Йәмғиәт
8 Сентябрь 2021, 12:30

“Уразай һәм уразайлылар” китабы донъя күргән

Бынан тыш, беҙ мишәрҙәр йәмле, тәмле кеүек һүҙҙәрҙә йәмне, тәмне тип “н” хәрефенә баҫым яһайбыҙ

“Уразай һәм уразайлылар” китабы донъя күргән“Уразай һәм уразайлылар” китабы донъя күргән
“Уразай һәм уразайлылар” китабы донъя күргән

Балтас районының Иҫке Балтас ауылында Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәген асыу сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, туған яҡтың тарихын өйрәнеүсе Мәғҙән Фазылов Балтас районындағы һөйләш тураһында ентекләп һөйләне.

– Беҙҙең районда мишәрҙәр бар, ауылдар араһында һөйләш төрлөсә, – тине Мәғҙән Фазылов. – Мәҫәлән, башҡорттарҙа балдыҙ һәм ҡәйнеш тигән һүҙҙәр бар. Ә мишәрҙәрҙә егет кешегә лә, ҡыҙ кешегә лә балдыҙ, тиҙәр. Бынан тыш, беҙ мишәрҙәр йәмле, тәмле кеүек һүҙҙәрҙә йәмне, тәмне тип “н” хәрефенә баҫым яһайбыҙ. Ауылдашым моңно йырлай тиһәк, нисектер тәьҫирлерәк һәм йоғонтолораҡ тойола. Миндек, эләүкә һүҙҙәре лә киң таралған.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ханис Хазимов “Уразай һәм уразайлылар” тигән китап яҙған.

– Беҙҙә шундай данлы мишәр ауылдары бар, ҡайһы берҙәре 50-гә хәтлем билдәле шәхестәр биргән, – тине Ханис Хазимов. – Уразай ауылы айырыуса бай тарихлы һәм күренекле шәхестәре менән билдәле.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас