Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 07:13

“Янғантау” геопаркы туристарҙы ылыҡтыра

Төп концепция – урындағы халыҡ аҡса эшләһен.

Ваҡыт үтеү менән донъяға ҡараш, тормош ҡиммәттәре үҙгәрә. Был иһә беҙҙең алда яңы талаптар, һынауҙар ҡуя. “Янғантау” геопаркын  булдырыу ҙа бөгөнгө көн талабы ул, сөнки әлеге заманда тыуған ерҙең матурлығына һоҡланыу ғына етмәй, уны һаҡлау һәм дөрөҫ файҙаланыу сараларын да күрергә кәрәк. Мәғлүм булыуынса, дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырып, эҙмә-эҙлекле йылдар дауамында алып барылған эш һөҙөмтәһендә булдырылған геопарк Салауат районы биләмәһендә урынлашҡан, ә базаһы – “Янғантау” шифаханаһында.

Салауат районында булғанда “Янғантау” геопаркы директоры Илдар  САДИҠОВ менән осрашып, уның бөгөнгө хәле тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Илдар Артур улы, панде­мияға бәйле килеп тыуған көрсөк геопарк эшенә йоғонто яһанымы?

– Әлбиттә, көрсөк эҙемтәһеҙ үтмәне. 2019 йылға ҡарағанда, былтыр туристар һаны ҡырҡа кәмене, йәйге миҙгелдә туристар үҙҙәре ирекле рәүештә килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эште онлайн тәртибендә дауам иттек. Партнерҙарыбыҙ, геогидтар һәм балалар менән эшләнек. Белем биреүҙең төп өлөшө онлайн-режимда “zoom” аша алып барылды. Шулай уҡ белем биреү программаларын социаль селтәргә урынлаштырҙыҡ, улар әле лә унда тора.

Әлеге ваҡытта хәл яйлана башланы, йәғни быйыл  туристар ағымының артыуы күренде. 1 майҙан уҡ халыҡтың күпләп килеүе күҙәтелде, шуға ла быйыл һөҙөмтә зарланырлыҡ түгел, тип иҫәпләйем. Әйткәндәй, былтыр, беҙҙең сығанаҡтар буйынса, яҡынса 100 меңдән ашыу кеше геопаркта булған. Шулай уҡ иҫәпкә алынмағандары ла күп. Салауат районы туристарҙа ысынлап ҡыҙыҡһыныу уятты. 

 

– Геопаркка килгән халыҡ нимә менән нығыраҡ ҡыҙыҡ­һына, ҡайһы урындарға күбе­рәк бара?

– Беҙҙең барлыҡ объекттар сайтта урынлаштырылған. Мәҫә­лән, кешеләр Мәсетле геологик киҫелешенә ашҡына, уның ха­ҡында кемдер геопарктың социаль селтәрендә йә телевизорҙан күрә, кемдер гәзиттән уҡып белә. Йәйге ял көндәрендә унда меңгә яҡын кеше була.

Беҙҙең гид һәр саҡ шунда эшләй, ошо геологик нөктәне хеҙмәтләндерә. Йәйгеһен туристар ағымы шул тиклем көслө була, гид хатта арый. Бынан тыш, шифахана, Янғантауҙы, Лаҡлы, Иҙрис мәмерйәләрен ҡарарға, Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап ағырға мөмкин. Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй, шулай уҡ Ахун, Яңы Ҡарталды, Лаҡлы уйымы, Оло Лука ҡыр­ҡымы, Салауат ҡаяһы, тауҙар, йәйәүлеләр маршруттары бар.

Беҙҙә бағыр фермаһы эшләй. Салауат Юлаевтың, шулай уҡ Лағыр ауылындағы мәктәптәге музейҙар менән танышырға мөмкин. Визи-үҙәктә өлөшләтә музей элементтары ҡуйылған. Ҡорғаҙаҡ, Кизляр сығанаҡтары, Урмантау зонаһы тәбиғәте бик бай, матур. Бағанташ, Сабаҡай ҡаялары бар. Сабаҡай Дыуан районында урынлашһа ла, беҙҙең район сигенән ни бары 100 метр алыҫлыҡта ята. Ғөмүмән, беҙҙең биләмә тәбиғәт ҡомартҡыларына бик бай.

 

– Туристар ағымы көйлән­гәнме, әллә ҡырағай ысул менән киләләрме?

– Бөгөн был көнүҙәк мәсьәлә булып тора, сөнки беҙҙең иҫәп буйынса туристар ағымының өстән бер өлөшө генә иҫәпкә алына, ә ҡалғаны үҙ яйы менән йөрөй. Шуға ла тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды кәметеү һәм урындағы халыҡҡа ниндәйҙер файҙа килтереү маҡсатында был хәрәкәтте тәртипкә һалып, көйләү бурысы тора.

Мәҫәлән, быйыл яҙ “Янғантау” геопаркы биләмәһендә халыҡ-ара уҡыу семинарында ла ошо мәсьәләгә туҡталдыҡ. Унда Ҡырғыҙстан, “Ундория” геопаркы һәм Мәскәү вәкилдәре ҡатнашты. Геопарктың эшен ойоштороу, балаларға белем биреү учреждениелары менән эшләү мәсьә­ләләрен өйрәндек. Беҙҙең ҡунаҡ­тар тәҡдимдәрен индерҙе һәм етешһеҙлектәрҙе билдәләп китте, шулай уҡ артабан ниндәй йүнәлештә үҫергә кәрәклеген дә күрһәтте. Әйткәндәй, бындай саралар геопаркта даими ойошторола.

Туристар ағымын көйләүҙә закон рөхсәт иткән сиктәрҙән сығып, саралар күреп ҡараһаҡ та, әлегә уларҙың йоғонто юҡ. Әйткәндәй, ошондай уҡ мәсьәлә “Торатау” геопаркын да борсой. Шуға ла мөмкин булған сараларҙы ентек­ләп уйлап, уны Хөкүмәт кимә­лендә ҡарарға тәҡдим итмәк­себеҙ.

 

– “Янғантау” геопаркының ЮНЕСКО объекты итеп танылыуы ниндәй мөмкинлектәргә юл аса?

– Геопарк – идара итеүҙе берҙәм ойоштороу концепцияһы нигеҙендә һаҡлау һәм тотороҡло үҫтереү биләмәһе. Йәғни өс төп йүнәлеште үҙ эсенә ала – белем биреү, тәбиғәт мираҫын һаҡлау һәм уны тотороҡло үҫтереү. Уларҙың өсәүһе лә мөһим. Беренсенән, беҙҙең район һәм геопарк биләмәһе берҙәм үҫе­шергә тейеш. Икенсенән, райондағы барлыҡ объекттарҙы һаҡларға бурыслыбыҙ, шуның өсөн дә геопарк булдырылған. Быға тиклем ғәмәлдәге һаҡлау саралары етерлек түгел тип иҫәпләй инек, шуға ла өҫтәмә саралар талап ителде. Өсөн­сөнән, белем биреү – йәштә­ребеҙ, балаларыбыҙ Төркиә, Таиланд тураһында ғына түгел, ә үҙҙәренең бәләкәй тыуған иле, уның матурлығы, тәбиғәте, геологик, тарихи һәм археологик ҡомартҡылары тураһында ла белергә тейеш. Шуны ла әйткем килә, балалар был хаҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу менән был хаҡта тыңлай һәм үҙҙәре өсөн яңылыҡ аса. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр мәктәп­тәрҙә лекциялар менән сығыш яһай. Балалар ата-әсәләре менән Визит-үҙәккә килә, ҙур булмаған экскурсия ваҡытында улар күп ғилем эстәй. Хатта оҙаҡ йылдар беҙҙең районда йәшәгәндәрҙә лә геопарк ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

 

– Геопарк, беренсенән, үҙен­сәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы күҙ уңында тотоп ойошторолһа ла, икенсе яҡтан, төбәктең социаль-иҡтисади именлегенә лә ыңғай йоғонто яһарға тейештер?

– Әлбиттә, геопарктың маҡсаты – райондың тотороҡло үҫешен һәм урындағы халыҡтың иҡтисади именлеген тәьмин итеү. Шуға ла беҙ уның концепцияһына ярашлы эшләргә әҙер булыуын белдергән урындағы эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әлеге ваҡытта районда 25-тән ашыу партнерыбыҙ бар.

Беҙ был йүнәлештәге эшмә­кәр­леккә, урындағы халыҡ йәлеп ителһен тибеҙ. Ғөмүмән,  геопарк билә­мәһендә теркәлгән һәм йәшәгән кешеләр менән эшләйбеҙ. Төп концепция – урындағы халыҡ аҡса эшләһен. Мәҫәлән, былтыр йылға буйлап ағыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән Арҡауыл ауылы йүнселе йыл һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт ҡалды һәм был кәсепте ташларға йыйынмай, артабан да дауам итәсәк. Эшҡыуар Илфат Рифат улы тирмә кемпингы йүнәлешендә шөғөл асты. Ул да былтыр миҙгелде яҡшы тамамланы һәм киләсәктә лә ошо йүнәлештә эшен дауам итәсәген белдерҙе. Оҫталар, халыҡ кәсе­бен үҙләштереүселәр менән дә әүҙем хеҙмәттәшлекте дауам итәбеҙ. Улар ярҙамында оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ. Әл­биттә, былтыр пандемияға бәйле был йүнәлештә эшмәкәрлек бер аҙ туҡтап торҙо.

 

– Туристарҙы йәлеп итеү өсөн ниндәй йүнәлештәрҙе үҫтереүгә айырыуса иғтибар бирелә?

– Әлбиттә, бөгөн туристар өсөн турҙар ойоштороу ҙур мәсь­әлә булып тора. Әле һыу, йәйәү­леләр туризмы кеүек йүнәлеш­тәрҙе үҫтереүҙе дауам итәбеҙ.

 

– Әңгәмә өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Республиканың мөһим турист йүнәлештәренең береһе булған “Янғантау” геопаркы артабан да үҫер һәм Салауат районы иҡтисадына тос өлөш индерер, тип ышанабыҙ.

 

- Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Геопарк – ул махсус һаҡ­ланыу статусына эйә булған төбәк. Уның биләмәһендә ерҙең геологик тарихы, урындағы ландшафт төҙөлөшө, шулай уҡ тау тоҡомдарының, файҙалы ҡаҙылма­ларҙың барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәре асыҡ сағыла. Өҫтәүенә, геопарк урын­дағы халыҡҡа үҙе етештергәнде һатып, милли йолаларын күрһә­теп аҡса эшләү мөмкинлеген бирергә тейеш.

Нимә генә тимә, тәбиғәт парк­тары, ҡурсаулыҡтар һәм заказниктарҙың маҡсаты кеше эшмәкәрлеген сикләп, ошо ерҙәге тәбиғәттең үҙенсә­леген һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала. Ә геопарк, киреһенсә, аныҡ турист маршруттары асып, уларҙы төҙөкләндереп, ғилми-тикше­ренеү, эко һәм агротуризм өсөн мөмкинлектәр булдыра.

“Янғантау” геопаркы Баш­ҡорт­остан Республикаһы Хөкү­мәтенең  2017 йылғы бойороғо менән булдырылды. Биләмә­һендә  20-нән ашыу геологик объект, шуларҙан өсәүһе (Мәсетле, Оло Лука киҫелеш­тәре, Янғантау) – халыҡ-ара, 10-ы – милли һәм 21 объект  – белем биреү әһәмиәтендәге. Салауат районындағы Янған­тау гидротермаль феноменға бәйле бальнеологик ресурстары менән донъяла билдәле. Геопарктың эшмәкәрлегенә идара итеү фән һәм гео-белем, туризм, эшҡыуарлыҡ өлкәһен­дәге партнёрҙар ҡатнашлы­ғында “Янғантау шифаханаһы” йәмғиәте базаһында тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас