Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 09:48

“Ә киленегеҙ минән ауырлы…”

goodfon.rugoodfon.ru
Фото:goodfon.ru

Бынан байтаҡ йылдар элек бәләкәй генә ауылдарҙың береһендә булған был ғибрәтле хәлде оло йәштәге бер апай һөйләгәйне.

 “Әмилә миңә алыҫ туған  ағайымдың ҡыҙы ине. Беҙ уларға һирәк кенә булһа ла ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Ошо баланың ҡалаҡҡа һалып йоторҙай сибәрлегенә, һом­ғол­лоғона гел һоҡлана инем: ҡайҙан ябай ауыл балаһында шундай күркәмлек? Хәйер, еңгәй ҙә алыҫ яҡтан килен булып төшкән, үҙенсәлекле матурлығы менән айырылып тора, ҡыҙы, күрәһең, уға оҡшаған.

Ҡыҫҡаһы, Әмилә буй ет­ке­реү менән барлыҡ ауыл егеттәре уның артынан йөрөй башлаған, ә һантый ҡыҙ үҙе­нән күпкә өлкән ирҙең таҫма теленә ышанған: ҡырҡ йәш­лек урмансы менән ғишыҡ уйыны ҡорған. Хәйер, артыҡ йәшенеп тә йөрөмәгән улар, ә атаһы менән әсәһе, әрләп тә, тыйып та, ипләп тә аңлата алмағас, ҡул һелтәгән.

Мәктәпте тамамлағас, Әмилә ҡалаға уҡырға ингән. Әйтергә кәрәк, сибәр ҡыҙға бында ла иғтибар етерлек булғандыр, ә ул иң сибәр, мыҡты кәүҙәле ҡала егете Даниярҙы һайлаған. Ҡыҫ­ҡаһы, ялҡынлы мөхәббәт тоҡанған икәү-ара.

Тиҙҙән Әмилә ауырға ҡалған. Әлбиттә, хәлдәр былай булып киткәс, ата-әсәләренә лә әйткәндәр, туй ойошторорға ниәтләгәндәр. Ҡыҙҙарының үҙ тиңенә, бергә уҡыған һабаҡташына кейәүгә сығыуына бигерәк тә атай-әсәй шатланған. Аңлашылып тора: урмансы менән булған тарихты ауылда онотоп та өлгөрмәгәндәрҙер.

Туй көнөн билдәләгәндәр, ҡунаҡтар саҡырғандар. Тантана алдынан ҡыҙҙар йыйылып байрам ойошторған, егеттең дуҫтары ла айырым кәйеф-сафа ҡорған.

Ә теге урмансы,  һөйгәне кейәүгә сыға икәнлеген ишетеп, көнләшеүҙән күҙе тома­ланған. Эсеп алып, ҡалаға йү­нәлгән, студенттар ятағына килгән. Ә “әхирәт” ишараттары уны... Даниярҙың ата-әсәһе йәшәгән йортҡа оҙат­ҡан. Нин­дәй низағ ҡупҡанын аңлай­һы­ғыҙ инде: буласаҡ ҡайны менән ҡәйнә  килендә­ренең ошо урмансынан ауырлы булыу ихтималлығын  белеп ҡалған.

Нимә эшләргә, ни ҡылыр­ға? Дуҫтары менән осрашыу­ҙан ҡайтҡан бәхетле Данияр­ға әле булған аяныслы хәлде һөйләргә телдәре әйләнмәгән ата менән әсәнең. “Тормошон боҙоп ҡуйырбыҙ, йә үҙе ме­нән бер нәмә эшләп ҡуйыр, өндәшмәйек”, – тип, күҙ йәштәре аша Әмиләнең ауылына туйға йыйына баш­лағандар...

Ә бынан алдағы төндә ауылда тағы ла хәтәрерәк ва­ҡиға булған. Эсеп алған урмансы Әмиләнең йортона килеп, ишектәрҙе балта менән емереп ингән һәм ҡыҙҙы һыбай ултыртып, ур­манға алып киткән... Ни хәл итергә? Участка полицей­скийына тиклем йыраҡ, апты­рағас, бер нисә туғанын алып, ата менән әсә урманға, теге ирҙең йортона Әмиләне эҙләп сығып киткән.

Анһат ҡына алып ҡайт­ҡандар тиһегеҙме? Урмансы асыҡ тәҙрә аша: “Өйгә яҡын­лашһағыҙ, атып үлтерәм! Иртән кәләште үҙем алып ба­рып ҡуйырмын, туйын боҙ­мам. Көтөгөҙ. Һаубул­лашыр­ға ирек бирегеҙ!” – тип мылтыҡтан атып ебәргән.

Ысынлап та, таңда Әмилә ҡайтып ингән. Урмансы уны ҡыйырһытмаған һәм туй үҙ яйы менән үтеп киткән. Әлбит­тә, ауыл кешеләре төндәге хәлдәрҙе ҡунаҡтарға ләм-мим өндәшмәгән...

Бер нисә айҙан Әмиләнең улы тыуған. Даниярҙың ата-әсәһе был ваҡиғаны бигерәк тә түҙемһеҙлек менән көт­кәнен аңлап тораһығыҙҙыр: был бала кемгә оҡшар, артабан нимә булыр?

Малай шул тиклем ата­һы­на, Даниярға оҡшаған, тиҙәр. Хәҙер үҫкән инде ул... Бығаса ут йотоп йәшәгән ата-әсә лә тыныслан­ғандыр, мо­ға­йын. Әмилә менән иренә килгәндә, улар матур, татыу йәшәй. Ҡыҙҙары ла үҫеп килә.

Бына ошондай хәлдәр ҙә була...” – тип тамамланы һүҙен был апай. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был донъя...

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА яҙып алды.

Читайте нас