

Республика Башлығына мөрәжәғәт иткәс, Көйөргәҙе районының Бахмут ауылына яңынан автобус йөрөй башлаған
Республика менән идара итеү үҙәге (ЦУР) хәбәр иткәнсә, Бахмут ауылы кешеләре ҡалаға тиклем автобус юҡлығына бер генә тапҡыр зарланмаған. Халыҡ Күмертау – Бахмут араһында йөрөгән автобус рейсын тергеҙеүҙе һораған.
Шәхси ташыусы был йүнәлештән йыл ярым элек киткән, ә дәүләт автобусы 10 йылдан ашыу булмаған да. Ауыл халҡы Күмертау ҡалаһына тиклем таксиҙа йөрөргә мәжбүр булған. Айырыуса ҡалаға эш буйынса йөрөргә тура килгән кешеләргә ауыр булған.
“Юл ыңғайы машиналарҙа күпме йөрөргә мөмкин? Мәсьәләне хәл итергә ярҙам итегеҙсе”, – тип яҙған ауыл халҡы республика етәксеһенең үткән йылдың 29 декабрендә үткән матбуғат конференцияһы ваҡытында.
Республика менән идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте күҙәтеүгә алып, уны шунда уҡ Көйөргәҙе районы хакимиәтенә ебәрә. Тиҙ генә булмаһа ла, урындағы хакимиәт республиканың Транспорт министрлығы менән берлектә Бахмут халҡына ярҙам итеү юлын таба.
“Мәләүез филиалы менән Күмертау – Кинйәбай араһында йөрөгән автобустың был ауылға ла инеп сығыуы тураһында һөйләшелде. Июндә был раҫланды, ә июль айынан автобус Бахмутҡа инә башланы”, – тип һөйләй БЮТ каналына биргән интервьюһында Владимир Михайлов, Мәләүез АТП-һы директоры урынбаҫары.
Шулай итеп, быйыл 15 июлдән алып “Күмертау – Кинйәбай” автобусы Бахмутҡа ла инә башлаған. Шишәмбе һәм кесе йома көндәре генә бында килмәй. Ҡулаҡсаға йөрөү – 50 һум, “Алға” картаһы буйынса – 10 процентҡа арзаныраҡ.
Башҡортостан Башлығы менән үтәсәк тура эфиры ла халыҡты борсоған һорау-мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышырға мөмкин.
Бөгөн киске 7-лә Р.Хәбиров БЮТ, Башҡортостан 24, Вся Уфа, Сәләм, UTV телеканалдарының тура эфирында һәм республика етәксеһе хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә (vk.com/radiyhabirov, facebook.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov, instagram.com/khabirovradii) журналистарҙың һәм республика халҡының һорауҙарына яуап бирә.
Республика Башлығына теләгән бер кеше һорау бирә ала.
Сығанаҡ: “Башинформ”.