Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 07:27

Бүҙәнә аҫраусыларға

Ҡош-ҡорт аҫрау еңел эш түгел, ә файҙаһы ҙур. Ситтә уҡыған балаларың, алыҫта йәшәгән туғандарың өсөн иң татлы, ҡиммәтле күстәнәстәрҙең береһелер ул. Һатып алған һәм үҙеңдең өйөңдә баҫтырып сығарған себештәреңдең теүәл, сәләмәт булып үҫеүе – үҙе бер кинәнес.

Ошоға тиклем тауыҡ һәм өйрәк-ҡаҙ аҫрау өҫтөнлөктә бул­ды, һуңғы йыл­дарҙа күркә тотоуға ла әһәмиәт арта бара. Ә бына бүҙәнә үҫтереү һәм унан табыш алыу эше менән шөғөлләнгән кеше һирәк. Был ҡошто аҫрау – ҙур ауылдарҙа йәшәгән кешеләр өсөн бик отошло йүнәлеш.

Тауыҡ, өйрәк-ҡаҙ тоторға һарай кәрәк булһа, бүҙәнәгә урын күп талап ителмәй – ҡатлы йортта йәшәгән кешеләрҙең аш бүлмәһендәге бер квадрат метр урын да етә. Мөйөшкә ҡуйған ситлекте күп ҡатлы итеп эшләйһең. Улар ике төрлө: ҙур бүҙәнәләр өсөн һәм бәләкәйҙәренә. Эре ҡоштарға аҙыҡ һауыты бер яҡҡа ҡуйыла, ә балаларына – өс яҡлап. Был инде ҡоштарға ашарға иркенлек булдыра, улар тығылып, бер-береһенә ҡамасауламай. Оло бүҙәнәләрҙең иҙәне бер аҙ ауышыраҡ булһа, йомортҡа тәгәрәүгә ҡулайлы.

Тауыҡ себеше сығара торған инкубатор һатып алырға кәрәк. Унда 100 тауыҡ йомортҡаһы һыйһа, бүҙәнәнекен 300-гә (ғәҙәттә, 170-200) тиклем ҡуйырға була. 16-17 көндә һәр йөҙ йомортҡанан 70-80 себеш сығарып була.

Бүҙәнә себештәре бик бәләкәй булһа ла, тәүге көндән һикерә-йүгерә башлай. Уларҙы айырым йәшниктәргә йыйырға һәм аҫтарына сепрәк йәйергә кәрәк. Уны көн дә алмаштырып тороу фарыз, һуңынан һалам, бысҡы вағы ла ярай.

Бүҙәнә көнөнә бер йомортҡа һала. Бының өсөн уларҙы тәүлегенә өс тапҡыр туҡландырып, аҫтарын таҙартып, елләтеп тороу талап ителә. Тәбиғәт ҡошо булғанлыҡтан, бик сыҙамлылар һәм әрһеҙҙәр. Улар үлән ашамай, емде лә ҡоро килеш ҡабул итә. Ситлегенән сығып китһә, тотормон тип уйлама ла.

Бүҙәнә аҫрарға теләгән кеше булһа, ашатыу яғын да уйлаһын. Был ҡоштар бик тиҙ үҫә, шуға күрә витаминлы аҙыҡ бирергә тырышығыҙ. Былай тауыҡ себеше ашаған бер ризыҡҡа ла битараф түгел. Аҙыҡтарына тейешле минераль ҡушымталар биреү бик файҙалы. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ – аҙыҡ һәр ваҡыт яңы ғына әҙерләнгән булһын, һыу һауыты һай булырға тейеш.

Бүҙәнә өс аҙнала ныҡлап ашай-эсә. Ошо ваҡытта уларҙы ситлеккә ябырға кәрәк. Артабан үрсетәм тиһәң, ике айлыҡ бүҙәнәнән өс инә ҡошҡа бер ата иҫәбенән тоҡом алып ҡалыу мотлаҡ. Ҡалғандарын ит өсөн һимертергә була.

Бүҙәнә йомортҡаһы тауыҡтыҡына ҡарағанда туҡлыҡлыраҡ, тиҙ боҙолмай. Йомролай бешереп була, табала ҡыҙҙырһаң да ярай. Һәр көн иртән ас ҡарынға сей көйөнсә эсһәң, үтә лә шифалы. Ҡан баҫымын көйләй, шәкәр диабетын, ашҡаҙан-эсәк юлын таҙарта, күреү һәләтен яҡшырта, быуын һыҙлауын баҫа. Сей йомортҡа ирлек көсөн юғалтҡан ир-егеттәргә лә файҙалы, ғалимдар һуңғы ваҡытта киң тарала барған яман шештән дә файҙаһын иҫбатлаған.

Япония мәктәптәрендә һәр иртә уҡыусы балаға бүҙәнә йомортҡаһын эсерәләр. Был уларҙың аңын үҫтерә, фекер һәм хәтер ҡеүәләрен камиллаштыра тип һанала. Шулай уҡ уның составында сальмонеллез юҡ, шуға күрә балаларға ашатырға ла, сей килеш эсергә лә рөхсәт ителә. Өҫтәүенә витаминға, микро-макроэлементтарға бай. Шуға ла бүҙәнә йомортҡаһы халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.

Шулай итеп, бүҙәнәне йомортҡаһы һәм диетик ите өсөн аҫрайҙар. Был ҡошто үрсетеү эше менән шөғөлләнеү һуңғы йылдарҙа айырыуса йылдам үҫешә.

- Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Хәйбулла районы.

Читайте нас