Йәмғиәт
6 Сентябрь 2021, 18:00

Республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсой?

Республикаға идара итеү үҙәге, үткән аҙнаға йомғаҡ яһап, халыҡ мөрәжәғәттәренең иң таралғандары буйынса мәғлүмәт әҙерләне.

Республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсой?Республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсой?
Республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсой?

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге, ғәҙәттәгесә, үткән аҙнаға йомғаҡ яһап, 30 августан 5 сентябргә тиклем система теркәгән халыҡ мөрәжәғәттәренең иң таралғандары буйынса мәғлүмәт әҙерләгән.

ТОП-5-тә бер нисә айҙан һуң беренсе тапҡыр COVID-19 вакцинацияһы икенсе урынға күскән. Ә беренсегә төҙөкләндереү темаһы сыҡҡан – 924 мөрәжәғәт. Вакцинация буйынса һорауҙар 975-кә кәмегән һәм 527 булған.

Өсөнсө урында юл мәсьәләһе тора – “Инцидент-менеджмент”ҡа һәм Кире бәйләнеш платформаһына 320 мөрәжәғәт килгән.

Дүртенсе урында социаль яҡлау мәсьәләләре – 219, бишенселә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (174).

Үткән аҙнала, унан алдағыһы менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр һаны 2612-гә кәмегән.

Фото: скриншот. 

#ЦУРБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас