

Мәскәү ҡалаһынан 8 йәшлек Алиса Теплякованың Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуы һәм юғары уҡыу йортона инеүе күптәрҙә ҡыҙҙың үҙенә һәм ғаиләһенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғандыр.
Үҙәк баҫмалар хәбәр итеүенсә, ҡыҙ бала Мәскәү дәүләт университетының психология факультетына түләүле нигеҙҙә уҡырға ингән. Ғаилә башлығы һүҙҙәренсә, бюджет бүлегенә үтер өсөн Алисаның балдары етеңкерәмәгән.
Мәғлүмәттәр буйынса, ғаиләгә йылына 396 мең түләргә тура киләсәк. 9 йәшлек студентҡа 18-20 йәшлек ағай-апайҙар менән бергә уҡыуында уңыштар һәм еңеллек теләргә генә ҡала.
Атаһы Евгений Тепляков һүҙҙәренсә, ҡыҙы, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, иҫ киткес шәп хәтерле лә, вундеркинд та түгел. Һәр бала менән тиҙләтелгән программа буйынса айырым шөғөлләнгәндә шундай уҡ һөҙөмтәгә өлгәшеп була, ти ул. Алиса белемде өй шарттарында ата-әсәһенән дә алған, үҙаллы ла үҙләштергән. Евгений Тепляков үҙе бер нисә юғары белемле: психолог, математик, программист. Әсәһе Наталья иһә ике юғары белемгә эйә: математика буйынса һәм финанс ғилеменә.
Бер бүлмәле фатирҙа йәшәгән ишле ғаиләлә ете бала үҫә (йәш аралары - 1,5 йыл). Тағы бер ҡыҙыҡлы факт: балаларҙың исемдәре ғәҙәти түгел, һәр береһе ниндәйҙер миф геройыныҡынан алынған: Алиса иң ҙуры, унан килә Хеймдалль (әйткәндәй, ул да 7 йәшендә ОГЭ тапшырып, 9-сы класс өсөн аттестат алған), Лейя, Терра, Айлунг, Фейлунг һәм Тесей. Үҙенсәлекле исемдәр ҡушылыуы ғаиләнең бер нисә йыл Ҡытайҙа йәшәүе менән бәйлелер, моғайын.
"Балаларҙың бала сағын урлау яҡшы түгел" тиеүселәргә Евгений Тепляков былай ти: "Балаларын иртәнге 7-лә баҡсала ҡалдырып, киске 8-ҙә генә алыусылар уларҙың бала сағы яҡшы тип әйтә аламы? Ысынында күптәргә үҙ балалары ҡамасау. Үҙебеҙҙекеләргә килгәндә иһә, нимә менән шөғөлләнеүҙәре уларға оҡшай".
Фото:naukatv.ru