Йәмғиәт
6 Сентябрь 2021, 09:15

Совет майҙанында сағыу сара үтәсәк

"Белгестәр әйтеүенсә, майҙанда акустика яҡшы ғына", – тине Радий Фәрит улы.

Совет майҙанында сағыу сара үтәсәкСовет майҙанында сағыу сара үтәсәк
Совет майҙанында сағыу сара үтәсәк

Өфөлә төҙөкләндерелгән Совет майҙанының бер өлөшө асылды, хәҙер унда заманса фонтан эшләй. Ә Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл һәм колоннада 2022 йылда асыласаҡ. Радий Хәбиров был ваҡиғаны берәй матур датаға - Еңеү көнөнә йә Республика көнөнә, бәлки, генералдың тыуған көнөнә арнарға ҡушты.

Әле иһә төбәк етәксеһе йыл һайын Совет майҙанында сағыу музыкаль ваҡиға үтһен тип тәҡдим итте. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға был йәһәттән тәҡдим әҙерләргә ҡушылды.

– Мин ике көн рәттән “Спасс башняһы”н ҡараным. Әлбиттә, беҙ ул тиклем үк сараны үткәрә алмаҫбыҙ, бөтә донъянан оркестрҙар йыйып булмаҫ. Тик шулай ҙа йыл һайын бында үтерлек ҙур һәм сағыу музыкаль сара кәрәк. Ул яңы сара булһын, был урында барған ваҡиғаларға арналһын. Белгестәр әйтеүенсә, майҙанда акустика яҡшы ғына, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: sterlegrad.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас