Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 07:26

Кәзә – отошло мал

Кәзә талымһыҙ мал һанала, һайланыу уға хас түгел. Ялан-урманда саҡта сыҙамлылығы менән бүтән малдан ныҡ айырыла. Миҫал өсөн алыҫ китергә лә түгел. Районыбыҙҙың Таштуғай, Вәлит, Әлибай һәм Рафиҡ ауылдары янындағы ҡылғанлы яландарҙа, Әбеш, Үрнәк, Аҡъюл, Аҡнаҙар тарафтарындағы тау-таш, урман араһында унан да оҫтараҡ йөрөүсе юҡ.

Кәзә йорт-ҡура янында йәшәүгә ҡулайлы, көтөүлек һәм көтөүсе лә кәрәкмәй. Хатта оҙон бәйҙә лә тоторға була. Был ҙур ауылдар халҡы өсөн бик отошло. Ҡышҡы­лыҡҡа ла күп аҙыҡ талап ителмәй. Ҡайын, йүкә миндектәренән сүп-сары ла бик аҙ ҡала. Һирәк-һаяҡ көрпә биреп торһаң, ҡара ергә көр аяҡ менән баҫасаҡтар. Ҡыш менән хушлашыр алдынан өйәңке кимертһәң, улар өсөн өҫтәмә туйындырыуҙың файҙаһын әйтеп бөткөһөҙ. Тал ағасының ваҡ ботаҡтарын мертелдәтеп ашау ғына түгел, ә ҡайырын ап-аҡ итеп кимереп ҡуялар, ашлы һыу менән дә теләп һыйлана.

Әгәр кәзә ҡышты яҡшы сыҡһа, уны март аҙағында, апрель айында тарай башларға мөмкин, тиҙәр. Кәзә тарауҙың да үҙ нескәлектәре бар. Уны бер ҡасан да кирегә тарарға ярамай, күпме маташма, барыбер дебет ала алмаясаҡһың.

Башҡорт халҡы борон-борондан үҙе­нең ҡымыҙ, бал, талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡорот кеүек ашамлыҡтары һәм моңло ҡурайы менән дан ҡаҙанған. Башҡорт шәле лә – шулар менән типә-тиң торған милли та­уарыбыҙ. Уның тыуған яғы Көньяҡ Урал тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Башҡорт биләмәһенә аяҡ баҫҡан ҡунаҡҡа шәлде бүләк итеп биреү йолаһы ҡәҙерләп һаҡлана. Юҡҡа ғына Әбей батшабикәнең иңенә күпереп торған башҡорт шәлен япмағандар. Башҡорт дебет шәле үҙ халҡын ғына түгел, бөтә Урал буйын, Ырымбур өлкәһен, Үзбәкс­тан, Себер тарафтарын да йылыта.

ХIХ быуат аҙағында рус ғалим-этнографы Рычков “башҡорт ҡатын­дарының кәзә дебетенән шәлдәр бәйләп һатыуы – бик файҙалы шөғөл” тип яҙған. Тарихи сығанаҡ­тарҙан күренеүенсә, дебет шәл­дә­рен төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыу йолаға әүерелгән. Оҫта шәл бәй­ләү­селәр күп тапҡыр ҙур еңеүгә өлгәшкән. Был һүҙҙәремде дәлил­ләр өсөн бер генә миҫал килтерәм.

Париж халҡы башҡорт шәл­дәренә иҫе китә. 1893 йылда Чикагола халыҡ-ара күргәҙмә асыла. Петербург ҡатын-ҡыҙҙар комитеты мәртәбәле сарала Ырымбур губернаһы вәкилдәренең башҡорт шәлдәрен ҡатнаштырыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Яҡташтарыбыҙ сит илдән ҙур еңеү менән ҡайта. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек эре ҡалаларҙа уңыш ҡаҙаныуҙары – әйтеп бөткөһөҙ ҙур ваҡиға. Юҡҡа ғына “Ырымбур шәле” йыры бөгөн дә халыҡ күңелендә һаҡланмай.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тибеҙ. Малды ҡураға ябып, бер аҙ ҡырпаҡ ҡар яуыуға ауылда ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен шәл эшенә – дебет эшкәртергә саҡыра башлай. Фекер алышып, илдәге яңылыҡ­тарҙы тикшереүҙән, район һәм ауыл темаһынан да ситләшмәйҙәр. Кемдер дебет һуға, аялай, икенселәре орсоҡтарын зыр әйләндереп иләй һәм сирата, дегәнәк, ҡыл таҙартыусыларға ла эш етә.

Ә кәзә ҡымыҙы йылҡыныҡынан ҡуйыраҡ була. Уның составындағы кальций, фосфор һөйәк туҡыма­һының үҫешенә булышлыҡ итә. Ә биологик матдәләрҙең күп булыуы тын юлдарын, ҡан баҫымын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, диатездан, аллергиянан дауалай.

Кәзә һөтөн организм яҡшыраҡ үҙләштерә. Мәҫәлән, йәш баланың ашҡаҙанында һыйыр һөтө ике-өс сәғәт эшкәртелһә, кәзә һөтө – ни бары 40 минут. Йәш баланың әсәһе ауырыһа йәки вафат булһа, сабыйға уны эсергәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ха­лыҡты үлән, кәзә һөтө аслыҡтан ҡотҡарған. Ул саҡта апай-еңгәй­ҙәрҙең ошо хаҡта йырлағаны әле лә иҫемдә.

Кәзә һөтө ҡуйы була,

Ҡаймаҡ була ла ҡуя.

Бер стакан эсте ниһәң,

Тамаҡ туя ла ҡуя.

Атың һат, һыйыр һат,

Алып ебәр кәзәкәй,

Һауһаң – һөтө, һуйһаң – ите,

Һалымы ла бәләкәй!

Шулай уҡ кәзә майын иретеп һаҡлайҙар, һыуыҡ тейгәндә, үҙәк көйөүҙән яфаланғанда килешә. Тиреһе лә бик шифалы. Юҡҡа ғына бил ауыртҡанда яңы ғына һуйған кәзә тиреһе менән урап ҡуймағандар.

Ите сифаты һәм тәме менән айырыла. Боронғолар әйтмешләй, ит бөткәндә һәм кәрәк саҡта аҙбарыңда һуйып ашарлыҡ кәзәң дә булмағас, ауылда ғүмер итеүҙән ни фәтүә! Һәр ваҡыт һыйыр йәки йылҡы, ҡош-ҡорт ите ашап булмай.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әй­тергә теләйем: тәбиғәт шарттары уңайлы булғас, кәзә аҫраған ғаилә­ләр һаны артһын, һарайҙарыңда кәмендә 15-20 баш мал булһын ине.

- Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Хәйбулла районы.

Читайте нас