжәғәт итте. Һеҙҙең иғтибарға ошо әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

- Һеҙҙеңсә, исемлеккә индерелгән парктарҙың ҡайһыһын тәү сиратта төҙөкләндерергә кәрәк?

- Барыһы ла мөһим. Әммә уларҙа комплекслы инфраструктура – велосипед, йәйәүлеләр юлдары булдырыу мөһимерәк. Парктар үҙҙәре таҙа, уңайлы, төҙөк булыу менән бер рәттән, уларға илткән юлдар ҙа яҡшы, балалар өсөн дә, йәйәүлеләргә лә хәүефһеҙ, һәр кем йөрөй алырлыҡ булырға тейеш. Мин тәү сиратта комплекслы ҡала системаһы булдырыу өсөн тауыш бирәм.

- Өфөлә ниндәй биләмәләр, парк зоналары булдырырға кәрәк? Баш ҡалаға нимәләр етмәй тип иҫәпләйһегеҙ?

- Ниндәй биләмәләр булдырырға кәрәкме? Комплекслы инфраструктураһы булған урындар. Парк тигән төшөнсәгә киңерәк ҡарарға кәрәк. Ҡалабыҙҙа йәмәғәт урындары парктар менән генә сикләнмәй. Беҙ майҙандарҙы, урамдарҙы, йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙы, бульварҙарҙы үҫтереү тураһында һүҙ алып барырға тейешбеҙ. Өфөгә ундай урындар етешмәй, ә үҫешкән йәмәғәт урындарының күп булыуы баш ҡаланың йөҙөн, статусын билдәләй. Белеүебеҙсә, 90-сы йылдарҙан күптәрҙә Арбат идеяһы ҡыҙыҡһыныу уята. Минеңсә, Өфөгә тап ана шундай урындар – кешеләргә осрашыу, ваҡытты файҙалы үткәреү, үҙҙәрен күрһәтеү өсөн иркен биләмәләр етешмәй.

- Ҡалыплашҡан ҡарарҙарҙан баш тартырға кәрәкме?

- Әлбиттә! Йәмәғәт урындары – ул урындың үҙенсәлеген, үҙенә генә хас айырымлығын билдәләй, уларҙы бәләкәй архитектура ҡоролмалары ярҙамында таныта торған ҡала проекттары.

- Парктарҙан тыш, тағы нимәләргә иғтибарҙы арттырырға кәрәк? Йорттарҙың фасадтары, мәҙәни мираҫ объекттары, йәйәүлеләр зоналарын, сәнәғәт райондарын төҙөкләндереү?

- Бер генә йүнәлешле проекттарҙан инфраструктура булдырыуға күсергә ваҡыт – йәйәүлеләр селтәрен, вело-инфраструктураны. Яр буйҙарын төҙөкләндереү менән бер рәттән һыуҙарҙы таҙартыу, бысраҡ һыу аҡҡан ерҙәрҙе булдырмау, йылғаларҙың һайығыуына килтергән карьерҙарҙы ревитализациялау тураһында ла уйларға кәрәк. Тармаҡ алымынан ҡала биләмәһен комплекслы үҫтереүгә күсеү зарур. Халыҡ араһында тауыш биреү ойоштороу менән бер рәттән профессионалдарҙы, муниципалитеттарҙы ла тыңлау мөһим.  

Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ" агентлығы.

Белеүебеҙсә, республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров Өфө парктарының торошона ҡарата тәнҡит һүҙҙәре әйткәйне. Ул билдәләүенсә, йәмәғәт ялы урындарын баш ҡаланың 450 йыллығына, 2024 йылға төҙөкләндереп бөтөү зарур.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас