Йәмғиәт
8 Сентябрь 2021, 10:45

Балтас районында – тарихи ваҡиға!

Балтас районының Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асылды

Балтас районында – тарихи ваҡиға!Балтас районында – тарихи ваҡиға!
Балтас районында – тарихи ваҡиға!

Бөгөн Башҡортостанда тарихи ваҡиға теркәлде – Балтас районының Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Унда мишәрҙәр тарихына арналған бай йөкмәткеле музей эшләй.

Унда Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Әминә Ивний ҡыҙы мишәрҙәрҙең тарихи-мәҙәни үҙәгенә уңыштар теләне, һәр яҡлап та ярҙам буласағына баҫым яһаны.

– Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылында мишәрҙәрҙең тарихи-мәҙәни үҙәгенең асылыуы – мишәрҙәр өсөн милли-мәҙәни традицияларҙы тергеҙеү, үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән ныҡ отошло, – тине Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге директоры Айҙар Сираев.

Шул иғтибарға лайыҡ, ошо тантана сиктәрендә Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Искәндәр Сәйетбатталов кеүек танылған ғалимдар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Бынан тыш Рәлиф Шәкирйәнов, Нәфис Хаматнуров, Мәғҙән Фазылов, Ханис Хазимов һымаҡ тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүселәр үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Тусыбай ауылында иһә ауыл мәҙәни йорто асылды.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас