

Бөгөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһына арналған аҙналыҡ видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был тармаҡты үҙгәртеп ҡороу программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән яҡынса мәғлүмәттәрҙе атап ишеттерҙе.
Алдынғылар рейтингына Мәскәү, Түбәнге Новгород, Төмән, Һарытау, Мурманск, Тула, Курск, Әстрхан, Калининград, Сахалин, Пенза, Ярославль өлкәләре һәм Ханты-Манси автономиялы округы ингән.
– Башҡортостан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тармағын реформалау буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә булырға тейеш, тип алдан һөйләшкәйнек һеҙҙең менән. Шуға ла әлеге хәлде анализларға, лидерҙар иҫәбенә сығыу өсөн ҡайһы йүнәлештәрҙә эште көсәйтергә һәм ниндәй аныҡ саралар күрергә икәнен асыҡларға кәрәк, – тине Премьер-министр.
Хөкүмәт етәксеһе Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы яйға һалыу һәм муниципалитеттарҙа рөхсәтһеҙ булдырылған ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү буйынса эштәрҙең ҡәнәғәтләнерлек түгеллеген белдерҙе. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров әйтеүенсә, йыл башынан төбәктә 264 ҡыйлыҡ юҡҡа сығарылған, графикка ярашлы, ғинуар айына тиклем йәнә 504-те ябасаҡтар. 1 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әле республикала рөхсәт ителмәгән килеш сүп-сар ташланған 1854 урын бар.
Башҡортостан Башлығының Социаль комуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская халыҡтың ошо мәсьәләләргә бәйле дәғүәләре хаҡында һөйләне. Август айында "Инцидент" системаһы ҡала ихаталарында, парктарҙа ҡыйлыҡтар барлыҡҡа килеүенә, контейнерҙар етешмәүенә, сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарып түгеүҙең насар ойошторолоуына, бының өсөн түләүҙең артыуына ҡағылышлы 196 хатты теркәгән. Иң күп ялыуҙар – Өфөнән (81), Стәрлетамаҡтан (12), Нефтекаманан (11), Салауат ҡалаһынан (9) һәм Бәләбәй районынан (9).
Фото: ufacity.info