Йәмғиәт
7 Сентябрь 2021, 06:35

Ҡайнап йәшәргә тыуған

Ете тиҫтәгә етһә лә, тик тормай…

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тыуған ерҙәренә тоғро ҡалып, әүҙем тормош алып барған яҡташтарымды күреп күңел һөйөнә. Шундайҙарҙың береһе – милли рухлы,  әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Насир Әлибаев.

 

Халыҡ делегаты

 

Ул Белорет районының Йөйәк ауылында Арыҫлан менән Разияның татыу ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа. Бәләкәй ваҡыттан шуҡ, дыуамал малай булып үҫә. Үрге яҡ малайҙарын туплап, һәр саҡ уйындарҙа башлыҡ була. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп, Белоретта һөнәрселек училищеһы, армия, Күмертау педагогия учили­щеһы, Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – Насир Арыҫ­лан улының белем баҫҡыстары.

Физкультура уҡытыусыһы булып башлаған хеҙмәт юлын артабан тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры була­раҡ дауам итә. Мәғариф өлкәһендә Йәрмәкәй, Белорет райондарында етәксе вазифаларҙа эшләне. Инйәр ҡасабаһында урындағы ҡоролтайҙы ойоштороуға күп көс һалды, 90-сы йылдарҙан алып уның эштәрендә әүҙем ҡатнашып, бер нисә тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланды. Инйәрҙә баш­ҡорт мәктәбен ойоштороп, оҙаҡ йылдар уның директоры булып эшләне. Хәҙер башҡорт мәктәбе үҙенең уңыш­тары менән районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле.

Насир Арыҫлан улы милли рух күтәрелеше осоронда – 1988 йылда – Башҡортостанда иң тәүгеләрҙән булып Белорет районының Инйәр төбә­гендә “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ  ойошмаһын булдыра һәм оҙаҡ йылдар уға етәкселек итә. “Елмерҙәк”те ойоштороуҙа һәм уның эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләп китергә кәрәктер. Бына улар: Реваль Басиров, Шәрифулла Сафиуллин, Шәрғиә Яҡ­шыдәүләтова, Флүрә Сәитғәлина, Сәүиә Ғәйнетдинова, Мансур Сәйғә­фәров һәм Нурғәли Хәлилов.

Шул уҡ йылда Насир Әлибаевтың тәҡдиме һәм тырышлығы менән Инйәр ҡасабаһында Ҡатай ырыуының беренсе йыйыны үтте. Йыйында респуб­ликабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, яҙыусылар Яныбай Хамматов, Булат Рафиҡов, Рауил Ниғмәтуллин, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилевтәр ҡатнашты.

 

Булмышы – игелек ҡылыу

 

Мәктәптә эшләү дәүерендә ул ата-әсә­ләр һәм халыҡ менән тығыҙ бәйлә­нештә булды, уларҙың уй-теләктәренә ҡолаҡ һалды һәм тормошҡа ашырырға ынтылды. Урындағы халыҡ мәнфәғә­тен яҡлап, 1992 йылдың август айында Инйәр ҡасабаһында башҡорт гимна­зияһын асыуға өлгәште һәм уның директоры булып оҙаҡ йылдар эшләне. Гимназияның матди-техник базаһын нығытырға көсөн, һәләтен, ваҡытын йәлләмәне. Мәктәпкә яраҡлы кемдә ниндәй әйбер бар, шуларҙы һорап алды (аҡсаһыҙ, бушҡа). Бер йыл эсендә гимназияға йыһаз, уҡытыу өсөн техник саралар, спорт инвентарҙарын туплауға өлгәште. Бигерәк тә Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Фәнүр Хажиғәле улы Әлибаев гимназияның матди-техник базаһын нығытыуға тос өлөш индерҙе.

Насир Әлибаев – һәләтле һәм оҫта дипломат та. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Инйәр леспромхозы директоры Юрий Федорович Кузеванов та Насир Әлибаевҡа ихтирам йө­ҙөнән гимназияның матди базаһын тулыландырыуға бик мул өлөш индер­ҙе. “Дәрте ташып торған, талапсан етәк­сенең ҡул аҫтында эшләү ҙә үҙ көсөңә ышаныс арттырҙы”, – ти уның коллегалары.

Үҙе үткәргән тарих дәрестәрен урындағы материалдар менән байытыуы балаларҙа илһөйәрлек тәрбиә­ләүгә булышлыҡ итте, ә фәһемле әңгәмәләре уҡыусыларына дөрөҫ юлға йүнәлеш бирҙе. Насир Арыҫлан улы урындағы ойошмалар һәм предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә эшлә­не. Бөгөн ете тиҫтәгә етһә лә, тик тормай. Тынғыһыҙ йөрәкле шәхес, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Инйәр тө­бәгенең ветерандар советын етәк­ләй, сөнки уның булмышы – кешеләргә изгелек ҡылыу, мохтаж­дарға ярҙам итеү.

Ул – донъяға, тәбиғәткә ғашиҡ кеше. Шуға ла хаҡлы ялға китер алдынан Көньяҡ Урал ҡурсаулығында эшләүе лә тәбиғи. Ул ойошторған сараларҙы, эшмәкәрлеген әле лә хеҙмәттәштәре һағынып иҫкә ала. Тағы ла Инйәр мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Елмерҙәк” халыҡ театрының иң әүҙем артисы ла. Ул тыуҙырған тиҫтәләгән ролдәрҙе халыҡ бик йылы ҡабул итте. М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса А. Галибин төшөргән “Һеңлекәш” фильмында ла уйнаны.

Абруйлы ир-уҙаман – балаларына өлгөлө атай, ейәнсәрҙәренә хәстәр­лек­ле олатай, райондаштарына ихтирамлы аҡһаҡал да. Ул ҡатыны Ләлә Әмирйән ҡыҙы менән 45 йыл инде ма­тур ғүмер кисерә. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, почетлы доноры Ләлә Әмирйән ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дүрт тиҫтә йыл эшләп, хаҡ­лы ялға сыҡты. Улдары Азамат –  “Асы” шифаханаһында табип, ә Айҙар атаһы юлын дауам итә – Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында эшләй. Бөгөн олатай менән өләсәй, балаларын көтөп, ейәнсәрҙәре менән мәж килә.

Ә. ҠАСИМОВ.

Читайте нас