

9 сентябрҙә Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров бер мандатлы кандидаттар менән осрашты. Улар, һайлаусылар ышаныс күрһәткән осраҡта, Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡларға йыйына.
Бер мандатлы депутаттар, ғәҙәттә, билдәле биләмәләргә нығыраҡ бәйле була, үҙ округтарында әүҙем эшләй, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә, уларҙың үтенестәрен теркәй.
“Бер мандатлы кандидаттар иңендә үҙҙәре эшләгән биләмәләр өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ ята. Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары һәр саҡ әүҙем, көслө булды. Әгәр ҙә һайлаусылар һайлауҙа әүҙемлек күрһәтһә, беҙҙең төбәктән 13-14 депутат һайланасаҡ. Һеҙ – дәүләттең сәйәси системаһының каркасы һәм федераль кимәлдә республикабыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡһығыҙ”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе шулай уҡ командалағы ҡайһы бер ағзаларҙың кампанияла тәүге тапҡыр ҡатнашыуын, шул уҡ ваҡытта тәжрибәле вәкилдәрҙең булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, шундай абруйлы депутататтар иҫәбенә Павел Качкаев инә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Дәүләт Думаһында Башҡортостан фракцияһы теркәлмәһә лә, Павел Качкаев һайланған осраҡта, рәсми булмаһа ла, республика вәкәләтлегенә етәкселек итә алыр ине. Был яңы килгән кешеләргә ярҙам итеү һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү өсөн кәрәк. Павел Качкаев был тәҡдим менән килеште.
“Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең команданың – “Хәбиров командаһы”ның вәкилдәре. Республика халҡының миңә мөрәжәғәттәре араһында эсәр һыу проблемаһы йыш күтәрелә, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә. Шулай уҡ ауыл кешеләрен юлдар мәсьәләһе борсоһа, ҡалала йәшәүселәр төҙөкләндереү, капиталь ремонт, идарасы компаниялар эшенә бәйле проблемаларҙы күтәрә. Был мәсьәләләрҙең һәммәһен дә хәл итеп була, эшләргә генә кәрәк”, – тине Павел Качкаев.
Рафаэль Мәрҙәншин эшҡыуарҙарҙы яҡлау буйынса ҡануниәтте үҫтереү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
“Әйтергә кәрәк, был һайлау кампанияһы барыһы өсөн дә яңы шарттарҙа үтә. Эпидемиологик хәлгә бәйле, беҙ ҙур залдарҙа осрашмайбыҙ, халыҡ менән урамда йәки ҙур булмаған составта йыйылабыҙ. Әммә беҙгә кешеләрҙең үтенестәрен йыйырға кәрәк, һәм беҙ был эште үтәйбеҙ”, – тине ул.
Динар Ғилметдинов транспорт инфраструктураһы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен көйләүҙе планлаштыра. Ул шулай уҡ газ яғыулығы баҙарын үҫтереү, газ заправкалауы системаһын булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Эльвира Айытҡолова осрашыуҙарҙа кешеләр һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ҡулайлаштырыу мәсьәләһе өсөн борсола, тип белдерҙе.
“Дауаханаларҙы ҡайтанан ойоштороу тураһында һүҙ барғанда, был хаҡта халыҡҡа мәғлүмәтте ваҡытында еткереү, быны аңлайышлы итеп эшләү мөһим. Кешеләр ни өсөн теге йәки был административ ҡарарҙар ҡабул ителгәнен, бының нисек медицина ярҙамы сифатына йоғонто яһауын аңларға тейеш. “Ашығыс ярҙам” машиналары менән проблема киҫкен, дарыуханалар дефициты бар. Халыҡтың был ихтыяждарына яуап биреү зарур”, – тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
Радий Хәбиров, Рифат Шәйхетдиновҡа мөрәжәғәт итеп, уның ниндәй партияға ҡарауы мөһим түгел, тип белдерҙе.
“Әгәр уға һайлаусылар ышаныс белдергән осраҡта, бөгөн беҙҙең командала Башҡортостан мәнфәғәтен яҡлаясаҡ кеше менән аралашҡанды аңлау мөһим”, – сказал он.
“Хеҙмәттәштәрем менән килешәм: ауылдарҙа юлдар, һыу, ауыл клубтары мәсьәләләре көнүҙәк. Тағы ике проблема бар: Нефтекамала композит кластерын булдырыу һәм юлдарҙы киңәйтеүгә бәйле, ауыл хужалығы ерҙәрен тартып алыуға бәйле борсолоуҙар”, - тип билдәләне Рифат Шәйхетдинов.
Радий Хәбиров осрашыуға килгән һәр кем республикалағы ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. “Һәр ҡайһығыҙҙан һөҙөмтәле эш көтәбеҙ”, - тип һыҙыҡ өҫтәнә алды ул.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.