Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 07:59

Бал ҡорттарын тәрбиәләү һәм үрсетеү

Ҡышлау урынынан сығарыу.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Яҙғы йылы көндәр башланыу менән, күстәрҙе баҙҙан сығарған көндән умартасыларҙың яңы миҙгеле асыла. Улар умарталыҡта тәүге эштәрҙе башҡара: ҡорт ғаиләләрен ҡышлаған урындарынан һәм ҡар аҫтынан сығара. Был эштәрҙе һеҙгә, башлаусы умартасыларға (кемдәрҙең күстәре бар), ҡасан башҡарырға кәрәк һуң?

 

Көслө күс яҡшыраҡ оса

 

Бал ҡорттары иректә ҡышлаған хәлдә тышта һауа температураһы 5–7 градус йылы булыу менән, тәүге елһеҙ генә торған ҡояшлы көндән үк таҙартыныу осошо яһай. Бының өсөн умарталарҙы ҡарҙан, кейәләрҙе үлгән ҡорттарҙан таҙарталар һәм кейә алдына, умарталыҡ биләмәһенә көл йәки тупраҡ һибәләр, һалам, бесән йәки ағас ботаҡтары һалалар. Һыуыҡ, елле көндәрҙә ҡояш нурҙары ҡорттарҙы осоуға дәртләндермәһен өсөн (уларҙың һалҡындан үлеүе ихтимал) умарта ауыҙҙарын, кейәләрен текә итеп ҡуйылған таҡталар менән ҡояштан ҡап­лайҙар. Ә йылы көндәрҙә иһә  ҡорттар осоп килеп ултыра торған таҡталар алынып, кейә алдына ҡуйыла. Кейәләрҙе иһә һис кенә лә, бер генә осраҡта ла ныҡлап ябып ҡуйырға ярамай. Ҡайһы бер өйрәнсек, һәүәҫкәр умартасы­ларҙың хатаһы ошонан ғибәрәт тә инде.

Әгәр ҙә бөгөн ҡышлатыу урынында йылылыҡ 3–5 градустан юғары булмаһа, ҡорттарҙы тышҡа сығарам, тип ашығырға кәрәкмәй.

Ғәҙәттә, бал ҡорттарын умарталар ҡуйыла торған ерҙә ҡар иреп бөткәс, һауа температураһы күләгәлә 10–12 градус йылы булған, тыныс, ҡояшлы көндәрҙә генә сығаралар. Был мәл йылғаларҙа боҙ китеү, үгәй инә үләненең, умырзаяның сәскә атыуы менән тап килә. Умарталарҙы иртә менән сығаралар, сәғәт 9-ға тамамлайҙар. Кемдәрҙең күстәре күп, уларҙы төнгә ҡаршы, кис ҡояш байыр алдынан сығарыу йәтеш. Был ҡорттар, төндә тынысланып, ябай һауа шарттарына өйрәнеп, иртәгәһенә йылы булһа, беренсе таҙартыныу осошо яһай.

Тышта һауа температураһы 6–8 градус йылы булғанда, ҡорттарҙы ҡышлау урынынан бик иртә сығарыуҙы ла ҡулланырға мөмкин. Бигерәк тә улар тынысһыҙланһа, умарта кейәләренән күпләп ҡорттар сыға башлаһа, тышта күстәр үҙҙәрен тынысыраҡ тойор. Әгәр ҡышлатыу урынында (баҙҙа) температура 7–8 градус йылы һәм һауаның дымлылығы 85 проценттан юғары булһа, ул саҡта ҡорттар ныҡ геүләй, кейәнән тышҡа сыға һәм умартаның алғы стеналарында ауырыу, эс киткән таптар күренә башлай. Бындай осраҡтарҙа бал ҡорттары күсен һауа темпе­ратураһы 2–3 градус йылы булғанда ла сығаралар, сөнки иректә, йәғни тәбиғи мөхиттә улар үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя. Ҡорт күстәрен иртә тышҡа сығарыу – ҡышлау насар, уңайһыҙ үткән осраҡтарҙа уларҙы һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. Яҙын улар яҡшыраҡ үҫешә, көс йыя. Тәүге сығарған көндә үк көслө күс ҡорттары яҡшы оса.

Көсһөҙ, хәлһеҙ күстәрҙең ояһынан аҙ ғына ҡорт сыға, бик насар осалар. Ошо көндә, ҡорттарҙың осоуы ҡайта, кәмей төшкәс, ояларҙы тулыһынса асмайынса ғына бөтә күстәрҙе лә ҡарап, тикшереп сығыу мотлаҡ. Был саҡта аҙыҡтың булыу-булмауын (ситтә торған баллы рамға ҡарап), инә ҡорт­тоң иҫәнлеген (һалынған йомортҡалар, асыҡ һәм ябыҡ – кәпләнгән үрсем) һәм күстең көсөн (рамдар араһында ҡорттар биләгән аралыҡтарҙан) асыҡлайҙар.

Умарталарҙы ҡышлау урынынан сығарған көндә үк ҡорттар өсөн умарталыҡҡа берәй һауытҡа (бак, ағас һауыт, самауыр) һыу ҡойоп ултыртырға кәрәк. Таҙа, йылымыс бер литр һыуға 0,01 процент тоҙ ҡушыу ҙа насар түгел, һыуҙы көн һайын алмаштырып тороу һәйбәт. Яҙҙан һыу бирмәһәгеҙ, ҡорттар, уны ҡырҙа эҙләп, ҡарға, туң ергә, йылғаларҙағы һыуыҡ һыуға төшөп һәләк була.

 

Ояларҙы йылытыу һәм ҡорттарҙы туҡландырыу

 

Умартасы, ҡорттарҙың тәүге осошон күҙәткәндән һәм ояны ҡарағандан һуң, аҙығы бөткән, инә ҡорто булмаған, көсһөҙләнгән, эс китеүҙән, кимереүселәрҙән (бигерәк тә сысҡандан), дымлылыҡтан зыян күргән бал ҡорто күстәрен асыҡлай. Һәр күстә кәмендә 8–10 килограмм бал һәм һитәле кәрәҙле бер-ике рам булырға тейеш.

Кәрәҙле, сифатлы сәскә балы өҫтәп, аҙыҡ запасын тулылан­дырырға, йәғни 2:1, әгәр ҙә шәкәр самалы булһа, 1:1 нисбәтендә әҙерләнгән йылы һыу һәм шәкәр шәрбәте өҫтәп, туйындырырға кәрәк. Уны туҡландырыу урындарына — кәмәшеүҙәргә бирергә йәки бер ашатыуға ике килограмм иҫәбенән буш кәрәҙҙәргә ҡойорға (сәйгүндән уңай) кәрәк.

Бындай өҫтәмә емләүҙе көндәр йылынғас һәм ҡорттарығыҙ яҡ­шылап көсәйгәс, көслө күскә генә бирегеҙ, сөнки һыуыҡ көндәрҙә шәрбәт ҡатып ҡала, ә ҡортоғоҙ көсһөҙ, хәлһеҙ булһа, улар биргән сиропты эшкәртә алмай. Ундай ғаиләләргә мөмкин тиклем үҙ аҙығын – бал һалырға кәрәк. Ояға бирер алдынан, рамдағы кәрәҙле балды ҡасау, умарталыҡ бысағы менән асып ҡупшыталар.

Көсһөҙ ғаиләгә бындай асылған балды алып ашау еңелгә тура килә. Әгәр ҙә балға шәкәр йәки шәкәр ҡомо ҡушып әҙерләнгән ҡамыр булһа, уны марляға урап, киндер япма аҫтына һалырға мөмкин. Ул аҙыҡты бал булмағанлыҡтан йәки аҙ булғанға бирәләр.

