

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әлеге ваҡытта тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Бөгөн сара тәүге тапҡыр яңы төҙөлгән Республикаға идара итеү үҙәгендә бара.
"Тура бәйләнеш" башланмаҫ элек Радий Хәбиров кешеләрҙең был бинаға бәйле һорауына яуап бирҙе. Ағиҙел ярында урынлашҡас, ул яңылыш "ағып китмәҫме", тип ҡурҡа икән халыҡ.
– Был объект, ысынлап та, ҡатмарлы ине, сөнки яр буйында төҙөлдө. Ул барлыҡ кәрәкле экспертизаларҙы үтте, талаптарға ярашлы төҙөлдө. Ярҙы нығытыу өсөн бик күп бетон түгергә тура килде. Аҡ йортто төҙөгән саҡта ла шулай иткәндәр. Республикаға идара итеү үҙәге – беҙҙең яр буйын үҙләштерә башлауҙың башы. Бында ҡала үҫеше өсөн мөмкинлектәр күп. Үҙәк Өфөнө биҙәп тора. Ә техник яҡтан ул урынында торасаҡ һәм бер кем дә батмаясаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Республикаға идара итеү үҙәге 2020 йылдың 19 ноябрендә асылды. Был берҙәм платформала төбәк йәшәйешенең бар мөһим өлкәләре тупланған. Система дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарында идара итеү сифатын күтәреүгә ярҙам итә, халыҡтың мөрәжәғәттәрен, ялыуҙарын ваҡытында ҡарау мөмкинлеген бирә.
Фото: pravitelstvorb.ru