Йәмғиәт
11 Сентябрь 2021, 13:00

Башҡортостан журналистары – Сочиҙа!

“Медиала трендтар” тигән темаға һөйләшеү булды.

Башҡортостан журналистары – Сочиҙа!Башҡортостан журналистары – Сочиҙа!
Башҡортостан журналистары – Сочиҙа!

Башҡортостан делегацияһы Сочи ҡалаһында барған “Бөтә Рәсәй-2021” тигән заманса журналистикаһы форумында ҡатнаша. Делегация составында республикабыҙҙың гәзит һәм журналдары, ҡала-район баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм, әлбиттә, хәбәрселәр.

Бөгөн “Медиала трендтар” тигән киңәйтелгән һөйләшеү булды. Уны Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный алып барҙы. Семинарҙа һанлы эшмәкәрлеккә күсеү, социаль селтәр, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү һәм башҡа һорауҙар ҡуҙғатылды.

Һүҙ ҙә юҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә һанлы технологияларға күсеү осоронда ғүмер итәбеҙ. Әгәр ҙә беҙ социаль селтәрҙә ултырмайбыҙ, һанлы мөхиткә инмәгәнбеҙ икән, ул тауар йәки киң мәғлүмәт саралары, хатта айырым кеше булһынмы, тимәк, беҙ бер ҡайҙа ла юҡ. Шуның өсөн дә һанлы образдың нисек буласағын да хәстәрләргә кәрәк.

“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина фекер алышыу барышында журналистикала балаларҙы тәрбиәләү темаһын күтәреп сыҡты. Миҫал итеп башҡортса нәшер ителгән “Аҡбуҙат” журналын килтерҙе. Роман Серебряный башҡорт балалар журналистикаһының ынтылыштарын юғары баһалап, замансалыҡҡа ынтылырға, уҡыусыларҙа даими рәүештә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып торорға саҡырҙы.

Авторы: Евгений Соколов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас