Йәмғиәт
11 Сентябрь 2021, 10:30

Эшҡыуарҙар ярҙамға өмөт итә ала

Кисә Иглин районында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо.

Эшҡыуарҙар ярҙамға өмөт итә алаЭшҡыуарҙар ярҙамға өмөт итә ала
Эшҡыуарҙар ярҙамға өмөт итә ала

Башҡортостанда традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә. Мәҫәлән, 10 сентябрҙә Иглин районында йәрминкә ойошторолдо. Был көндө республикабыҙҙың танылған артистары халыҡҡа йыр-моң бүләк итте.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насированың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Ҡунаҡтар сауҙа рәттәре буйлап йөрөп сыҡты, кәштәләге тауарҙар менән танышты, кешеләр менән әңгәмәләште. Әйткәндәй, ул көндө йәрминкәлә кеше күп булды – энә төртөрлөк тә урын юҡ ине.

Ауыл хужалығы йәрминкәһендәге тауар менән Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Коннов таныштырҙы. Йәрминкәлә Иглин районының 33 ауыл хужалығы кооперативы ҡатнашты. Бал, ит һәм һөт, кондитер ризыҡтары һәм башҡа тауарҙар һатылды.

– Беҙгә үҙебеҙҙең сифатлы тауарыбыҙҙы һатыу оҫталығы етмәй, – тине Александр Сидякин. – Әгәр ҙә тауарҙы яҡшы итеп һатырға өйрәнһәк, һүҙ ҙә юҡ, алға китеш буласаҡ. Бында урта һәм кесе эшҡыуарҙарҙың күп булыуы ҡыуандыра, беҙ уларға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас