

Тормош шул тиклем ҙур тиҙлек менән бара, беҙ донъя артынан ҡыуып, тирә-яғыбыҙға күҙ һалырға ла өлгөрмәйбеҙ. Кемдәр, ниндәйерәк кешеләр йәшәй беҙҙең эргә-тирәбеҙҙә, беҙгә тиклем кемдәр килеп киткән был ергә? Күп осраҡта был хаҡта уйлап торорға ваҡытыбыҙ ҙа юҡ – йәшәргә ашығабыҙ.
Бына шулай күптәрҙең күҙенә бик салынмай ғына, 60 йыл дауамында (1927-1987 йылдар) Кушнаренко районында, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Дәүләт премияһы лауреаты Лидия Николаевна Стреляева йәшәгән. Күптәр уның Украинанан ғалим ире артынан эйәреп килгәнен дә, үҙе менән йөҙөм үҫентеләрен алып килеп үҫтергәнен дә белмәгәндер, моғайын. 15 йылдан ашыу ғүмерен төньяҡ киңлектәрҙә үҫә торған виноград сорттарын сығарыуға, уны камиллаштырыуға бағышлай. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышында ирен дә, берҙән-бер улын да юғалтҡас, сарыф итеп өлгөрмәгән барлыҡ әсәлек, ҡатын-ҡыҙ наҙын һәм һөйөүен виноград үрсетеүгә бағышлай. Уның хыялы – Уралдың ҡырыҫ климатына ярашлы виноград үҫтереү тормошҡа аша. Лидия Николаевна барлыҡ ғүмерен Кушнаренко селекция үҙәгенә бағышлай.
Райондың өлкән быуын вәкилдәре әле лә бәләкәй генә буйлы, ап-аҡ сәсле ҡатынды яҡшы хәтерләй. Үкенескә ҡаршы, Лидия Николаевна 60 йәшендә фажиғәле рәүештә вафат була. Ә бына йәш быуындың күбеһе, хәҙерге көндә һәр баҡсала тейерлек үҫкән виноградты ашағада, моғайын, тик йылы яҡтарҙа ғына үҫкән емештең беҙҙең баҡсаларға нисек эләгеүе, ерегеүе һәм таралып китеүе тураһында уйламайҙыр ҙа.
Райондың ғына түгел, бөтә республиканың ауыл хужалығы үҫешенә ҙур өлөш индергән был оло йөрәкле ҡатынға һәйкәл ҡуйыу идеяһы бала-сағы ошонда уҙған, тамырҙары был ерҙәргә тоташҡан Илдар Дәүләтовҡа килә. Ниәтең көслө булһа, Хоҙай Тәғәлә үҙе кәрәкле кешеләрен юлыңа сығаралыр. Илдар Ғәлимхан улына ла үҙе кеүек райондың киләсәге, киләсәк быуынды тәрбиәләү ҡиммәттәре менән янған кешеләр тап була. Шулай, "Топорнин" эшҡыуарҙар союзы рәйесе Салауат Ғәлимов, Кушнаренкола ғына түгел, тирә-яҡҡа билдәле таш һындар паркын үҙ башланғысы менән булдырған үҙешмәкәр скульптор, Кушнаренко районының почетлы гражданы Илфир Хәйруллин Илдар Дәүләтовҡа ҡушылып, инициатив төркөм булдыралар. Улар Ауыл хужалығы ғилми тикшеренеүҙәр институты директоры Шәкирйәнов Әнүәр Хафиз улы менән осрашып, фатиха һәм кәрәкле кәңәштәр алып, эшкә тотона. Стреляеваның һынын булдырыуға йәш, талантлы скульптор, Рәсәй скульпторҙар союзы ағзаһы Илдус Закиров ризалаша. Тик аҡса табаһы ғына ҡала. Бюджеттағы финанс алдан тәғәйенләнеп ҡуйғанлыҡтан, ҡапыл килеп тыуған идеялар ни тиклем генә шәп булмаһын, шунда уҡ аҡса бүлеү мөмкин түгел. Шуға күрә инициатив төркөм халыҡҡа мөрәжәғәт итергә була. Эшҡыуарҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ил төкөрһә – күл була, ти. Район халҡы ла, эшҡыуарҙар ҙа был изге эшкә әүҙем ҡушылырға тырышты. Бюст ҡуйыу ниәте тыуғандан алып уны асҡанға тиклем өс ай самаһы ваҡыт үткәндер.
Ниһайәт, йәше лә, ҡарты ла тау башында урынлашҡан питомник янына – Лидия Николаевна Стреляеваның һынын асыу танатанаһына йыйылды. Әнүәр Хафиз улы Шәкирйәнов әйтеүенсә, был республикала агрономға ҡуйылған беренсе һәйкәл. Һәйкәл асыуҙы быйыл беренсе класҡа барған балаларға тапшырҙылар. Был бик урынлы булды, сөнки Лидия Николаевна тап киләһе быуынға ҡомартҡы итеп үҙенән һуң етенән ашыу виноград сорты ҡалдырған. Тантана шул тиклем матур булды, хатта иртән тамсылап торған ямғыр ҙа, тантана барышында тыйылып тороп, халыҡ таралып бөткәс кенә, дәрте, йәшәү көсө ташып торған, күкрәгенә виноград тәлгәштәренән биҙәүес таҡҡан йәш ҡатындың аҡ һынын ҡотлап яуып үтте.
Үкенескә ҡаршы, хәҙергә ваҡытта йәш быуынға үрнәк булырлыҡ кешеләрҙе социаль селтәрҙәге кәйеф-сафа ҡороусы ролик геройҙары, әхлаҡһыҙ йырсылар алмаштыра. Үҫмерҙәр үҙ еренең шәхестәренә, уларҙың хеҙмәтенә, тормошона иғтибарлыраҡ булырға, ғилем ҡиммәттәренең бер ҡасан да арзанаймаясағын аңларға өйрәнһен ине. Шуға ла Илдар Дәүләтовтың киләһе проекты – Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы, яҡташыбыҙ, "Ҡара Генерал" Даян Мурзинға һәйкәл ҡуйыу. Уның был изге ниәте лә еңеллек менән тормошҡа ашыуын теләп ҡалайыҡ.
Яҙманың авторы – Светлана Шәрипова.
Автор фотолары.