Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 06:00

Йәрминкәлә – муллыҡ сағылышы

Шишмә районында ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

Йәрминкәлә – муллыҡ сағылышыЙәрминкәлә – муллыҡ сағылышы
Йәрминкәлә – муллыҡ сағылышы

Шишмә районы хакимиәте алдындағы майҙанда ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Ул тәҡдим ителгән тауарҙарҙың, аҙыҡ-түлектең күп төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Бал, иген, емеш-еләк ҡағы, ҡамыр ризыҡтары, төрлө тәмләткестәр һатыусылар ҙа байтаҡ, хатта Ямалдан алып ҡайтҡан эрбет үҫентеләрен дә табырға була ине бында.

Иҫке Мусанан умартасы Ғәмбәр Гәрәев йәрминкәләрҙә даими ҡатнаша икән. “Балды 45-се миҙгел һатам. Ҡайһы бер йылдарҙа умарталар һаны 200-гә етә торғайны. Өлкәнәйгәс, эш ауырлашты, шуға ла уларҙы 150-гә ҡалдырҙым. Йәрминкәлә бал һатыуҙан тыш, кеше менән рәхәтләнеп аралашыуҙан кинәнес табам. Күптәнге клиенттарым да бихисап. Минең балды күптәр белә, шуға уны рекламалауҙың кәрәге юҡ”, – ти умартасы.  

Ар ауылынан халыҡ оҫтаһы Фәнүзә Бикәмованың күҙ яуын алырлыҡ милли биҙәүестәрен берәү ҙә урап үтмәне. Палаткаларҙың береһендә бушлай юридик ярҙам күрһәтелде. Ә майҙанда балаларға ҙур байрам ойошторолдо.

Фото: Шишмә районы хакимиәте.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас