

Гөлназ Ғәбитова, Ғафури районы Урта Үтәш ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе:
– Радий Фәрит улының халыҡ менән "тура бәйләнеш"кә сығыуы бик кәрәкле, файҙалы ғәмәл, тип иҫәпләйем. Был эфирҙың һөҙөмтәләре булырына ла иманым камил. Үткән йылғы ошо сараны ла иғтибарлап ҡарағайным. Халыҡ ошонда етәксегә үҙен ныҡ борсоған һорауҙарҙы яҙа, ярҙамға өмөт итә. Һәм кешеләрҙең бер мөрәжәғәте лә иғтибарһыҙ ҡалмай, һөҙөмтәләре була, шуныһы ҡыуаныслы.
Республикабыҙ етәксеһенең тура эфир үткәреүе уның кешеләргә яҡыныраҡ булырға теләүе, халыҡты нимә иң ныҡ борсоғанын үҙе ишетеп белергә, ярҙам итергә ынтылыуынан килә, тип уйлайым.
Ниндәйҙер мәсьәләнең хәл ителеүен йылдар буйы көтөп тә, йүнле яуап ала алмаған кешеләр өмөт итә был "тура бәйләнеш"кә. Шундай һорауҙарҙың, республикабыҙ етәксеһенә барып еткәс, ыңғай хәл ителгәне тураһында ла миҫалдар байтаҡ.
Мин Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрен дә ҡарап барам. Халыҡ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә һәм һорауҙарына яуап та ала. Был бик ҡыуаныслы, ыңғай күренеш. Тимәк, етәксе халыҡтың ихтыяждарына битараф түгел.
Бөгөнгө "тура бәйләнеш"те лә ҡараясаҡмын.
Үҙемә килгәндә, мөмкинлегем булһа, йәштәргә ауыл ерендә эш кәрәк, тип һорар инем. Төп һүҙем – ялан-ҡырҙар буш ятмаһын, йәштәр шунда эшләр ине. Ағас ултыртыу тергеҙелһен ине. Экологияла баланс булырға тейеш. Эргә-тирәләге йылға-күлдәрҙе таҙартыу эше лә ҡайтарылһын ине.
Фото шәхси архивтан.