

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә кис республика халҡы менән тура бәйләнеш ойошторҙо һәм дүрт сәғәттән ашыу һорауҙарға яуап бирҙе. Башлыса етди темалар араһында Башлыҡтың шәхесенә ҡағылғандары ла бар ине. Мәҫәлән, ул ниндәй йырҙар ярата?
- Ашарға бешергән саҡта иң нығы Денис Майдановтың “Бер нимә лә йәл түгел” тигән йырын яратып тыңлайым. Шундай шәп йыр, беләһегеҙме? Уны минең Фәритем дә яратып тыңлай. Reamonn төркөмөнөң “You kill me by your smile” тигән йыры ла ныҡ оҡшай. Крис Норманды тыңлайым тағы, уның “Stumblin’ In” тигән йыры күңелемә яҡын. Бында ултырған йәштәр был йырҙарҙы белмәйҙер ҙә әле, – тине ул.
Алып барыусы унан Фидан Ғафаровтың йырҙары тураһында фекерен белеште.
– Һәр музыка менән ниндәйҙер хәтирәләр бәйле. Мәҫәлән, Рим Хәсәновтың Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Ҡышҡы романс” йыры Фидан Ғафаров башҡарыуында бик популяр ине. Был йырҙы минең әсәйем ныҡ яратты. Әле иһә элек Илфаҡ Смаков, хәҙер Әнүәр Нурғәлиев башҡарыуындағы “Өфө йүкәләре” йырын йыш тыңлайым. Был йырҙы Өлфәт Мостафин да ярата ине, – тине Радий Фәрит улы.
Социль селтәрҙәр ҡулланыусылары Башлыҡтың иртәһе нисек башлана тип һораны.
– Мин ауыр уянам, шунан тиҙ генә тәртипкә киләм, бер шәшке ҡәһүә эсәм һәм алға, эшкә. Эйе, иртәләр миңә ауыр бирелә. Әгәр көндөҙгө 12-нән төнгө 12-гә тиклем эшләргә яраһа, – минең өсөн был бик уңайлы булыр ине. Дөрөҫ, хәҙер иртән уяныуы ҡыуаныслы була башланы – бәләкәй улым иртә уяна һәм был уның менән күрешеү, аралашыу мөмкинлеге, сөнки кис быны эшләп булмай, – тине ул.
“Ни өсөн социаль селтәрҙәрҙә улығыҙың йөҙөн күрһәтмәйһегеҙ, арттан төшкән фотолар ғына ҡуяһығыҙ?” тигән һорау ҙа булды.
– Был махсус шулай эшләнә. Бәләкәй бит әле. Социаль селтәрҙә ҡулланыусылар күп. Ҙурайғас, был донъяға инер, ә әлегә ошолай булһын, һаҡланһын. Мин күҙ тейеү кеүек нәмәгә ышанмайым, ни бары был тормош тәжрибәһе, – тине ул.
Башлыҡтан яратҡан шөғөлдәре, шул иҫәптән балыҡ тотоу һәм китап уҡыу тураһында ла һоранылар.
“Балыҡ тоторға яратмайым. Ваҡытым булғанда китап уҡыйым. Тарихты яратам, айырыуса Беренсе донъя һуғышы тарихын. Был Рәсәй империяһы яғынан героизмға тулы һуғыш булған тип иҫәпләйем. Тәре походтары тураһында ла уҡырға яратам, унда ҡыҙыҡ нәмә күп”, – ти Башлыҡ.
Фото: Башинформ.