

Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов республика Башлығы Радий Хәбировтың "тура бәйләнеш"енә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.
"Был сара аша мин республика етәксеһен икенсе яҡтан астым. Уның эшмәкәрлеген БЮТ каналында барған "Республика Live" тапшырыуынан ҡарап өйрәнгәнбеҙ: Радий Хәбиров гел юлда, төбәктең әле бер, әле икенсе осонда. Ул ысынлап та республиканың проблемаларын төптән белгән, яҡшы таныш булған, ышаныслы итеп яуап бирә алған етәксе булып сыҡты. Был йәһәттән уның яуаптары миңә бик оҡшаны. Әлбиттә, ҡайһы берҙәре менән риза түгелмен, әммә уның шулай үҙен иркен тота алыуы оҡшаны.
Ләкин әйтеп китергә кәрәк, конференцияны ойоштороу яғынан етешһеҙлектәр булды. Мин республика журналистикаһы менән яҡшы таныш. Залда Матбуғат йортонан бер генә журналист та күренмәне. Һорау биргәндәре иһә беҙҙең республика тормошо ихтыяждарынан алыҫ. Район гәзиттәренән, республика баҫмаларынан вәкилдәр булырға тейеш ине. Һөҙөмтәлә бирелә торған һорауҙар бирелмәй ҡалды..." - тине Илдар Ғәбитов.
Фото И. Ғәбитовтың сәхифәһенән.