

Рәсәй Дәүләт Думаһындағы ЛДПР фракцияһы депутаты Иван Сухарев партия әүҙемселәре менән Дәүләкән районында булды. Унда консультатив, юридик һәм башҡа ярҙам итеү маҡсатында урындағы халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарылды.
Дәүләкән ҡалаһында парламентарий район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов менән осрашып һөйләшеү барышында төбәктәге эпидемиологик хәл-торош, социаль-иҡтисади үҫеш, алда торған һайлау мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Һуңынан ЛДПР ағзалары кешеләр менән уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, улар – экология торошо, сүп-сар сығарыу, торлаҡ-хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн тарифтар, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, юлдарҙы ремонтлау һәм башҡа мәсьәләләр.
Бөтә граждандарға кәңәштәр бирелде, проблемаларҙы тәфсирләп аңлатып яҙыу өсөн мөрәжәғәт бланктары таратылды.
Фото http://ldpr-rb.ru/