

Әхәт СӘЛИХОВ, хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны:
- Беҙ, хаҡлы ялдағылар, ил һәм республика етәкселегенең даими хәстәрен, иғтибарын тойоп йәшәүебеҙгә шатбыҙ, бөгөнгө тормошобоҙға шөкөр итәбеҙ. Пенсия ваҡытында өйөбөҙгә килә, өҫтәл тулы ризыҡ, йорттарыбыҙ йылы һәм яҡты.
Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртып саралар күрелеүе ҡыуандыра. Мәҫәлән, “Сәләмәтлек поездары” йәки тар йүнәлештәге табиптарҙың ауыл ерендә күсмә ҡабул итеүҙәре - хуплауға лайыҡ башланғыс, тип иҫәпләйем, сөнки ауыл халҡы үҙенең һаулығына электән битарафыраҡ ҡарашта. Ә бында өй алдыңа тигәндәй махсус машина, квалификациялы белгестәр килеп ҡабул итә, кәңәштәрен бирә, сәләмәтлеге торошонда һорау тыуғандарға район, хатта Өфө дауаханаларына йүнәлтмә бирә.
Республика кимәлендә туризмды үҫтереү, ололарға төрлө ташламалы, бушлай экскурсиялар, турҙар ойоштороу эше лә - маҡтауға лайыҡ күренеш. Сәләмәтлеге яҡшы булған ололар уларҙан рәхәтләнеп файҙалана, республика буйлап сәйәхәт итә ала. Киләсәктә республикабыҙ шифаханаларында ололарҙы дауалау, ял иттереү йәһәтенән дә социаль проекттар, ташламалы юлламалар булдырылһа, бик тә яҡшы булыр ине. Сөнки сәләмәтлек торошо сәбәпле бөтә оло йәштәгеләр ҙә сәйәхәт итә алмай, ә шифахана-курорттарға юллама хаҡтары арыу уҡ ҡиммәт тора. Республика Башлығының һәм Хөкүмәт етәкселегенең ошо мәсьәләгә иғтибар йүнәлтеүен һорар инем.
Фото: xn--90alcrhmdckk5a.xn--p1ai