

Әлеге ваҡытта Өфөлә ҡалаһы инфраструктураһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен асыҡлау өсөн халыҡ фекерен алыу дауам итә.
Тауыш биреүҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институты берлектә башлаған. Сара баш ҡаланың 450 йыллығына әҙерлеккә ярашлы ойошторолған.
Кем Өфөнөң тышҡы йөҙөнә битараф түгел, ufa450.ru сайтына инеп, үҙе ярҙам кәрәк тип тапҡан проектты һайлап, уға тауыш бирә ала. Был тикшеренеү һөҙөмтәһе баш ҡала халҡы өсөн мөһим һәм көнүҙәк проекттарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. Бөгөнгә ҡарата сайтта меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Һораулама 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.