Йәмғиәт
10 Сентября 2021, 10:08

Маҡсатлы Бөрйән һылыуы

“Мин Нәргизә Илдар ҡыҙы Ғәбитова булам, 2002 йылдың 10 апрелендә Бөрйән районында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Әсәйемдең  сәхнәгә булған һөйөүе миңә лә күскән, бала саҡтан ул бик күп бейеүҙәр өйрәтте, һәм мин төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Шулай уҡ һүрәт төшөрөүгә әүәҫлек тә унан килә. Быйыл районда үткәрелгән “Һылыуҡай”ҙа ла гран-при яуланым”, – тип яҙа сираттағы ҡатнашыусы.

 Нәргизә бәләкәй саҡтан спортҡа ылығып үҫә. Физкультура уҡытыусыһы булған атаһы саңғы ярыштарына алып йөрөй. Ныҡышмал ҡыҙ бында ла беренсе урындарҙы яулап килә. 

Артабан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына уҡырға инеп, яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Технолог һөнәрен һайлап, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта һуңғы курста уҡып йөрөй.

Киләсәктә Нәргизә Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белем алып, үҙ бизнесын асыу теләге менән яна. “Республикама яҡшы, кәрәкле белгес булып хеҙмәт итеү – минең тормоштағы маҡсатым”, – ти ул.

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес:

bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номи­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.

Рәзилә АБЫҘГИЛДИНА

Читайте нас