+21 °С
Болотло


Халыҡ йәйҙең йылы көндәренән арынып та өлгөрмәне, кинәт һыуыҡтар башланды. Ни тиһәң дә еребеҙҙә көҙ тантана итә. Улай ғына түгел, ҡыш та үҙен һиҙҙертеп алды. Кисә Благовар районының Языково ауылында йәшәүселәр белдереүенсә, район үҙәгендә ҡар яуған. Тәүге ҡар шунда уҡ иремәгән, ә бер нисә ваҡыт тупраҡ өҫтөндә ҡалған.
Шулай ҙа синоптиктар яҡшы көндәр вәғәҙәләй, 15 сентябрҙән республикала көндәрҙең йылыныуы көтөлә. Халыҡса әйткәндә, әбейҙәр сыуағы яҡынлаша.
Фото һәм видео: "Башинформ"