

Был хәл 4 сентябрҙә Нефтекама ҡалаһында булған.
Сетерекле ваҡиға тураһындағы видео социаль селтәрҙәрҙә таралған. Унда күренеүенсә, ҡатын йорт хайуанын бәйҙә көйө йөрөтөргә алып сыға. Мопс тоҡомло эт үтеп барыусыны күреп, уға ташлана һәм тешләп ала. Быны көтмәгән ир ҡапыл уға ҡулындағы пакеты менән һуға. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, эт йән бирә.
Кемдеңдер уны бала урынына күргәне өсөн генә түгел, йән эйәһе булған өсөн бик йәл. Шул уҡ ваҡытта бындай көтөлмәгән хәлдә үҙебеҙҙе ир урынына ҡуйып ҡарайыҡ, ниндәй реакция булыр ине - әйтеп булмай.
Комментарий яҙыусыларҙың ҡайһыһы ирҙе әрләй, күптәре ҡатынды - эттең хужаһын - ғәйепләй, сөнки уның морондоғо булмаған тиҙәр.
"Берәү ҙә эттең ниндәй сәбәптән ташланғанын анализларға тейеш түгел. Әлеге хәлдә ирҙең үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты килеп сыҡҡан. Эттең үлеме хужаһының намыҫында", тип яҙған береһе.
Ә һеҙ, гәзит уҡыусылар, был хәлгә ҡарата нимә тиер инегеҙ?
Фото:социаль селтәрҙән.