Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 12:47

Йәйәүлеләр юлы уртаһында... бағана

Парламентарийҙарҙы киңлеге бер метрҙан да артмаған йәйәүлеләр тротуары аптырашта ҡалдырҙы.

Йәйәүлеләр юлы уртаһында... бағанаЙәйәүлеләр юлы уртаһында... бағана
Йәйәүлеләр юлы уртаһында... бағана

Ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Александр Ющенко һәм Сергей Шаргунов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Юнир Ҡотлоғужин һәм Вадим Старов Өфө ҡалаһының халыҡты иң борсоған проблемалы урындарында булды. 

Улар Ибраһимов бульварында юл ремонтлау барышын тикшерҙе. Парламентарийҙарҙы киңлеге бер метрҙан да артмаған йәйәүлеләр тротуары аптырашта ҡалдырҙы. Әммә улай ғына түгел, һәр 50 метр һайын юл уртаһында бағаналарға тап булаһың! Уларҙы урап үтер өсөн газонға йә трамвай юлына төшөргә тура килә.

Комсомол урамы депутаттарҙы тағы ла нығыраҡ хайран итте. Баш ҡаланың төп транспорт артерияларының береһендәге төҙөкләндереү эштәренең оҙаҡҡа һуҙылыуы урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Был ике урамдағы эштәр буйынса депутаттар парламент тикшереүе үткәрергә хәл итте.

Артабан уларҙың иғтибарын Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркындағы ҙур ташландыҡ биләмә йәлеп итте. Тутығып бөткән балалар аттракциондары ошонда уйнарға килгән бәләкәстәр өсөн хәүеф тыуҙыра. Ә өлкәндәр ялдарын башҡа парктарҙа уҙғарырға мәжбүр.

Инвесторҙар йәлеп ителеп, был тирәне төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрергә кәрәк, тине Юнир Ҡотлоғужин.

Фото http://kprf102.ru/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас