

Кисә Октябрьский ҡалаһының үҙәк майҙанында уның 75 йыллығына арналған байрам үтте. Сарала “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Тантана алдынан ул “Нефтселәрҙең хеҙмәт ҡаһарманлығы” монументына сәскәләр һалды, ҡаланың генераль планын эшләгән архитекторҙар - ағалы-ҡустылы Весниндарға ҡуйылған һәйкәлде ҡараны.
– Мин Октябрьскийҙы бик яратам, һәр саҡ ҙур теләк менән киләм. Ул республикабыҙҙа иң матур ҡалаларҙың береһе, Башҡортостандың көнбайыштағы төп терәге. Бында уңған халыҡ йәшәй. Республика үҫеше мәнфәғәтендә һәр саҡ бергә эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев халыҡты байрам менән ҡотланы, ҡаланы үҫтереүҙәге төп йүнәлештәрҙе билдәләне.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында Октябрьскийҙа һигеҙ йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән – Гагарин исемендәге парк, Дуҫлыҡ паркы, “Нефтсе” паркының үҙәк аллеяһы һәм башҡа объекттар.
– Улар барыһы ла бер нисә быуын вәкилдәре тарафынан эшләнгән, ветерандарға ҙур рәхмәт. Беҙҙең ҡала, быуатҡа яҡынлыҡ тарихына ҡарамаҫтан, әле йәш, бөтәһе лә алда. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм бәхет! – тип теләне муниципалитет башлығы.
Алексей Шмелев ҡала үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Быйыл ҡалала дөйөм тауыш биреүҙә еңгән ике яңы йәмәғәт урынын төҙөкләндереү башланған – Шашин урамындағы 34-се һәм 35-се биҫтәләр араһындағы, 29-сы биҫтәләге парктар. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү концепцияһы Башҡортостандың Ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институтында эшләнгән.
– Октябрьский йылдам үҫешә, торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара. Ул – республикала алдынғы сәнәғәт үҙәктәренең береһе, бында ҡеүәтле предприятиелар эшләй. Ике йыл дауамында урындағы халыҡ ҡаланың социаль инфрастуктураһын да нығытты, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәндә.
Мәғлүм булыуынса, Октябрьский ҡалаһы 1937 йылда Туймазы нефть ятҡылығын асыуға бәйле барлыҡҡа килә. Ыҡ йылғаһы һәм Нарыштау тауы аҫтында нефть сығарыуға эшкә килгән кешеләр өсөн ҡасаба ҡалҡып сыға, уны “Соцгород” тип атайҙар. Ҡаланың киләсәге 1944 йылдың 26 сентябрендә хәл ителә – легендар 100-сө скважинанан юғары сифатлы девон нефте урғылып сыға, ул Октябрьскийҙың символына әйләнә. Ятҡылыҡ донъялағы үҙенсәлекле, бай сығанаҡлы бишәү иҫәбенә инә.
Бөгөнгө Октябрьский – ҡеүәтле иҡтисады булған ҡала. 22 эре һәм урта предприятиенан торған сәнәғәт комплексы йыл һайын 24 миллиард һумдан ашыу тауар тейәй, хеҙмәттәр күрһәтә. Күп компаниялар элеккесә нефть йүнәлешендә эшләй.
Олег Яровиков фотолары.