Йәмғиәт
6 Сентябрь 2021, 14:45

Хәбировты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә булған ул.

Хәбировты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!Хәбировты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Хәбировты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн күренекле яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты Әнғәм Хәбировтың тыуған көнө. 85 йәш тулыу уңайынан Әнғәм Хәйбрахман улын ихлас ҡотлайбыҙ, тыныс ҡартлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.

Әнғәм Хәбиров Саҡмағош районының Тайнаш ауылында тыуып үҫкән. Ул хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай, артабан “Игенсе” район гәзитендә хәбәрсе йөгөн тарта.

Әнғәм Хәйбрахман улы Бөрө дәүләт педагогия академияһын (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) тамамлай һәм оҙаҡ йылдар ошо юғары уҡыу йортонда студенттарға лекция уҡый.

Әнғәм Хәбиров Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Шәриф Бикҡол, Хәким Ғиләжев, Дауыт Юлтый, Ғилемдар Рамаҙанов кеүек күренекле әҙиптәр тураһында очерктар яҙған.

Ижадсы әле Бөрө ҡалаһында ғүмер итә, тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнеш тота.

Фото: chekmagush-cbs.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас