Йәмғиәт
6 Сентябрь 2021, 09:30

Йылытыу миҙгеле башлана

Былтырғы проблемалар ҡабатланмаһын өсөн Өфөлә махсус штаб булдырыласаҡ. 

Йылытыу миҙгеле башланаЙылытыу миҙгеле башлана
Йылытыу миҙгеле башлана

Яйлап ҡына көҙ ҙә килеп етте. Ҡапыл көндәрҙең һалҡынайтып ебәреүе коммуналь хеҙмәттәр алдында ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлекте тиҙерәк тамамлау бурысын ҡуя. Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә был турала ентекле һөйләшеү булды.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, әле Башҡортостандың район һәм ҡалалары йылытыу миҙгеленә 88 процентҡа әҙер. Шул уҡ ваҡытта тораҡ йорттар әҙерлеге 93,5 процент тәшкил итә.

– 15 сентябргә тиклем барлыҡ муниципалитеттар әҙерлек паспорттарын теркәп бөтөргә һәм йылыны бирергә әҙер булырға тейеш, – тине Алан Марзаев.

Шулай уҡ кәңәшмәлә Өфөнөң дә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде.

Радий Хәбиров быйыл йылылыҡҡа бәйле хаҡтар буйынса былтырғы хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Бының өсөн ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҡышҡы миҙгел буйынса махсус штаб булдырыу бурысын ҡуйҙы. Штабтың бурысы – былтырғы ҡыш булған проблемаларҙы һәм халыҡтың ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларына ялыуҙарын булдырмау. Шулай уҡ ҡарҙы таҙартыу буйынса мәсьәләләр ҙә ошонда хәл ителергә тейеш. Өфөләрҙең ошоға бәйле проблемаларын ваҡытында хәл итеү өсөн берҙәм телефон бәйләнеше номеры булдырыласаҡ. Штаб 13 сентябрҙән дә һуңға ҡалмай эшләй башларға тейеш. Унда ҡала хакимиәте вәкилдәренән тыш ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре лә йәлеп ителәсәк.  

Билдәле булыуынса, йәйге осорҙа беҙ тик йылы һыу менән тәьмин итеү өсөн генә түләйбеҙ. Ә йылытыу миҙгеле башланғас, квитанцияла “йылылыҡ” графаһы ла барлыҡҡа килә. Түләү дөйөм йорт иҫәп алыу приборҙары күрһәткесенә таянып йәки файҙаланыу нормативтарына ҡарап билдәләнәсәк.

Коммуналь хеҙмәттәр менән хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарҙы муниципалитет башлығы ҡабул итә. Бының өсөн һауа температураһы биш көн рәттән һигеҙ градустан түбәнерәк торорға тейеш. Ғәҙәттә, был сентябрь аҙағы, октябрь баштарына тура килә. Йылытыу миҙгеле шул осорҙа башланыр тип күҙаллана. 

Фото: ufa.aif.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас