

Урал аръяғы райондары аша ҡайтҡанда, күптәр аттарҙың өйөр-өйөр булып юлға сығыуына йәки уларҙың осрауына күнегеп тә баралыр. Бәғзеләре, автомобилдәренән сығып, башҡорт аттары янында фотоға төшөргә лә ярата. Ситтән ҡарағанда, был үҙенсәлекле күренеш күп осраҡта аварияларға сәбәп булып тора.
Былтыр йыл аҙағында Әбйәлил районында аттарға бәйле ҡот осҡос юл фажиғәһе теркәлде: биш үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Юлда йөрөгән хужаһыҙ аттар үҫмерҙәрҙең үлеменә килтергән сәбәптәрҙең береһе булды. Ике йыл инде беҙҙең команда был проблемаға ҡаршы көрәшә. Туристар өсөн матур күренеш тә ул, ә беҙгә – ҡурҡыныс. Бөгөн юлдарҙа аттар булмаһын тигән маҡсатта барлыҡ сараларҙы ҡулланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өлкәлә ҡанундарҙың эшләнеп бөтмәүе малдың яуапһыҙ хужаларына етди саралар күрергә мөмкинлек бирмәй”, – тип яҙғайны.
Ысынлап та, районда әле булһа хужаһыҙ аттар проблемаһы хәл ителмәгән килеш ҡала. Сираттағы командировкаға барғанда, беҙгә лә бер нисә урында юлдарҙа йылҡы йөрөүенә, уларҙың ауыл уртаһында өйөр-өйөр тороуына шаһит булырға тура килде. Хатта Дәүләт ауылы янында малды машинабыҙҙы туҡтатып, уларҙың ҡабаланмай үтеп китеүен дә күҙәттек. Әммә бөгөн һүҙебеҙ был хаҡта түгел, ә күпселек фермерҙарҙың аһ-зары тураһында.
Бөгөн ауыл ерендә малсылыҡ, йылҡысылыҡ һәм үҫемлекселек тармағында үҙ эшен асыусыларға еңел түгел. Уларҙың барыһы ла йыл һайын ҡоролоҡ арҡаһында зыян күрә, һөҙөмтәлә алға ҡуйған пландарының күбеһе тормошҡа ашмай ҡала. Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған тигәндәй, ошо ауыр ваҡытта күп фермерҙар ҡайҙан бесән алайым, игенде кемгә һатайым тип йөрөгән саҡтарында күҙ төбәп торған баҫыуҙарына бер төн эсендә йылҡы өйөрө төшөп, бар ғына уңышын тапап сыға. Ултырып иларлыҡ саҡтар була, ти иген үҫтереүселәр. Был осраҡта ла күп ат хужалары яуапһыҙ ҡала, сөнки таң атыуға аттар ҙа булмай, хужалары ла табылмай.
Аттар һаны буйынса Әбйәлил районы республикала икенсе урында тора, әммә юлдарҙа ошоға бәйле авариялар иҫәбендә беренселекте бирмәй. Һәр йортта тиерлек йылҡы малы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе ҡыш буйы тибенлектә йөрөп сыға. Яҙ етеү менән шәхси секторҙа аттарҙы көтөү эше алып барылмай, шунлыҡтан йыл һайын күп кенә фермерҙарҙың сәсеүлектәре тапала, уңыш юҡҡа сыға. Юлға сығып, үлем осраҡтарына сәбәпле булған малдарҙың хужаһы ла табылмай, уны күреүсе, таныусы ла булмай.
Был мәсьәләгә ҡасан нөктә ҡуйылыр, ғәмһеҙ ат хужаларына яуап бирерлек закондар сығыр, штрафтарҙың күләме күтәрелер?! Хужаһы, үҙ атын танып, “минеке” тип яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмайынса, баҫыуҙар ҙа тапалыуын дауам итәсәк һәм юлдарҙа үлемесле авариялар һаны ла кәмемәйәсәк. Саң һуҡҡан фермерҙарҙың аһ-зарын ишетеүсе табылырмы?..
- К. ИШБУЛДИНА.