Күстәрҙе туҡландырыу алдынан умарта эсендә ҡыштан ҡалған буш һәм бик оҙаҡ тотонолған, ныҡ ҡарайған кәрәҙҙәрҙе, әсегән һәм үтә ҡомоҡҡан, кристалланған балды алырға кәрәк. Бысранып, бал ҡатып, бәҫәреп бөткән кәрәҙҙәрҙе лә яңырталар. Ҡорттарҙың ояларын ситтән, ян-яҡтан һәм өҫтән ентекләп йылыталар. Бының өсөн мендәрҙәр, йылытыусы материалдар тултырылған йүргәктәр, ҡалын киндер, септә йәки ҡапсыҡтар файҙаланыла. Яҙғыһын, һыуыҡ­тарҙа бик мөһим ояларҙы мөмкин тиклем кәметеп-ҡыҫ­ҡартып, йылытып торорға кәрәк, сөнки һуңғы осор көслө таралған ауырыу (эзбизлы үрсем, аскосфероз) һыуыҡ, йылытыл­маған оя­ларҙа ныҡ үрсей. Ке­йәләрҙе бер-ике сантиметрға тиклем кәметәләр, йәғни ике-өс ҡорт инеп сығырлыҡ ҡына булһын. Берҙән, ояны һыуыҡтан һаҡлай­һығыҙ, икенсенән, уғры ҡорттар күсте баҫып инә алмаясаҡ.

Ҡорттарҙы йылы, ҡояшлы һәм тымыҡ, елһеҙ көндәрҙә ҡарауы еңел. Тулыһынса ояларҙы асмайынса ҡорттарҙы ҡарау 10–12 градус йылылыҡта үткәрелә, ашығыс осраҡтарҙа (өҫтәмә емләгәндә, аҙыҡ биргәндә) 6–8 градус йылы булһа ла ярай. Ә умарта төптәрен таҙартып, тулыһынса асып ҡарау 15–17 градус йылылыҡта, ҡорттар үҙҙәрен тынысыраҡ тотҡан саҡта үткәреү яҡшыраҡ. Өҫтәүенә, бындай көндәр башланыу менән ҡорттар тәбиғәттән умарталарға сәскә һуты һәм һеркә ташый башлай.

 

Төрлө умарталарҙа аҫрау

 

Башҡортостандың алдынғы умартасылары, ҡорттарҙы ҙур күләмле умарталарҙа аҫрау менән, күс айырыуға ҡаршы һәр кемгә аңлайышлы алымдарҙы ҡулланып һәм ҡорттарҙы резервҡа бүлеүҙе билдәләп, төп бал йыйыуға көслө ғаиләләрҙе файҙалана һәм уларҙы эшкә һәләтлелек хәлендә тота.

Ғәҙәттә, ике корпуслы, күп корпуслы, горизонталь ятмалы һәм 12 рамлы ике-өс магазин өҫтәмәле умарталар ҡулланыла. Уларҙа ҡорттарҙы аҫрау технологияһының үҙенсәлектәре бар.

Умартасылар, бигерәк тә яңы башлап эшкә тотоноусылар йыш ҡына йүкәнән бал йыйыуға иҫәп тота. Ысынлап та, беҙҙең Баш­ҡортостанда йүкәнән йыл һайын тиерлек ярайһы ғына мул бал алдылар. Баш ҡаланың үҙендә – Өфөлә айырым умартасылар күп кенә йүкә балы йыйыуға өлгәшкән, ҡаланың үҙәгендә (йүкәлектәр тупланған ерҙә) 5–6 күстән өс феләк бал йыйған 1970–1980 йылдар булды.

Һуңғы ваҡытта оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған һыуыҡ яҙҙар, ҡырауҙар, һуңынан бер туҡтауһыҙ яуған көслө ямғырҙар сәскә һуты бүлеп сығарыуға кире йоғонто яһай. һөҙөмтәлә күпләп бал йыйыу урынына өҙөк-өҙөк, аҙ-маҙ ғына йыйыла. Шул арҡала ҡорттар  айырыу торошона күсеп, йыш күс айыра.

Ошо тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тәжрибәнең самалы булыуын күҙҙә тотоп, беҙ ҡорттарҙы 12 рамлы магазин өҫтәмәләре булған (дадан) умарталарҙа тәрбиәләү һәм аҫрау системаһын тәҡдим итәбеҙ.

 

- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

Читайте нас