

Билдәле кинорежиссер, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Булат Йосопов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән "тура бәйләнеш"енә ҡарата фекерен еткерҙе.
- Республика Башлығы Радий Хәбировтың онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарыу ниәте үтә мөһим һәм дөрөҫ тип иҫәпләйем. Беҙҙә Башҡортостанға, уның күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итеү өлгөләре булырға тейеш. Генерал Шайморатов, Таһир Кусимов, Муллайән Халиҡов, Кәрим Хәкимов һәм башҡаларҙың миҫалы ифрат мөһим! Ошо маҡсаттарҙан сығып фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр ҡуйыла. Мәҙәниәт һәм сәнғәт аңлы, яуаплы граждандар тәрбиәләүҙең иң яҡшы ысулдары булып тора. Республика Башлығының тарих менән мәҙәниәт араһындағы тәрән бәйләнештең мөһимлеген билдәләгәне ҡыуандыра.
Фото Булат Йосоповтың сәхифәһенән.