

Учалының Мәҙәниәт һәм ял паркы алдында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” тигән исем аҫтында йәрминкә үтте. Уны Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо.
Район предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары - икмәк-күмәс, һөт ризыҡтары, оҫталар ағастан һәм тәбиғи таштан яһалған ҡул эштәрен арзан хаҡҡа тәҡдим итте.
"Йәрминкә бик уңайлы булды. Бөтә кешеләрҙең дә йәшелсә сәсеү мөмкинлеге юҡ. Шуға ла үҙебеҙҙә етештерелгән картуфты, кишерҙе, һуғанды алыу өсөн ҙур теләк менән киләм. Беҙҙең фермерҙарҙың сифатлы тауар һатҡанын беләм", – тип тәьҫораттарын еткерҙе Гүзәл Рәхимова.
Сауҙа кәштәләренә йәнәш палатка ҡуйылған ине – унда теләгән һәр кем бушлай юридик ярҙам алды. Эш эҙләгәндәр өсөн вакансиялар тәҡдим ителде.
Ошо уҡ көндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм уның урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Учалыға эш сәфәре менән килде. Ҡунаҡтар милли проекттар буйынса төҙөлгән объекттарҙы ҡараны. Улар араһында - 1225 урынлыҡ полилингваль мәктәп бинаһы, 1-се һәм 3-сө лицейҙар.
3-сө лицейҙа “Юғарыға ос” республика проектына ярашлы стоматология кабинеты асылған, шулай уҡ “Интерактив башҡорт теле”, инглиз телен өйрәнеү өсөн – “Ирекле һөйләш”, “Шахматта уйнарға өйрән”, “Спорт менән дуҫлаш” модулдәре тормошҡа ашырылған. Яңыртылған ашхананы һәм “Мәғариф” милли проекты буйынса йыһазландырылған информатика кабинетын да ҡаранылар.
1-се башҡорт лицейында Константин Толкачев менән Эльвира Айытҡолова быйыл асылған “Үҫеш нөктәһе”н ҡараны. Милли проект нигеҙендә бында химия, физика, биология кабинеттары йыһазландырылған. Лицей уҡыусылары өсөн тоҙло шахта, геология музейы, сенсорлы бүлмә бар.
Депутаттарға “Заманса уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса төҙөкләндерелгән Афғансылар скверын күрһәттеләр.
Көн байрам концерты менән тамамланды, унда этно-башҡарыусы Зәйнетдин сығыш яһаны.
"Учалылар өсөн бөгөн бай йөкмәткеле саралар программаһы ойошторолдо. Йәрминкә лә, концерт та булды. “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу эшенә йомғаҡ яһаныҡ, унда ҡатнашҡан яҡташтарҙы билдәләнек. Улар - тыуған төйәге тормошон яҡшыртырға ынтылған билдәле кешеләр. Учалы районында “Атайсал” проектының халыҡ тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуы ҡыуаныслы", – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльвира Айытҡолова.
Фото: Учалы районы хакимиәте.