

Бөгөн Балтас районының Иҫке Балтас ауылында Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ.
Башта Иҫке Балтас ауылының район мәҙәниәт йортонда “Республикабыҙҙың милли палитраһында Башҡортостан мишәрҙәре” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлде күренекле ғалим Юлдаш Йосопов асты.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин тарихҡа байҡау яһаны, Башҡорт-мишәр ғәскәре тураһында һөйләне.
– Беҙ мишәрҙәрҙе өйрәнергә тейешбеҙ, – тине Салауат Хәмиҙуллин.
– Беҙ мишәрҙәрҙең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса һөйләшеү алып барабыҙ, – тине Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова. – Мишәрҙәрҙең тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеү бара. Шул иғтибарға лайыҡ, мишәрҙәр элек башҡорттар менән төрлө хеҙмәттәрҙә булған.
Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Рәхмәт хатын тыуған яҡты өйрәнеүселәр – Фәнис Хазимов, Нәфис Хаматнуров, Мәғҙән Фазылов һәм Рәлиф Шәкирйәновҡа тапшырҙы.
Ҡунаҡтар өсөн бай программа төҙөлгән. Мәҫәлән, сара сиктәрендә Тусыбай ауылында ауыл мәҙәниәт йортоноң асылыуы көтөлә.
Фото: Илдар Аҡъюлов.