

Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре кѳнѳ. Ошо айҡанлы Башҡортостан Радий Хәбиров сәхифәһендә алып барған Һоҡланғыс кешеләр тормошо (#ЖЗЛ_Башкортостан) рубрикаһында бөтә ил өсөн төп сығанаҡ эшсәндәре тураһында яҙҙы.
"Рушан Хәсәнов 36 йәшенең 18-ен нефть тармағына бағышлаған. Ошо ваҡыт эсендә ул ҙур уңыштарға өлгәшкән. Рушан “Роснефть” ойошторған “Һөнәр буйынса иң яҡшыһы” конкурсының “Нефть һәм газ табыу буйынса оператор” номинацияһында ике тапҡыр еңеү яулаған. Әле Туймазы районында “Башнефть-Сығарыу” предприятиеһында нефть, газ һәм конденсат сығарыу сығарыу буйынса мастер булып эшләй.
Анатолий Печенкин – бензинды гидротаҙартыу ҡорамалының 6-сы разрядлы технологик һурҙырғысында өлкән машинист булып эшләй. Тармаҡтағы стажы - 29 йыл. Уның рационализатор тәҡдимдәре “Башнефть-Өфөнефтехим” заводын реконструкциялау һәм яңы ҡоролмалар төҙөлөшөндә ғәмәлгә ашырылған. Анатолий Печенкин күптәргә һөнәр серҙәрен өйрәнергә һәм унда тәүге аҙымдар яһарға ярҙам иткән.
Николай Куликов ярты быуаттан ашыу газ сәнәғәтендә - уның хеҙмәт кенәгәһендә тик бер яҙыу. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тармаҡта ҡалыуҙы хуп күргән. Уның иңендә – Урал аръяғы райондарына газ һуҙыу, газ магистралдарында иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ремонт эштәре, етештереү һәм социаль объекттар төҙөү. “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһында эшләү осоронда Николай Алексеевич лайыҡлы алмаш әҙерләгән, уңышлы йәш етәкселәр үҫтергән.
Әнүәр Хәмәтғәлимов “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһының Ҡырмыҫҡалы идаралығында электрогаз йәбештереүсе булып хеҙмәт итә. Уның ҡаҙаныштары йыйылмаһында – Башҡортостандың иң яҡшы йәбештереүсеһе исеме. Өфөлә Рихард Зорге урамында “Башҡортостан газсыларына” һәйкәлендә йәбештереүсенең таныш йылмайыуын күрһәгеҙ, ғәжәпләнмәгеҙ. Нәҡ Әнүәр Хәмәтғәлимов был скульптураның лайыҡлы прототибына әйләнгән.
Нефть һәм газ сәнәғәте тармағының бөтә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov